Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Декабрь 2024, 08:05

Федераль именлек хеҙмәте Өфөлә полиция бүлеге начальнигын ҡулға алды

Ул айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа аралашсы булыуҙа ғәйепләнә.

Федераль именлек хеҙмәте Өфөлә полиция бүлеге начальнигын ҡулға алдыФедераль именлек хеҙмәте Өфөлә полиция бүлеге начальнигын ҡулға алды
Федераль именлек хеҙмәте Өфөлә полиция бүлеге начальнигын ҡулға алды

Өфөлә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса 3-сө полиция бүлегенең 38 йәшлек начальнигы ҡулға алынды. Полиция хеҙмәткәре айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа аралашсы булыуҙа ғәйепләнә.

Тәфтишселәр фаразы буйынса, сентябрь һәм ноябрь айҙарында урындағы эшҡыуар полицияға үҙенең элекке бухгалтерын ҙур күләмдә аҡса урлағаны, транспортын законһыҙ үҙләштергәне өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһында ғариза биргән. Ғариза буйынса саралар күрелмәй, шуға күрә эшҡыуар полиция бүлеге начальнигынан элекке хеҙмәткәренә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатыуҙа ярҙам итеүен һорай.

Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, подполковник эшҡыуарға эш ҡуҙғатыу өсөн уның аша Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Баш тәфтиш идаралығы хеҙмәткәрҙәренә 1,5 миллион һум тапшырырға кәрәклеген хәбәр итә. Эшҡыуар тәҡдим ителгән шарттарға ризалаша. Бер миллион һум күләмендә ришүәт алған саҡта бүлек начальнигын Федераль именлек хеҙмәте идаралығының оператив хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Әле эш фигурантын аресҡа алыу буйынса мәсьәлә хәл ителә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/rbc_ufa/6853.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас