Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Декабрь , 14:50

Коррупцияға ҡаршы диктантта ҡатнашыусылар һаны арта

Йыш ҡына вазифалы кешеләр коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте етерлек кимәлдә белмәүгә бәйле хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуя, тип белдерҙе ойоштороусылар.

Коррупцияға ҡаршы диктантта ҡатнашыусылар һаны арта
Коррупцияға ҡаршы диктантта ҡатнашыусылар һаны арта

1 - 15 декабрҙә V Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы диктант үтә. Башҡортостан йыл һайын федераль интерактив белем биреү проектында әүҙем ҡатнаша. Быйыл ғәҙәттәгесә Республикаа идара итеү үҙәгендә министр урынбаҫары Элина Дәминева етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының дәүләт хеҙмәткәрҙәре коррупцияға ҡаршы көрәш өлкәһендәге белемдәрен тикшерҙе.

Сара Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнөнә арналды һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Прокуратураһы һәм Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы ярҙамында үтте.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы начальнигы Виктор Бутыркин үҙенең сәләмләү һүҙендә диктанттың коррупцияға ҡаршы ҡануниәт өлкәһендә белемдәрен тикшерергә һәм арттырырға мөмкинлек биреүен, был күренешкә кире ҡараш формалаштырыуын һәм граждандарҙы коррупцияға ҡаршы көрәштә әүҙем ҡатнашырға дәртләндереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Йылдан-йыл коррупцияға ҡаршы диктант яҙыуҙа ҡатнашыусылар һаны арта, былтыр республика ҡатнашыусылар һаны буйынса Рәсәй федерацияһы субъекттары буйынса өсөнсө урынды биләне. Диктант яҙыусыларҙың даирәһе киңәйә, быйыл федераль дәүләт хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм республиканың юғары уҡыу йорттары ҡатнаша. Коррупция өлкәһендә күрелгән иҫкәртеү сараларына ҡарамаҫтан, беҙ ҡайһы берҙә хоҡуҡ боҙоуҙар менән осрашабыҙ. Йыш ҡына вазифалы кешеләр коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте етерлек кимәлдә белмәүгә бәйле хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуя. Был диктант белемде тикшерергә һәм арттырырға, бушлыҡтарҙы төҙәтергә мөмкинлек бирә, – тине Виктор Бутыркин.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Марина Долич билдәләүенсә, диктант коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлектең көнүҙәклегенә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең хоҡуҡ сығарыу эшмәкәрлеге өлкәһендә коррупцияға ҡаршы тороуҙың айырым мәсьәләләренә туҡталды.

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү бүлеге өлкән прокуроры Илдар Саттаров ришүәтселеккә ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү буйынса прокурор күҙәтеүе практикаһы тураһында һөйләне.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының өлкән инспекторы Андрей Нагорнов ведомство бүлексәләренең коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эш һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте.

Ришүәтселеккә ҡаршы көрәш өлкәһендә граждандарҙы уҡытыуға йүнәлтелгән белем биреү проекты тәүге тапҡыр 2020 йылда ойошторола.

Коррупцияға ҡаршы диктант уңайлы һәм интерактив формала үткәрелә, 40 һорауҙан тора, уларҙы үтеүгә 30 минут бирелә. Коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте тикшереүгә йүнәлтелгән дөйөм мәсьәләләрҙе лә, ришүәтселеккә ҡаршы көрәш өлкәһендә ҡатнашыусының компетентлығын баһаларға мөмкинлек биргән практик хәлдәрҙе лә үҙ эсенә ала. Уны уңышлы үткән һәр ҡатнашыусы коррупцияға ҡаршы көрәш өлкәһендәге белемен раҫлаусы исемле сертификат аласаҡ.

Диктантта ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса үтергә һәм “Диктантты башларға” төймәһенә баҫырға кәрәк. https://антикорр-диктант.рф/

Фото: bashkortostan.ru/presscenter.

Коррупцияға ҡаршы диктантта ҡатнашыусылар һаны арта
Коррупцияға ҡаршы диктантта ҡатнашыусылар һаны арта
Коррупцияға ҡаршы диктантта ҡатнашыусылар һаны арта
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: