Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Президенты 19 декабрҙә йылға йомғаҡ яһай һәм ил халҡының һорауҙарына яуап бирә. Матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, быйыл матбуғат конференцияһы һәм тура бәйләнеш берләштерелгән форматта үткәрелә.
“Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” Сall-үҙәге граждандарҙан мөрәжәғәттәр ҡабул итә башланы. Президентҡа мөрәжәғәтте 8-800-200-40-40 телефоны аша, 0-40-40 номерына бушлай СМС-хәбәр менән, текст йәки видеояҙма рәүешендә moskva-putinu.ru сайтында, шулай уҡ программаның “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге рәсми төркөмдәрендә бирергә була.
Быйыл Сall-үҙәк операторҙарына яһалма интеллект ярҙамға килә, шуға күрә мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү ваҡыты кәмегән. Шул уҡ ваҡытта операторҙар менән аралашыу ваҡыты сикләнмәй.
Фото: kremlin.ru