Республикала ошо көндәрҙә Хөкүмәт Премьер-министры һәм уның урынбаҫарҙары асыҡланасаҡ. Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә хәбәр ителеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға хат ебәргән. Ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры итеп Андрей Назаровты тәғәйенләргә теләй.
Икенсе мөрәжәғәт менән республика Башлығы вице-премьерҙарҙы: Рөстәм Моратовты һәм Урал Килсенбаевты беренсе урынбаҫарҙар итеп тәғәйенләүҙәрен һорай, урынбаҫарҙары – Азамат Абдрахманов, Рөстәм Ғәзизов, Ирек Сәғитов, Наталья Полянская, Александр Шельдяев һәм Илшат Фәзрахманов буласаҡ. Күренеүенсә, Хөкүмәт составында әлегә үҙгәрештәр юҡ. Бынан һуң министрҙар раҫланасаҡ.
Фото: скрин-шот.