14 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров партияның XXII съезында республика делегацияһына етәкселек итте. Уның составында Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар бар.
Съезд сараһында “Берҙәм Рәсәй” рәйесе Дмитрий Медведев, партияның Генераль советы секретары вәкәләттәрен башҡарыусы Владимир Якушев, партияның Юғары Советы рәйесе Борис Грызлов, сенаторҙар, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, партияның Юғары Совет рәйесе Борис Грызлов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, төбәктәр башлыҡтары, махсус хәрби операция ветерандары, тотош илдән делегаттар ҡатнашты.
Съездың пленар ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты. Дәүләт башлығы партия ағзаларын һәм фекерҙәштәрҙе илдә йәшәүселәр мәнфәғәтенә көсөргәнешле эше, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм суверенитет өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Махсус хәрби операция башланған көндән алып “Берҙәм Рәсәй” яугирҙәргә ярҙам күрһәтә: геройҙарыбыҙ, уларҙың ғаиләләре өсөн хоҡуҡи һәм социаль гарантияларҙы ойоштороу буйынса төп закон башланғыстарын индерә, азат ителгән төбәктәрҙе тергеҙергә ярҙам итә, тыныс тормошта йәшәүселәргә кәрәкле әйберҙәрҙе йыйыу, килтереү менән шөғөлләнә, хәрби хәрәкәттәр урынынан ҡайтҡан ветерандар өсөн күп нәмә эшләй, уларға гражданлыҡ һөнәрҙәре буйынса үҙҙәрен тормошҡа ашырырға, ижтимағи һәм сәйәси тормошта булышлыҡ итә, - тине Владимир Путин. – “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” – һәр беребеҙгә аңлашылған һәм яҡын саҡырыу, принцип. Сөнки Рәсәйҙең атай йорто, ғаиләләрҙең ҙур ғаиләһе кеүек берҙәм булыуын таныу – бөйөк ҡиммәтебеҙ. Унда бөгөнгө һәм иртәгәге көнгә ҙур, ҡаҡшамаҫ көсөбөҙ, ышанысыбыҙ.
Рәсәй Президенты “Геройҙар ваҡыты” федераль проектын киңәйтергә тәҡдим итте. Уның маҡсаты – дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, шулай уҡ дәүләт компанияларында эш өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫәбенән юғары квалификациялы, компетентлы етәкселәр әҙерләү. Владимир Путин ошондай уҡ төбәк программаларын башлауҙың мотлаҡ икәнлеген билдәләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров “Геройҙар ваҡыты” президент кадрҙар программаһы ҡатнашыусыһы Оскар Ситдиҡовтың остазы булып тора. Ул Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә стажировка үтә. Проектта республиканан тағы ике Герой – Степан Белов һәм Борис Дудко ҡатнаша.
Съезда ҡатнашыусылар партия уставына һәм “Берҙәм Рәсәй” халыҡ программаһына үҙгәрештәр индерҙе, партияның Юғары һәм Генераль советтарын ротацияһын үткәрҙе, составҡа шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа инде.
Сығанаҡ, фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/188104.html