Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Декабрь 2024, 17:05

Мөһим ике сәйәси ваҡиға булды...

Тик берҙәмлек менән генә алға барыу мөмкин! 

Мөһим ике сәйәси ваҡиға булды...Мөһим ике сәйәси ваҡиға булды...
Мөһим ике сәйәси ваҡиға булды...

Уҙған аҙнала республикала ике мөһим сәйәси ваҡиға: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынының алтынсы съезы үтте. Республика Башлығының ике телмәренең дә төп мәғәнәһе махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү һәм ил лидеры Владимир Путиндың сәйәсәте тирәләй тупланыуҙы берләштерҙе. Был ваҡиғалар Хәбировтың "Тура бәйләнеше” барышында яңғыраған йүнәлештең дауамы һәм ентеклерәк асылыуы булды. Был осраҡта беҙ республика халҡы һәм уның етәксеһе араһындағы айырылғыһыҙ бәйләнеште күрәбеҙ.

Тура бәйләнеш, төрлө социологик һорау алыу һәм әүҙем йәмәғәтселек менән үҙ-ара эш итеү йомғаҡтары буйынса асыҡланған мөһим эске сәйәси һорауҙарға үҙ яуаптарын алды.

Республиканың артабанғы үҫеше һәм киләсәге өсөн йәмғиәтте һәм дәүләтте артабан туплау кәрәклеге Радий Хәбиров ебәргән йүнәлештәрҙең төп темаһына әүерелде.

“Башкирский гамбит” телеграм-каналы Радий Хәбировтың быйылғы ҙәм алдағы йылдарҙағы Мөрәжәғәтнамәләре буйынса анализ яһаны. Улар билдәләүенсә, был конституция бурысын үтәү генә түгел, ә Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт тә.

Республика Башлығы әле был вазифаны ваҡытлыса башҡарған саҡта беренсе Мөрәжәғәтнамәһен ошондай мөһим белдереүҙән башланы:

“Мин Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына ғына түгел, Башҡортостандың барлыҡ дүрт миллион кешеһенә мөрәжәғәт итәм. Ул ғәҙәти директива булмаясаҡ. Мин кешеләр тураһында һөйләйәсәкмен. Уларҙың ни тиклем иҫ киткес булыуы тураһында, проблемалары хаҡында. Уларҙы нисек бергәләп хәл итеүебеҙ хаҡында”. Был принцип бөтә киләһе мөрәжәғәттәр өсөн нигеҙ булып торҙо.

Һәр Мөрәжәғәтнамә йылға йомғаҡ яһауҙы һәм республикабыҙҙың иҡтисадын, фәнен һәм мәғарифын, һаулыҡ һаҡлауҙы, транспорт инфраструктураһын һәм төҙөкләндереүҙе үҫтереү менән бәйле төп мәсьәләләр буйынса перспективалы бурыстар ҡуйыуҙы үҙ эсенә ала. Шуның менән бергә төбәктең иң юғары вазифалы кешеһенең һәр мөрәжәғәтенең замандың көнүҙәк саҡырыуҙарын сағылдырған үҙ төп темаһы бар.

2018 йыл.

2018 йылдағы беренсе Мөрәжәғәтнамәнең төп темаһы – амбициялы маҡсаттарға өлгәшеү өсөн берләшеүгә саҡырыу. Хәбиров үҙенең идара итеү командаһының пилот проекттарын, шул иҫәптән мәктәп туҡланыуы, юғары уҡыу йорттары араһында кампус булдырыу һәм фәнде үҫтереү кеүек темаларҙы билдәләне. Был бурыстарҙың күбеһе уңышлы тормошҡа ашырылған.

2019 йыл.

2019 йылдың икенсе Мөрәжәғәтнамәһендә республика етәксеһе Сибайҙағы экологик мәсьәләне хәл итеү өсөн йәмғиәттең һәм властың бергә тупланыуын билдәләп, республикала берҙәмлекте нығытыу темаһын дауам итте. Икенсе Мөрәжәғәтнамә башҡортса сәләмләүҙән башланды һәм Башҡортостандың ике дәүләт телендә сәләмләү киләһе барлыҡ Мөрәжәғәтнамәләрҙә лә йолаға әүерелде.

2021 йыл. 

2021 йылдың ғинуарында мөрәжәғәттең төп темаһы коронавирус пандемияһын еңеп сығыу булды. Радий Хәбиров пандемия осоронда мохтаждарға ярҙам иткән табиптарҙың һәм ирекмәндәрҙең эше өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ дистанцион уҡытыу шарттарында уҡытыусылар хеҙмәтенең мөһимлеген һәм төбәк сәнәғәт предприятиеларының технологик алға китештәрен билдәләне.

2022 һәм 2023 йылғы Мөрәжәғәтнамәләр махсус хәрби операция билдәһе аҫтында үтте.

2022 йылда көнбайыш санкциялар шарттарында республика иҡтисадын үҫтереүгә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙең мөһимлегенә баҫым яһалды. Республика Башлығы, киләһе йылды республикала Бәләкәй Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан итеп, Башҡортостан халҡының сәнәғәтен үҫтереү һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса бурыстар ҡуйҙы.

2023 йыл. 

2023 йылғы Мөрәжәғәтнамәлә Радий Фәрит улы республикабыҙҙың социаль-иҡтисади ҡаҙаныштарын билдәләне. Ул фронт һәм яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн ышаныслы тылға әүерелде. Башҡортостан Башлығы республика халҡына һәм бизнесына Ватанды һаҡлаусыларға баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Башҡортостан ихаталары” йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү программаһын тормошҡа ашырыуҙағы уңыштарҙы, “алданған өлөшсөләр” проблемаларын хәл итеүҙе, “яңғырауыҡлы юлдар” проектын финанслауҙы һәм Өфөнөң транспорт инфраструктураһын яңыртыу пландарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Шулай итеп, Р.Ф. Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһе – граждандарҙың тормошон яҡшыртыуға һәм Башҡортостан Республикаһын бөтә яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелгән стратегик эш планы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезында Радий Хәбиров айырыуса хәҙерге саҡырыуҙар шарттарында башҡорт халҡының берҙәмлеге һәм тупланыуының мөһимлегенә баҫым яһаны. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ижади интеллигенцияға героик батырлыҡтар тураһында әҫәрҙәр яҙғандары өсөн рәхмәт белдереп, телде һәм мәҙәниәтте һаҡлауҙағы ҡаҙаныштарҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Радий Хәбиров шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә, айырыуса яҡындарын юғалтҡандарға артабан да ярҙам күрһәтеү кәрәклеген билдәләне. Ул махсус операция геройҙарына һәйкәл ҡуйыу һәм кире ҡайтарылған исемдәр музейын булдырыу пландары менән таныштырҙы. Был тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн бик мөһим.

Бынан тыш, ул башҡорт телен өйрәнеүселәр һанының артыуы һәм уҡытыуҙың заманса алымдарын индереү, шул иҫәптән мобиль ҡушымталар булдырыу тураһында хәбәр итте. Хәбиров, мәҙәни мираҫты һаҡлауға иғтибар биреп, Милли бейеүҙәр көнө ойошторолоуын иғлан итте.

Республика Башлығы дошмандар яғынан манипуляцияға ынтылыштарҙы ғәйепләне һәм мәҙәниәтте, йолаларҙы һаҡлау өсөн йәштәр менән әүҙем эшләргә саҡырҙы. Тик уртаҡ тырышлыҡтар ғына Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының киләсәген, шулай уҡ төбәктең иҡтисади һәм социаль инфраструктураһын яҡшыртыуҙы тәьмин итә ала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Ҡоролтайҙың мөһим йүнәлеше – Башҡортостан Рәсәйҙең терәк иле булып ҡала. “Башҡортостанһыҙ Рәсәй һәм Рәсәйһеҙ Башҡортостан юҡ” формулаһы йәнә раҫланды һәм йөҙәрләгән Рәсәй халҡының дөйөм йортонда башҡорт милләтенең эшлекле киләсәген төҙөүен дауам итә.

Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының съезын өҙөргә маташыуһыҙ үтмәне. Украинаның махсус хеҙмәттәренә ҡараған каналдарҙа съездың пленар өлөшөн уҙғарған ваҡытта сара уҙғарылған Конгресс-холл бинаһына мина һалыныуы тураһында мәғлүмәт баҫылды.

“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы ла тик ятманы, оппозицияның ваҡ-төйәк “этләшеүҙәрен” фашланы. Мәҫәлән, яңы асылған Көрәш һарайы оппозицияға күптән тынғы бирмәй. Йә төҙөлөп бөтмәгән, йә яңынан-яңы етешһеҙлек эҙләйҙәр. Был юлы “Пруфы” һәм “Уфа1” унда әле һаман балалар өсөн күнекмәләр башланмай тип “ҡайғырҙы”.

Көрәш һарайы спорт өсөн түгел, ә эшлекле саралар өсөн урынтип иҫәпләй уларҙың журналистары. Ике баҫма ярыша-ярыша фейктар баҫтырыуҙы. Хәбәр итәбеҙ: 9 декабрҙән Көрәш һарайында дүрт йәштән алып балалар өсөн күнекмәләр башланды. Төркөмдәр бер юлы дүрт йүнәлеш буйынса старт алды: самбо, дзюдо, грэпплинг һәм ирекле көрәш. “Юрта” телеграм-каналы урындан видео баҫтырып сығарҙы. Ике көн эсендә 600-ҙән ашыу бала күнекмәлә булды, тип билдәләне Көрәш һарайы директоры Эдуард Әбдәдилев.

Оҙаҡламай был урынға өлкәндәр ҙә йөрөй аласаҡ – бассейн һәм фитнес-клуб асыласаҡ.

1995 йылдан алып йола буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съездары Башҡортостан Республикаһының ике дәүләт телендә үткәрелә. Был аҙнала үткән 6-сы съезд да был йолаға тоғро ҡалды.

Бөтә ҡатнашыусылар һәм делегаттар, шулай уҡ съездың пленар ултырыштары күрһәтелгән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары быға үҙ күҙҙәре менән инанды. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә ошо аҙналағы ҙур саранан бик күп видеороликтар баҫылған.

Ләкин һәр ваҡыттағыса Украинаның махсус хеҙмәттәре манипуляторы һәм ярҙамсыһы сит ил агенты Ғәббәсов* съездың рус телендә үтеүе тураһында раҫлаусы пост баҫтырып сығарҙы.

*Руслан Ғәббәсов сит ил агенты тип танылды, Рәсәй финанс мониторингы тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас