Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Декабрь 2024, 15:40

Бындай оҙайлы аралашыуҙы үткәргән бер генә донъя лидерын да белмәйем

Константин Толкачев: Президенттың тура бәйләнеше йәмғиәттең кәйефен һәм нимә көткәнен күрһәтә.

Бындай оҙайлы аралашыуҙы үткәргән бер генә донъя лидерын да белмәйемБындай оҙайлы аралашыуҙы үткәргән бер генә донъя лидерын да белмәйем
Бындай оҙайлы аралашыуҙы үткәргән бер генә донъя лидерын да белмәйем

“Владимир Путин менән тура бәйләнеш – илдең сәйәси тормошондағы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе, ул йәмғиәттең кәйефен һәм көтөлгәнен күрһәтә”, – тура бәйләнештән һуң Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ошондай фекерен белдерҙе.

– Рәсәй Президенты, ғәҙәттәгесә, киҫкен темаларҙы тикшереүҙән ҡасмай һәм халыҡтың иң тулҡынландырғыс һорауҙарына асыҡтан-асыҡ яуап бирә. Власть менән йәмғиәт араһында аралашыуҙың был форматы кешеләрҙең ысын ихтыяждарын һәм хәстәрлектәрен асыҡлау өсөн мөһим. Тура бәйләнеш Президентҡа йәмғиәттең һорауҙарына туранан-тура яуап бирергә мөмкинлек бирә, был граждандарҙың бөгөнгө ихтыяждарын аңлау һәм дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөктәрен билдәләү өсөн бик мөһим.

Дәүләт башлығы махсус хәрби операция үткәреү, халыҡ-ара хәл мәсьәләләренә ентекләп туҡталды. Бөтә төбәктәрҙә йәшәүселәрҙе борсоған эске сәйәсәттең бөтә төп йүнәлештәре буйынса яуаптар бирелде. Был – һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы, льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, ауыл хужалығын үҫтереү һәм башҡалар.

Бындай оҙайлы аралашыуҙы үткәргән бер генә донъя лидерын да белмәйем. Ул көн тәртибенә инеүҙе һәм барған процестарҙы тәрән аңлауҙы талап итә. Владимир Путинға граждандарҙан һорауҙар һаны ике миллиондан ашып китә, был Президентҡа ышаныс һәм туранан-тура һөйләшеүҙең кәрәклеге тураһында һөйләй. Беҙҙең өсөн парламентарийҙар өсөн был файҙалы мәғлүмәт, ул артабанғы эшебеҙҙә ҡулланыласаҡ, – тип белдерҙе Константин Толкачев.

Фото сығанағы: vk.com/gossobranie

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас