Хөкүмәт раҫланды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәрен тәғәйенләү тураһында бер нисә указға ҡул ҡуйҙы
- Маргарита Болычева – БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры;
- Ирина Голованова – БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры;
- Айрат Рәхмәтуллин – БР һаулыҡ һаҡлау министры;
- Әминә Шафиҡова – БР мәҙәниәт министры;
- Марат Шәрәфетдинов – БР урман хужалығы министры;
- Илдар Мәүлитбирҙин – БР мәғариф һәм фән министры;
- Зөһрә Гордиенко – БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры;
- Нияз Фазылов – БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры;
- Ленара Иванова – БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры;
- Руслан Хәбибов – БР спорт министры;
- Геннадий Разумикин – БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры;
- Азат Йыһаншин – Башҡортостан Республикаһының ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе;
- Владимир Спеле – Башҡортостан Республикаһының юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе;
- Гөлшат Арыҫланова – Башҡортостан Республикаһының конкурент сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе;
- Вито Сабиров – Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе;
- Урал Искәндәров – Башҡортостан Республикаһының үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе;
- Наил Шәрәфетдинов – Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе;
- Кирилл Первов – Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе;
- Максим Ульчев – Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе;
- Салауат Ҡолбәхтин – Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы начальнигы;
- Илһам Фәтҡуллин – Башҡортостан Республикаһының архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы.
Фото: glavarb.ru