Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Декабрь 2024, 10:30

"Хәрбиҙәр тейешле түләүҙәрҙе аласаҡ"

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле Рәсәй Президенты менән тура бәйләнеш бара

"Хәрбиҙәр тейешле түләүҙәрҙе аласаҡ""Хәрбиҙәр тейешле түләүҙәрҙе аласаҡ"
"Хәрбиҙәр тейешле түләүҙәрҙе аласаҡ"

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш барышында махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән ҡайһы бер яугирҙәрҙең түләүҙәр алмауына ҡағышлышлы һорау ҙа булды.

"Алғы  һыҙыҡта бурысын үтәгән хәрбиҙәр тейешле түләүҙәр аласаҡ, хатта үткән көндәр өсөн дә", - тине Владимр Путин. Ил етәксеһе был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә вәғәҙә итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле Рәсәй Президенты менән тура бәйләнеш бара. “Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” Сall-үҙәге граждандарҙан мөрәжәғәттәр ҡабул итә. Президентҡа мөрәжәғәтте 8-800-200-40-40 телефоны аша, 0-40-40 номерына бушлай СМС-хәбәр менән, текст йәки видеояҙма рәүешендә moskva-putinu.ru сайтында, шулай уҡ программаның “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге рәсми төркөмдәрендә бирергә була.

Рәмилә Мусина фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас