19 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 17-се ултырышында ҡатнашты. Парламентарийҙар республика етәксеһе тикшереүгә индергән төбәк Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары вазифаһына кандидатураларҙы хупланы.
Шул уҡ көндө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте вице-премьерҙары кандидатураларын раҫлау тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы:
- Рөстәм Моратов – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры;
- Урал Килсенбаев – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары;
- Азамат Абдрахманов – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе;
- Рөстәм Ғәзизов – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары;
- Наталья Полянская – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры;
- Ирек Сәғитов – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары;
- Илшат Фәзрахманов – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры;
- Александр Шельдяев – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры.
***
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары шулай уҡ “2025 йылға һәм 2026 – 2027 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында“ғы законды ҡабул итеү өсөн тауыш бирҙе. Документтың төп параметрҙары тураһында республиканың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская һөйләне. Атап әйткәндә, 2025 йылда республика бюджетының килеме – 337,5 миллиард һум, ә сығымдары 441,5 миллиард һум тәшкил итәсәк.