“Мигранттар һанын кәметергә, сит ил кешеләренең илгә инеүенә талаптарҙы көсәйтергә һәм уларҙы Рәсәйҙә йәшәргә әҙерләргә кәрәк. Әгәр мигранттарҙы йәлеп итеү ҡотолғоһоҙ булһа, партнер илдәр менән граждандарҙы Рәсәйгә күсергә әҙерләү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Эшселәр беҙгә килгән илдәрҙә рус телен өйрәнеүҙе үҫтереү, буласаҡ мигранттарҙы беҙҙең мәҙәниәт менән алдан таныштырыу, бында йәшәгән кешеләрҙе хөрмәт итеп килеү өсөн”, – тип яуап бирҙе Владимир Путин мигранттарға бәйле һорауға.
Бынан тыш, илебеҙҙәге мигранттарға талаптарҙы ҡатыландырырға, Эске эштәр министрлығында был йүнәлеш буйынса айырым орган булдырырға кәрәк, тип билдәләне Владимир Путин.
Президент, рус телендә һөйләшмәгән мигранттарҙың балаларын мәктәпкә ҡабул итеүҙе тыйыу тураһында Һөйләгәндә, был балалар өсөн өҫтәмә дәрестәргә килгәндә, урындағы халыҡҡа артыҡ финанс йөкләмәһен булдырмау мөһим, тип билдәләне. Бынан алда Свердловск өлкәһе омбудсмены мигранттарҙың балаларын рус теленә өйрәтеү өсөн яуаплылыҡты уларҙың ата-әсәһенең эш биреүсеһе йәки ата-әсәләре үҙҙәре күтәрергә тейешлеген белдерҙе.
Фото сығанағы: news102.ru.