Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы президенты Камил Нурулла улы Рамаҙанов “Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин менән кисә үткән тура бәйләнеш 2024 йылда илдең ижтимағи-сәйәси тормошонда көтөлгән һәм әһәмиәтле ваҡиғаһына әүерелде”, – тип билдәләне.
– Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин менән кисә үткән тура бәйләнеш 2024 йылда илдең ижтимағи-сәйәси тормошонда көтөлгән һәм әһәмиәтле ваҡиғаға әүерелде.
Традицион рәүештә бирелгән һорауҙар социаль тәьминәт, иҡтисад үҫеше, демография, тышҡы сәйәсәт темаларына ҡағылды. Мәсьәләләрҙең байтаҡ өлөшө махсус хәрби операция ваҡиғалары һәм Рәсәйҙең яңы биләмәләренең үҫешенә бәйле булды.
Президент көнүҙәк мәсьәләләрҙе юғары кимәлдә белеүен күрһәтте, социаль сәйәсәт, рухи-әхлаҡи тәрбиә өлкәһендәге бурыстарҙы аныҡ билдәләне. Һуңғы 25 йылда илде һаҡлау һәм нығытыу тураһындағы “уңайһыҙ” һорауҙарға ла асыҡ яуап бирҙе.
Тап Президенттың сараны үткәреүгә юғары кимәлдә яуаплы һәм профессиональ мөнәсәбәте арҡаһында “тура бәйләнеш” форматы көнүҙәк һәм кәрәкле булып ҡала, – тине Камил Рамаҙанов.
Фото: Камил Рамаҙановтың шәхси архивынан.