Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Декабрь 2024, 07:25

Президент Рәсәйгә үҙ ғаиләһенә ҡараған кеүек ҡарауын әйтте

Владимир Путин билдәләүенсә, технологик суверенитетты нығытыу һәм Рәсәй лидерлығын тәьмин итеү өҫтөнлөклө мәсьәләләр булып тора, ә был мәғарифты һәм фәнде үҫтермәйенсә мөмкин түгел.

Президент Рәсәйгә үҙ ғаиләһенә ҡараған кеүек ҡарауын әйттеПрезидент Рәсәйгә үҙ ғаиләһенә ҡараған кеүек ҡарауын әйтте
Президент Рәсәйгә үҙ ғаиләһенә ҡараған кеүек ҡарауын әйтте

Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Вадим Захаров "Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары" тура бәйләнеше буйынса фекерен уртаҡлашты.

– Ил Башлығы дәүләт алдында тышҡы һәм эске сәйәсәттә торған мөһим бурыстар хаҡында аныҡ, ышандырырлыҡ итеп һөйләне. Президент илдең артабанғы перспективалы үҫешенә һәм унда йәшәүселәрҙең именлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән бер нисә дәүләт сәйәсәтен һәм программаһын атаны, – тине ул.

Әлбиттә, илдең бөтә халҡын борсоған төп тема – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар.

– 2025 йыл Башҡортостанда республика Башлығы указы менән “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы” тип иғлан ителде. Өфө фән һәм технологиялар университетында ата-әсәләре йәки ҡатындары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 400-гә яҡын студент уҡый. Беҙҙең 124 студентыбыҙ – үҙҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың туғыҙы дәүләт наградаларына эйә.

Беҙ егеттәребеҙгә ошо ҡатмарлы шарттарҙа ярҙам итергә тырышабыҙ – квартал һайын улар матди ярҙам ала, юл йөрөүгә ташламалар бар һәм университеттан бушлай ял итеү мөмкинлеге тыуҙырылған. Буш бюджет урындары булғанда, уларға түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсергә ярҙам итәбеҙ йәки түләүле белем биреү хеҙмәттәренең хаҡын кәметеү мөмкинлеген бирәбеҙ

Бынан тыш, университет коллективы студенттар менән бергә күп тапҡырҙар яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйҙы һәм ебәрҙе. М. Шайморатов батальоны өсөн коляскалы өс мотоцикл һатып алдыҡ һәм әҙерләнек, – тине Вадим Захаров.

Президент билдәләүенсә, технологик суверенитетты нығытыу һәм Рәсәй лидерлығын тәьмин итеү өҫтөнлөклө мәсьәләләр булып тора, ә был мәғарифты һәм фәнде үҫтермәйенсә мөмкин түгел. “Суверенитетты юғалтҡанда, беҙ дәүләтселекте юғалтабыҙ”, – тине Владимир Путин.

– Дәүләт Башлығы һәр ваҡыт милли проекттарға ҙур иғтибар бүлә. Рәсәйҙә тотороҡло милли үҫеш платформаһы әүҙем формалаша, уның нигеҙендә үҙ технологиялары һәм мәктәптән алып юғары белем биреүҙең һөҙөмтәле заманса системаһы, идара итеү системаһына, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы ҡарарҙарҙы ғәмәлгә киң индереү тора.

Өфө фән һәм технологиялар университеты был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә лайыҡлы өлөш индерә. Мәҫәлән, “Өҫтөнлөк-2023” программаһы сиктәрендә алты стратегик проект буйынса әүҙем эшләүҙе дауам итәбеҙ, алдынғы инженер мәктәбебеҙҙең уңыштары дәүләт кимәлендә юғары баһаланды. Дөйөм алғанда, бөтә эшмәкәрлегебеҙ илде үҫтереүҙең милли маҡсаттарына өлгәшеүгә өлөш индереүҙе тәьмин итеү, яңы технологик ҡарарҙарҙың донъяуи көнәркәшлек һәләтенә өлгәшергә һәләтле юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү юлы менән юғары уҡыу йорттарының һәм ғилми ойошмаларҙың ғилми-белем биреү ҡеүәтен күтәреү өсөн сығанаҡтарҙы туплауға йүнәлтелгән, – тип фәндәге ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты Вадим Петрович.

Төп темаларҙың береһе – демография ла ситтә ҡалманы, сөнки ғаиләләргә, айырыуса күп балалыларға дәүләт ярҙамы мәсьәләләре һәр ваҡыт көнүҙәк.

– Өфө университеты был йүнәлештә әүҙем эшләй, ярҙамдың төрлө форматтарын һәм формаларын ҡуллана. Беҙ юғары уҡыу йорто етәкселегенең һәм социаль мәсьәләләр менән шөғөлләнеүсе структураларҙың йәш ғаиләләр, студенттар һәм хеҙмәткәрҙәр менән осрашыуҙарын үткәрәбеҙ. Төп маҡсат – уларҙы ярҙам саралары менән таныштырыу һәм уны файҙаланыу механизмдарын аңлатыу.

Ярҙам сараларына, мәҫәлән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар инә. Ике йыл эсендә университеттың 26 йәш ғалимы һәм уҡытыусыһы дөйөм суммаһы 36 миллион һумдан ашыу суммаға торлаҡ шарттарын яҡшырта алды. Бөгөн, 19 декабрҙә, “Әсәйеңә уҡырға ярҙам ит” федераль проекты сиктәрендә, Өфө фән һәм технологиялар университетында “Әсә һәм бала” бүлмәләре асылды. Юғары уҡыу йортонда 317 йәш һәм студент ғаиләһе бар, уларҙың 205-е балалар тәрбиәләй. Сабыйҙар яңы урында университетыбыҙҙы үҙләштерә башлаясаҡ, ә уларҙың ата-әсәләре был ваҡытта уҡыуын дауам итәсәк һәм карьераһын төҙөйәсәк. Артабан да Өфө фән һәм технологиялар университетында демографик хәлде мөмкин тиклем яҡшыртыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тип билдәләне Вадим Захаров.

Быйыл, үткән йылдағы кеүек үк, дәүләт Башлығының матбуғат конференцияһы тура бәйләнеш менән берләштерелде. Был Президентҡа журналистарға донъялағы хәлдәр буйынса үҙ позицияһын белдерергә генә түгел, ә ил халҡының һорауҙарына яуап бирергә лә мөмкинлек бирҙе, ә улар миллиондан ашыу килде.

– Дәүләт Башлығы сираттағы тапҡыр шәхси миҫалда Рәсәй халҡы менән аралашыуҙың, кире бәйләнештең мөһимлеген күрһәтте. Унан: “Рәсәй һеҙҙең өсөн нимә?” – тип һорағас, Президент Рәсәйгә үҙ ғаиләһенә кеүек ҡарауын әйтте. Әлбиттә, һорауҙар һаны эфир ваҡытынан йөҙҙәрсә мең тапҡырға күберәк, әммә Президентыбыҙ бөтә мөрәжәғәттәр ҙә иҫәпкә алынасаҡ, анализланасаҡ, берләштереләсәк һәм мөмкин тиклем хәл ителәсәк, тип ышандырҙы, – тип һығымта яһаны Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров.

Фото: vk.com/zaharovvp.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас