Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Декабрь 2024, 14:10

"Бөтәһен дә бер урынға йыйғанһығыҙ, афарин!"

Татарстан Рәйесе Рөстәм Минниханов Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең (ЦУР) мөмкинлектәрен һәм үҙенсәлеген юғары баһаланы. Татарстанда әлегә системалар һәм хеҙмәттәр бер урында тупланмаған, тине ул.

"Бөтәһен дә бер урынға йыйғанһығыҙ, афарин!""Бөтәһен дә бер урынға йыйғанһығыҙ, афарин!"
"Бөтәһен дә бер урынға йыйғанһығыҙ, афарин!"

Татарстан Рәйесе Рөстәм Минниханов Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәгенең (ЦУР) мөмкинлектәрен һәм үҙенсәлеген юғары баһаланы. Татарстанда әлегә системалар һәм хеҙмәттәр бер урында тупланмаған, тине ул.

- Беҙҙә был системалар бар, әммә һеҙ бөтәһен дә бер урынға йыйғанһығыҙ, афарин, - тине күрше республика башлығы.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров аңлатыуынса, Республика менән идара итеү үҙәге – Рәсәйҙә берҙән-бер, уның өсөн төбәк айырым бина төҙөгән.

 - Был беҙгә урындағы белгестәрҙән шунда уҡ яуап алырға мөмкинлек бирә. Бер бинала бөтә ведомстволар һәм министрлыҡтар вәкилдәрен йыйҙыҡ, һәр муниципалитеттан кураторҙар эшләй. Беҙҙең мәғлүмәт ярҙамсылары - республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең төп мәғлүмәттәрен сағылдырған ЦУР һәм дашборд мәғлүмәт системалары, - тип һөйләне Андрей Назаров.

Татарстан Рәйесе Үҙәк хеҙмәткәрҙәренә һөҙөмтәле эш теләне:

 - Власть органдары эшендә объектив, ваҡытында мәғлүмәт алыу һәм тиҙ арала яуап биреү бик мөһим. Хатта уның мәсьәләһен шунда уҡ хәл итмәһәң дә, һөйләшһәң дә, ҡасан һәм нисек эшләнәсәген аңлатһаң да - был инде ҙур ҡаҙаныш. Һеҙҙең үҙәк иң яҡшыһы булһын. Хәйерле сәғәттә!

Рөстәм Миннихановҡа мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү механизмы хаҡында һөйләнеләр һәм Башҡортостандың Һанлаштырыу министрлығы республиканың профилле министрлыҡтары һәм комитеттары менән берлектә әҙерләгән мәғлүмәт системаларын һәм дашбордтарҙы күрһәттеләр. Билдәләп үтергә кәрәк, Республика менән идара итеү үҙәге халыҡтың социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәттәрен эшкәртеү һәм мөрәжәғәттәр һаны буйынса алдынғылар рәтендә.

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/25794/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас