Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең был йылда һуңғы кәңәшмәһе үтте. Уны асып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһаны, шулай уҡ төбәк Хөкүмәте эшенең мөһим бурыстарын билдәләне.
– Быйылға һуңғы, 46-сы кәңәшмәне үткәрәбеҙ. Шуныһы ғәжәп, былтыр ҙа тап ошо тиклем кәңәшмә үткән. Был яйға һалынған эш тураһында һөйләй. Улар барышында 180 төп мәсьәләне ҡараныҡ, 360 йөкләмә бирелде. Уларҙың барыһы ла контролгә алынған һәм үтәлергә тейеш. Шуныһы мөһим - был хаҡта мин һәр ваҡыт әйтәм: республика халҡы властарҙың бурыстарын, улар нимә менән шөғөлләнгәнен, ниндәй проблемаларҙы хәл иткәнен белһен, – тине ул.
Радий Хәбиров ағымдағы йылдағы эшмәкәрлек өсөн бөтә коллегаларына рәхмәт әйтте. Эш ауыр шарттарҙа барыуына ҡарамаҫтан, республиканың иҡтисады тотороҡло үҫеште, санкцияларға, сикләүҙәргә ҡарамай алға китеш тәьмин ителде.
– Инвестиция үҫеше темптарын кәметмәүебеҙ мөһим. Быйыл да яҡшы һөҙөмтәләр менән барабыҙ – туғыҙ айҙа үҫеш 25 процент тиерлек. Тулайым төбәк продуктында инвестициялар өлөшөн 26 процентҡаса еткерҙек. Әгәр былтыр рекордлы 620 миллиард һумға етһәк, быйыл 710 миллиард һумлыҡ сикте үтергә иҫәп тотабыҙ. Шуныһы мөһим: алтынсы йыл рәттән инвестициялар үҫешенә өлгәшәбеҙ. Был - тотороҡлолоҡ һәм дөрөҫ ойошторолған эш күрһәткесе, – тине Радий Фәрит улы. – Сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелек рейтингында беҙ йәнә илдә иң яҡшылары булдыҡ. Йыл башынан алып сәнәғәт етештереүе 4,5 процентҡа артҡан. Мәғлүмәттәр быйыл күрһәткестең 5 проценттан кәм булмаясағы хаҡында һөйләй. Ун айҙа экспорт – 3,6 процентҡа, тышҡы сауҙа әйләнеше 5,7 процентҡа артҡан. Ауыр шарттарҙа был бик яҡшы күрһәткес. Торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре буйынса тәүге унау иҫәбенә индек, улар 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ тапшырҙы. Торлаҡ өлкәһендә ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, быйыл да күләмдәрҙең артыуы күҙәтелә.
Шул уҡ ваҡытта етәксе ауыл хужалығы тармағы алдына етди бурыстар ҡуйҙы. Ике йыл буйы ауыл хужалығы етештереүсәнлеге үҫмәүе – дөрөҫ түгел, тигән фекерҙә ул. Тармаҡҡа инвестициялар йәлеп иткәндәре, эшкәртеү сәнәғәте үҫеше өсөн рәхмәт әйтте, ләкин төп бурыстар ҡала, тине ул.
– Юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөүҙең бығаса булмаған күләмдәре хаҡында әйтеп үтәм. Ошо көндәрҙә күптән көтөлгән Шакша күперен файҙаланыуға тапшырҙыҡ, үҙем объектты асыу тантанаһында ҡатнаштым. Мартта – Көнсығыш сығыу юлы, октябрҙә “Көньяҡ ҡапҡалар” проекты сиктәрендә Пугачев урамында юл үткәргес асылды. Рәсәй Президенты ҡатнашлығында беҙҙең республика аша М-12 юғары тиҙлекле трассаһында хәрәкәт асылды. Киләһе йылда М-12 трассаһы тамамланасаҡ. Беҙ республикабыҙ биләмәһендә 200 километрлыҡ беренсе класлы трасса аласаҡбыҙ.
Бер йылда 230 километр “яңғырауыҡлы” юлдар ремонтланды. Төбәк менән идара итеү үҙәгенә мөрәжәғәттәр иҫәбендә булған кешеләрҙең төп һорауы – ул юлдар. Шуға күрә был эште дауам итергә кәрәк, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы, социаль тармаҡты үҫтереү темптарын кәметмәнек, тине. Быйыл мөһим һаулыҡ һаҡлау объекттарын – Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар гематологияһы һәм онкология үҙәген, “Салют” республика күп профилле комплексын, Кушнаренкола поликлиниканы төҙөнөләр. 66 медицина ойошмаһында ремонт үткәрелгән. Беренсел звеноны яңыртыу программаһы сиктәрендә дүрт меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы, 206 санитар автомобиль һатып алынған. Ауылда медицина объекттарының 135 тиҙ ҡоролоусан конструкцияһы ҡуйылды. Ауыл һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыла. Бер үк ваҡытта баш ҡалалағы медицина учреждениеларын яңыртыу программаһын тормошҡа ашыра башланылар. Өфөнөң бөтә поликлиникаларында тәртип урынлаштырыу дауам ителә.
– Быйыл дүрт мәктәп төҙөлдө. 146 мәктәп бинаһы, 215 спорт залы, 25 асыҡ спорт майҙансығы ремонтланды. Республика бюджеты иҫәбенә 15 колледж капиталь ремонт эшләгән. Фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитетын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, сөнки республика үҫешен тап фәнни-технологик үҫеш менән бәйләйбеҙ. 2025 йылдың 1 февраленә тиклем яңы дәүләт комитеты эш башларға тейеш. Беҙ 2030 йылға тиклем тейешле комплекслы программа әҙерләнек. Евразия ғилми-белем биреү үҙәге сиктәрендә алты мега-лаборатория, 18 йәштәр лабораторияһы, алдынғы инженер мәктәбе асылды. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса йәш ғалимдарға ярҙам саралары буйынса төбәктәр рейтингында илдә беренсе урынға сыҡты. Ғилми-технологик үҫеш рейтингында беҙ – һигеҙенсе. Былтыр ҙа беҙ һигеҙенсе инек, ә унан алдағыһында – өсөнсө. Шуға иғтибар итеүегеҙҙе һәм алға барыуығыҙҙы һорайым, – тине ул.
Шулай уҡ Радий Фәрит улы мәҙәниәт тармағындағы уңыштарҙы, Башҡортостанда үткән ҙур-ҙур сараларҙы һанап үтте. Спорт уңыштарын телгә алды. Быйыл беҙҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы үтте. Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, ишеү слаломы ҡорамалының беренсе сираты асылды. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа бассейндар һәм физкультура-һауыҡтырыу комплекстары булдырылды.
Ошо уңайҙан Радий Хәбиров спорт министры Руслан Хәбибовтың мөмкинлектәрен киңәйтергә һәм уға Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын тәҡдим итте. Әлегә ул был эште вазифа башҡарыусы булараҡ үтәйәсәк.
– Алда махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү буйынса бик етди эш тора. Беҙ, ысынлап та, яугирҙәребеҙгә һөҙөмтәле ярҙам итәбеҙ, гуманитар ярҙамдың 142 колоннаһы фронтҡа һәм яңы төбәктәргә китте лә инде. МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төбәк социаль ярҙам сараларын тормошҡа ашырабыҙ. Ошо маҡсатҡа 10 миллиард һум йүнәлтелгән. Быларҙың барыһы ла - реаль һөҙөмтәле әйберҙәр. Беҙҙең бурыс – был мәсьәләләрҙә бюрократия булдырмау. Күңел һәм йөрәк менән етди эшләргә кәрәк. Киләһе йыл республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде. Был бик мөһим эш, ул беҙгә ниндәйҙер етешһеҙлектәрҙе хәл итергә ярҙам итәсәк, – тине ул.
Радий Фәрит улы идара итеү командаһына ҙурыраҡ бурыстар ҡуйҙы һәм, республиканы үҫтереүҙә артабан да тырышып эшләргә кәрәк, тине.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.