Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ. Уны матур уй-ниәттәр менән башлау кәрәк тә бит, ләкин оппозиция баҫмалары быйыл да тыныс йәшәргә теләмәй. Ярар әле уларҙы фашлаусы телеграм-каналдар бар. Быйылғы йыл нисек үтер? Әйтә алмайбыҙ, ә бына уҙып барған аҙнаға байҡау яһарға әҙербеҙ.
“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы Яңы йыл байрамдары осоронда “Уяҙытау” ял базаһында ағыуланған туристар тураһында яҙҙы. Имеш, улар фермер ризығын ашаған һәм бер тәүлектән хәлдәре насарланған.
Эйе, күңелһеҙ хәл, кешеләр ағыуланған. Ә Радий Хәбировтың бында ни ҡыҫылышы? Һәр ваҡыттағыса, “Однажды в Башкирии” телеграм-каналы һәр бәләлә республика Башлығын ғәйепләргә күнеккән шул. Боҙолған ризыҡ килтергән фермер йәки уның сифатын тикшермәгән база етәксеһе түгел, ә Радий Фәрит улы ғәйепле...
Уларҙың фекеренсә, республика Башлығы һәр ял базаһына барырға һәм туристарға бирер алдынан ризыҡтарҙы тәмләп ҡарарға тейешме? Сысҡандарҙы ла ул ағыулармы?
Әйткәндәй, төрлө каналдарҙа яҙыуҙарынса, был ротавирус булған. Табиптар билдәләүенсә, ротавирус һәм ағыуланыу – ике төрлө сир, сәбәптәре төрлө булыуы мөмкин.
Әле был хәлде белгестәр тикшерә. Ә беҙ “ҡайһы бер журналистарға” Яңы йыл ялдарынан арынырға һәм бындай хәлдәргә айыҡ ҡараш менән ҡарарға кәңәш итәбеҙ.
“Однажды в Башкирии” телеграм-каналының ботына Башҡортостан кешеләре дарыуханаларҙа медикаменттар етмәүенә ялыу иткән. Тик улар хәлде тикшереү урынына властарҙы эшһеҙлектә ғәйепләй.
Асыҡланыуынса, анастрозол препаратына һатып алыу үткәрелгән, льготалыларҙы тәьмин итеү өсөн поставкалауға дәүләт килешеүҙәре төҙөлгән. Уны 2024 йылдың декабрь аҙағында килтерә башлағандар. Тапшырыу графигына ярашлы, 59-ы дарыуханаға 10 ғинуарҙа килтерелгән.
Дарыуханаларҙа һәм БР Башфармация дәүләт унитар предприятиеһы келәтендә инвалидтар өсөн 54 ҡап эфлейра дарыуы бар.
– Әлеге мәлдә төбәк һәм федераль льготалылар өсөн һатып алыу саралары уҙғарыла, дарыуханаға килгәндән һуң пациент препарат алыу өсөн саҡырыла, – тип билдәләнеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
“Уфимский визионер” телеграм-каналы 2024 йылға йомғаҡтар яһаны.
Йыл аҙағында Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге 2024 йылда Рәсәй төбәктәренең социаль-иҡтисади һәм сәйәси үҫешенең интеграль рейтингын тәҡдим итте. Башҡортостан Республикаһы унда алтынсы урынды биләй. Башҡортостан Түбәнге Новгород өлкәһе һәм Татарстан менән бер рәттән түбәндәгесә уңышҡа өлгәште:
- идара итеүҙең иң һөҙөмтәле системаһын төҙөү;
- сәйәси тотороҡлоҡто һәм социаль-иҡтисади үҫештең юғары динамикаһын тәьмин итеү;
- юғары инвестиция йәлеп итеүсәнлеген һаҡлап ҡалыу, эксперттар фекеренсә, был Башҡортостан Республикаһы Башлығының һәм уның командаһының лоббист эшмәкәрлеге һәм Кремль яғынан ярҙам һөҙөмтәһе булып тора.
Төбәктәргә сәнәғәт етештереүе һәм тыуым тураһындағы статистик мәғлүмәттәргә һәм түбәндәге күрһәткестәргә таянып рейтинг төҙөлгән:
- сәйәси хәлде баһалау;
- социаль-иҡтисади сәйәсәтте тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге һәм иҡтисади процестарҙың дөйөм динамикаһы;
- төбәк власына ышаныс кимәле;
- инвестициялар йәлеп итеүсәнлек рейтингы.
Тәҡдим ителгән рейтинг Р.Хәбировтың һәм уның командаһының һөҙөмтәле эшләүен раҫлай. 2025 йылдың санкциялар баҫымына, хеҙмәт баҙарында етди дефицитҡа, инфляцияға һәм демографик проблемаларға бәйле тәжрибәһен һәм яңы саҡырыуҙарын иҫәпкә алып, Башҡортостан Башлығы үҙ командаһының эшкә һәләтле өлөшөн һаҡлап ҡалыуға өҫтөнлөк бирҙе. Ләкин был киләсәктә үҙгәрештәр булмаясаҡ тигәнде аңлатмай.
"Яҙ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоп, Баймаҡ районында алтын сығарған тағы бер компания. Компания лицензиялы участканан ситкә сыҡҡан һәм, 5,5 миллиард һум самаһы зыян килтереп, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе туҙҙырған.
2022 йылдың авгусында Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында "Яҙ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән боҙолған ерҙәрҙе рекультивациялауҙы талап иттеләр, әммә компания был талаптарҙы кире ҡаҡты.
Бынан тыш, ул хатта Күсей ауыл советында йәшәүселәрҙең фекеренә ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге 60 гектарҙан ашыу ерҙе сәнәғәт еренә күсереүгә өлгәшә башланы. Улар 2022 йылда асыҡ тыңлауҙарҙа ерҙәрҙе күсереүгә ҡаршы сыҡты, ә ауыл советы хакимиәте генераль планға үҙгәрештәр индереүҙән һәм ерҙе файҙаланыу төрөн үҙгәртеүҙән баш тартты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында ведомство-ара комиссияның эше һөҙөмтәһендә республикала ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыуға өлгәшеүен һәм бындай эштең дауам ителәсәген билдәләне.
2023 йылда компанияның хужаһы М. Әлғужинға ҡарата лицензиялы участканан ситтә алтын тапҡаны өсөн енәйәт эше асылған, ә сентябрҙә Баймаҡ район суды уны бер йылға холоҡ төҙәтеү эшенә һәм эш хаҡының 15 процентын дәүләт файҙаһына тотоп ҡалыуға хөкөм итте.
“Башкирский гамбит” телеграм-каналы 2025 йылға пландары тураһында яҙҙы. 2025 йыл да Башҡортостан өсөн әһәмиәтле булырға вәғәҙәләй. Ниндәй ҡыҙыҡлы ваҡиғалар булыр икән?
Дәүләт Думаһына һайлауҙар ентекле ҡараш аҫтында үтәсәк. Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау алдынан журналистар хәлдәр барышын күҙәтеп кенә ҡалмаясаҡ, ә Башҡортостандан ғәмәлдәге депутаттарҙың эшмәкәрлегенә ентекле анализ яһаясаҡ. Уларҙың эшмәкәрлеге вәғәҙәләргә ярашлылыҡ буйынса тикшереләсәк, етешһеҙлектәре һәм ҡаҙаныштары асыҡланасаҡ, уҡыусыларға эштәренә объектив баһа тәҡдим ителәсәк Был дөрөҫ һайлау яһарға ярҙам итәсәк.
Ваҡыт менән һыналған рубрикалар - популяр “Мөһим әйберҙәр тураһында” һәм “Радий Хәбировтың оператив кәңәшмәләренә күҙәтеүҙәре” рубрикалары үҙ эшен дауам итәсәк, әммә тағы ла тәрәнерәк һәм йәнлерәк буласаҡ.
Дөйөм алғанда, алдаҡ менән көрәшеүсе телеграм-каналдар быйыл да ныҡлап эшләргә әҙер.