Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Ғинуар , 23:30

Интернеттағы бар мәғлүмәткә ышанмағыҙ

Был аҙнала оппозиция баҫмалары нимә тип алдашты? 

Интернеттағы бар мәғлүмәткә ышанмағыҙ
Интернеттағы бар мәғлүмәткә ышанмағыҙ

“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы был аҙнала ниндәй ялғандарҙы фашланы? Мәҫәлән, “Аспекты” телеграм-каналы Курск өлкәһен сит ил дәүләте биләмәһе тип атаны. Йәнәһе, хәҙер ул Рәсәй түгел.

Күрәһең, махсус хәрби операция башланыу менн Германияға сығып киткән Руслан Вәлиев яҡшыраҡ беләлер. География буйынса "икеле"гә уҡығандарға аңлатма бирәбеҙ: Курск ҡалаһы 1991 йылғы дәүләт сиктәре буйынса ла Рәсәйҙә урынлашҡан. Яугирҙәребеҙ алған снарядтар ҙа шунда файҙаланыла. Беҙҙең яугирҙәр оккупант-неонацистарҙы Рәсәй еренән ҡыуа.

Һәм, һәр саҡтағыса, “Пруфы” баҫмаһы үҙенекен ҡыуа һәм буш урында ғауға сығара. Уҙып барған аҙнала ул дрондар темаһына ҡағылды. Интернет өҙөлөүендә лә дрондар ғәйепле ине. Уларҙың хәбәре раҫланмаһа ла, ни өсөндөр һаман “һауа хәүефе” тураһында ҡәтғи рәүештә һөйләүен дауам итәләр.  

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: аҙна уртаһында интернетта Өфөлә генә түгел, бөтә Рунетта өҙөклөк күҙәтелде. Бөтә ерҙә лә “дрон һөжүм итте”ме ни? Әлбиттә, юҡ. Йәйгеһен улар беҙҙе төрлө сыуалыштар менән ҡурҡыта ине, хәҙер дрон ҡурҡытҡыстары йөрөй башланы.

Баҫма етәкселегенең бер ҡулы икенсеһенең ни эшләгәнен белмәй, ахыры. Уларҙың бер телеграм-каналында Рунетта өҙөклөктәр тураһында, ә икенсеһендә дрон шартлауы арҡаһында локаль өҙөклөктәр тураһында яҙыуҙарын тағы нисек аңлатырға? Шуны онотмағыҙ: “Пруфы” ысынбарлыҡҡа тап килмәгән мәғлүмәтте таратҡан өсөн судҡа йәлеп ителгән.

Даими дезинформация ағымы шарттарында уяу булыу һәм паникаға бирелмәү үтә мөһим. Факттарҙы тикшерегеҙ, тикшерелгән сығанаҡтарға ғына ышанығыҙ һәм манипуляция ҡорбаны булыуға юл ҡуймағыҙ.

“Пруфы”ның телеграм-каналдары аҙна дауамында паника тыуҙырып, республикаға дрондарҙың “һөжүм итеүе” тураһында яҙыуын дауам итә. Улар пилотһыҙ аппараттарҙың Өфө сәнәғәт зонаһына килеп төшөүе тураһында яҙған. Йәнәһе лә киң мәғлүмәт сараларында ошо хаҡта рәсми мәғлүмәт баҫылманы.

Әлбиттә, был фейк ине. Мәғлүмәтте компетентлы органдар раҫланы. Эйе, республикаға пилотһыҙ аппараттар һөжүм итеүе мөмкин тигән оператив хәбәр бар ине. Шуның менән бәйле “ковер” планы индерелде. Өҫтәүенә сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен эвакуациялау тураһында ҡарарҙы үҙҙәре ҡабул итте. Әммә дрондар һөжүм итеү ҡурҡынысы юҡҡа сыҡты. 

“Однажды в Башкирии” телеграм-каналы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың телеграмдағы аккаунтының Г.У.Р.У агентлығы рейтингында яҙылыусылар һаны буйынса 35-се урын алыуы тураһында яҙып сыҡты. Сағыштырыу өсөн авторҙар Татарстан Рәйесе Рөстәм Миңлехановтың 19-сы урында торған аккаунтын миҫалға килтерҙе. Был, Татарстан халҡының Башҡортостанға ҡарағанда аҙыраҡ булыуын иҫәпкә алғанда, Миңлехановтың ҙур популярлыҡ яулау билдәһе булып тора, тигән хаталы һығымта яһай журналистар.

Ләкин “Пруфы” журналистары йәнә хәйләләйҙәр! Интернет-коммуникациялар белгесе булған һәр кем, ә журналистар тап шундай булырға тейеш тә – социаль селтәрҙә ҡулланыусыларҙың әүҙемлеге төбәккә бәйле үҙгәреүе яҡшы билдәле. Бындай айырмалыҡтар – яҡшы ла, насар ҙа түгел, ә норма. Эйе, күрше республикала халыҡ араһында "Телеграм" Башҡортостанға ҡарағанда нығыраҡ популяр. Быны, мәҫәлән, Telegram-каналдар каталогы һәм TGStat чаты статистикаһы раҫлай.

Шул уҡ ваҡытта беҙҙә “Бәйләнештә” социаль селтәре популяр, унда Радий Хәбировтың 295 мең яҙылыусыһы бар, ә шул уҡ Рөстәм Миңлехановтыҡы – 212 мең. Тик был тағы ла яҡшы ла, насар ҙа түгел. Был төрлө төбәктәрҙә халыҡтың әүҙемлеге айырылып тороуын тағы бер тапҡыр раҫлай.

Ләкин шуныһы насар, һары баҫма журналистары тәүге сығанаҡтар факттары менән дөрөҫ эш итмәй. Эшкә һалҡын ҡарау йәки аңлы рәүештә, ләкин улар мөһим нюанс тураһында онотҡан: тг-каналдарҙан цитата килтереү буйынса Радий Хәбиров 18-се урынды биләй, ә Рөстәм Миңлеханов - ни бары 30-сыла.

Һөҙөмтәлә Башҡортостан Башлығына яҙылыусылар аҙыраҡ, ә уны телгә алыуҙар күберәк. Һөҙөмтәлә кем нығыраҡ популяр?

Йәмәғәтсе һәм шул уҡ ваҡытта таксист Альберт Рәхмәтуллин йәнә ЖКУ тарифтары үҫеүе тураһында һөйләй башланы. Аңлашыла, тема ябай түгел, һәм күптәрҙә ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Ләкин беҙҙең герой ҡәнәғәтһеҙлек белдереп кенә ҡалмай, ә бында тәғәйен бер кешене – шәхсән Радий Хәбировты ғәйепләй.

Коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың максималь үҫешен Рәсәй Хөкүмәте билдәләй. Федераль кимәлдә. Төрлө факторҙар иҫәпкә алына: инфраструктураның туҙыуы, модернизациялау кәрәклеге һәм хеҙмәттәр күләме. Республика башлығы, үҙ сиратында, РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы тарифтарҙы күтәреүҙең ахыр сикке кимәлен билдәләй. Тимәк, ул уларҙың үҫеү сиктәрен генә билдәләй.

Тарифтар буйынса артабанғы ҡарарҙы Радий Хәбиров түгел, ә Тарифтар һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар ҡабул итә.

Билдәләп үтәйек, Альберт Рәхмәтуллин был темаға беренсе тапҡыр ғына мөрәжәғәт итмәй. Ул хатта мәсьәләне тикшереп тә ҡарамай, хәбәр һөйләүен генә белә. Был билдәле бер фекерҙәргә этәрә – бәлки, уның позицияһын республикала тотороҡлолоҡто юҡҡа сығарырға ынтылған кешеләр финанслайҙыр? Юғиһә беҙ уның тупаҫ ныҡышмаллығын нисек аңлатырға белмәйбеҙ, тип яҙа “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы.

Әйткәндәй, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар ағымдағы йылдың июленән генә артасаҡ – әлегә барыһы ла элеккесә ҡала.

“Однажды в Башкирии” телеграм-каналында Асҡын районында “Танып” шифаханаһында бер нисә кешенең ағыуланыуы тураһында хәбәр таралды. “Коллегаларыбыҙ” шифахана директорынан комментарий ала алманыҡ тип яҙа. Әммә беҙ “мәсьәләне асыҡлау” – уларҙың көслө яғы түгеллеген иҫтә тотабыҙ.

Кем эҙләй, шул һәр саҡ таба, тиҙәр бит. “Танып” директоры Кашшаф Ямалетдинов 17 ғинуарҙа бер нисә ял итеүсенең эсәк сирҙәренә оҡшаған билдәләр менән мөрәжәғәт итеүен раҫланы. Уларға ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелгән. Әлеге ваҡытта кешеләрҙең ни өсөн сирләүе сәбәбе билдәһеҙ. Күҙәтеү хеҙмәттәре был мәсьәлә өҫтөндә эшләй ҙә инде, һәм ул контролдә тотола. Ләкин ял итеүселәр яғынан башҡа бер ниндәй ҙә ялыуҙар теркәлмәүе билдәле.

Бынан тыш, “Однажды в Башкирии” шул уҡ постарында “Уяҙытау” ял базаһында туристар ағыуланыуын да иҫкә төшөргән. Ләкин ял итеүселәр үҙҙәре күптән был фактты кире ҡаҡты. Асыҡланыуынса, был уларҙың турбазаға ҡарата шәхси насар мөнәсәбәте арҡаһында мәғлүмәти сәбәп булдырыу теләге генә булған.

“Танып” шифаханаһына килгәндә, уның директоры бер проблемаһыҙ бәйләнешкә сыҡты һәм аңлатма бирҙе. Ул яҙма баҫылып сыҡҡан мәлгә ял итеүселәрҙең хәле билдәһеҙ булыуын әйтте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: