Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Ғинуар 2025, 03:15

Трамп власҡа килде, хәйерлегә булһын...

Ул Американың "алтын быуаты" хәҙер үк башланыуын белдерҙе.

Трамп власҡа килде, хәйерлегә булһын...Трамп власҡа килде, хәйерлегә булһын...
Трамп власҡа килде, хәйерлегә булһын...

20 ғинуарҙа Яңы һайланған Америка президенты Дональд Трамптың инаугурацияһы Вашингтондағы Капитолийҙа үтте. Инаугурацияға йыйылғандар Трампты алҡыштар менән ҡаршы алды.

Унда Джо Байден власты яңы президентҡа тапшырҙы. Дональд Трамп вазифаны ҡабул итеп, рәсми рәүештә Америка Ҡушма Штаттарының 47-се президенты булды. Ул, йола буйынса, президент бурыстарын намыҫлы үтәргә һәм АҠШ конституцияһын яҡларға ант бирҙе.

Дональд Трамп тәүге телмәрендә инаугурация телмәренең башында уҡ тантанала булған бөтә элекке президенттарға мөрәжәғәт итте һәм Американың "алтын быуаты" хәҙер үк башланыуын, һәм ул Американы "иң алға" сығарасағын белдерҙе. Ул үҙенә беренсе һөжүм ваҡытында “Американы яңынан бөйөк итеү өсөн Алла тарафынан ҡотҡарылдым” тип билдәләне.

Трамптың инаугурация телмәре ваҡытында "тыныслыҡ урынлаштырыусы һәм берләштереүсе" буласағын белдерҙе.

Иң мөһим белдереүҙәр:

  • Американың “алтын быуаты” хәҙер үк башлана, тиҙҙән ул элеккегә ҡарағанда “ҙурыраҡ”, көслөрәк һәм “бик үҙенсәлекле” буласаҡ.
  • Бөгөндән АҠШ-тың рәсми сәйәсәте ике гендерҙы ғына таныуҙан ғибәрәт – ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ.
  • “АҠШ-тың ҡеүәте” бөтә һуғыштарҙы туҡтатасаҡ һәм донъяға яңы берҙәмлек рухы килтерәсәк, тип вәғәҙә итте.
  • Ул Панама каналын кире ҡайтарырға ниәтләнеүен белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, Панама үҙенең каналын Ҡытайға тапшырған, хәҙер АҠШ уны “кире аласаҡ”.
  • “Быға тиклем донъя күрмәгән иң көслө армия” төҙөргә ниәтләүен әйтте.
  • АҠШ-та суверенитет һәм ғәҙеллекте тергеҙеү тураһында вәғәҙә бирҙе, "Юстиция министрлығын сәйәси маҡсаттарҙа ҡулланыуҙы” туҡтатасаҡ.
  • Ул Аҡ йортҡа ҡайтҡас, “Американың бөлгөнлөккә төшөүе тамамланасаҡ” тип вәғәҙә итте.
  • Беренсе сиратта көньяҡ сиктәге хәлгә бәйле дөйөм милли Ғәҙәттән тыш хәл режимын индерергә вәғәҙә итте.
  • Легаль булмаған мигранттарҙың “баҫып инеүен” туҡтатыу өсөн, көньяҡ сигенә ғәскәр ебәрәсәген һәм наркокартелдәрҙе террористик ойошмалар тип иғлан итәсәген белдерҙе.
  • АҠШ-ҡа һүҙ азатлығын ҡайтарырға вәғәҙә итте.                            

Беҙгә иһә "хәйерлегә булһын" тип теләргә генә ҡала.

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас