Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте эргәһендәге инвалидтар эштәре буйынса координацион советтың ултырышын үткәрҙе. Ултырышта ҡатнашыусылар Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылына йомғаҡ яһаны һәм үҙенсәлекле кешеләргә ярҙам системаһын үҫтереү бурыстарын билдәләне.
Башҡортостан Башлығы Координацион советтың ун йылдан ашыу эшләүен белдерҙе. Ул сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә йүнәлтелгән ҙур эштә власть органдарын һәм йәмәғәт ойошмаларын берләштерә.
–Хәҙер совет бурыстары һәм функциялары киңәйҙе. Һуңғы ике йылда беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам мәсьәләләрен әүҙем хәл итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, 2025 йылда ветерандарҙы медицина, психологик һәм социаль реабилитациялауға һәм эшкә урынлаштырыуға айырым иғтибар биреләсәк.
–Беҙ күп эштәрҙе башҡара алдыҡ. Өфөлә “Салют” балалар белем биреү-реабилитация комплексын астыҡ. Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә социаль таксиҙы эшкә ҡуштыҡ.
Былтыр тәү тапҡыр ҡала һәм райондарҙа Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек аҙнаһы үткәрҙек. Быйыл “Именлек” геронтология үҙәгенең яңы корпусын асыуҙы планлаштырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Үҙәк базаһында өлкәндәр, аҙ хәрәкәтләнеүсән граждандар менән эш сифатын яҡшыртасаҡбыҙ.
Һуңғы йылда Башҡортостан яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса Стратегик башланғыстар агентлығының тормош сифаты рейтингында 15 пунктҡа күтәрелде һәм илдең 30 төп төбәгенә инде.
–Стратегик башланғыстар агентлығының “Бөтәһе өсөн дә асыҡ” проекты беҙҙе яңы ҡарарҙарға юл асырға дәртләндерҙе. Быйылдан башлап бизнестың иң яҡшы инклюзив эштәре өсөн “Алтын йөрәк” премияһын булдырабыҙ,– тине Радий Хәбиров.
Ултырышта ҡатнашыусылар асыҡ мөхит булдырыу, аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләрҙе социаль реабилитациялау һәм абилитациялау системаһын үҫтереү мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Ултырышта видеобәйләнеш режимында Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының инвалидтар эштәре буйынса департаменты директоры Дмитрий Лигомина сығыш яһаны. Ул Башҡортостандың үҙенсәлекле граждандарҙы яҡлауҙа заманса саралар һәм ысулдар табыуҙа лидер төбәктәр иҫәбенә инеүен билдәләне.
– Йылға йомғаҡ яһап, бөтә йәмәғәт структуралары етәкселәренә, уларҙың фекерҙәштәренә һәм хеҙмәттәштәренә ныҡлы һаулыҡ теләйем. Беҙ башлаған эште ташламаясаҡбыҙ һәм бер-беребеҙҙе яңы эштәргә һәм башланғыстарға этәрә-этәрә осрашыуҙарҙы дауам итәсәкбеҙ, – тип һығымта яһаны Радий Хәбиров.
Азат Мөхәмәтйәнов фотоһы. l