Сираттағы аҙна артта ҡалды. Һәр ваҡыттағыса, республикалағы барлыҡ ыңғай эштәрҙе, ҡаҙаныштарҙы, ғөмүмән, тормоштан кире яҡтар эҙләүсе оппозиция баҫмалары йоҡламай. Әлдә уларҙы фашлаусылар бар. Мәҫәлән, “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы был йәһәттән әүҙем эшләй. Шулай итеп, был аҙнала ниндәй фейк-хәбәрҙәр булды?
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлеге Хәйбулла районында йәшәүсе Буранбай Асҡаровҡа Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 13.15-се статьяһының 9-сы өлөшө буйынса административ протокол төҙөнө. Уны ЦИПСО-ның өлөшләтә мобилизация үткәреү тураһында фейктарын таратыуҙа ғәйепләнеләр.
Бынан алдараҡ "Башҡорт" йәмәғәт ойошмаһының "Үҫәргән" филиалы етәксеһенә (РФ биләмәһендә экстремистик ойошма тип танылған) ошондай протоколдар төҙөлгәйне. 2023 йылда Асҡаров хәләл ефетен туҡмаған өсөн 10 тәүлеккә һаҡ аҫтына алынған булған.
“Пруфы” баҫмаһына ҡараған “Однажды в Башкирии” телеграм-каналы уны йәмәғәтсе һәм экоактивист тип атай. Буранбай Асҡаров ошо баҫма журналистары мәҡәләләрендә йыш ҡына эксперт булып сығыш яһай.
Хәтеребеҙҙә, бынан алда “Пруфы”ның тағы ла бер эксперты хоҡуҡ һаҡлау органдары күҙәтеүе аҫтында булды. Марсель Әхиәретдинов нацизмды реабилитациялауҙа ғәйепләнде.
Дөйөм алғанда, баҫманың ошондай эксперттарға мөрәжәғәт итеүе аптыратмай ҙа. Ниндәй баҫма – эксперттары ла шундай...
Киләһе яҙма шулай уҡ “Пруфы” баҫмаһының ялғанына арналды. Рәүфә Рәхимованың командаһы Радий Хәбировты ҡара пиар менән “тәьмин итеүен” дауам итә. Был юлы Рәсәй армияһын дискредитациялау өсөн хөкөм ителгән медиаменеджер Башлыҡты район гәзиттәренең тг-каналдары аша цитаталауҙы арттырыу схемаһы менән уртаҡлашты.
Уларҙың уйы буйынса, “районка”ларҙың пабликтары республика Башлығын “өҫтән ҡушыу” буйынса цитаталай. Был юлы улар үҙ юлын яңы башлаған һәм яҙылыусылары әҙ булған Мишкә районы каналына һылтана.
Ә бит улар “ғәҙеллек” һәм “объективлыҡ”ты үҙҙәренең төп принцибы тип атай. Был принципҡа эйәреп, улар яҙылыусылары һәм уларҙы ҡараусылар күп булған район баҫмаларын күрһәтергә тейеш түгел инеме икән? Мәҫәлән, Ейәнсура һәм Салауат районы. Һәм бындайҙар әҙ түгел.
Төбәк башлығы – республикабыҙҙағы баш ньюсмейкер. Киң мәғлүмәт сараларын Хәбиров тураһындағы постарҙа ғәйепләү һаташыу кеүек. Әйткәндәй, медиаменеджер “Коммерсантъ”, “Российская газета”, “Комсомольская правда” кеүек федераль баҫмаларҙың төбәк филиалдарын түгел, ә район киң мәғлүмәт сараларын ғына ғәйепләй. Улар ҙа бит Башҡортостан Башлығының һүҙҙәрен йыш ҡына өҙөмтә итеп килтерә. Уларға ҡаршы барырға көстәре етмәйме?
Маҡтаулы объективлыҡ ошонан ғибәрәт - ул республика башлығына ҡарата нәфрәт менән һуғарылған.
“Однажды в Башкирии” тг-каналы Башҡортостан Республикаһының йәшәү сифаты буйынса Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингында 10-сы урын алыуы тураһында яҙҙы. Һәм, ғәҙәттәгесә, Башҡортостанды өсөнсө урында торған Татарстан менән сағыштырыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырманылар. Был ҡаҙаныштың ыңғай яҡтарын билдәләп үтеү урынына, канал “журналистары” уҡыусыларға бер яҡлы ғына мәғлүмәт биреп, сағыштырыуға иғтибарын йүнәлтте.
Башҡортостан Республикаһы Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингында ышаныслы үҫеш күрһәтә. 2021 йылда төбәк 40-сы урынды биләне, ләкин 2022 йылда уҡ 25-се баҫҡысҡа күтәрелде, ә 2023 йылда тәүге тапҡыр иң яҡшы 20 төбәк иҫәбенә инде. Был уңышҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығының 310-сы Указын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә өлгәшелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Указ 2019 йылдың 23 сентябрендә ҡабул ителде һәм 2024 йылға тиклем төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәренә арналды.
Пандемияға һәм махсус хәрби операцияға бәйле ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, республика үҙенең үҫешендә һиҙелерлек алға китеш күрһәтеүен дауам итә.
Башҡортостан менән Татарстанды Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингында сағыштырғанға тиклем, ике төбәктең баштан уҡ хәле төрлөсә булғанын иҫәптә тоторға кәрәк: 2021 йылда Татарстан бишенсе позицияны биләгән, ә Башҡортостан 40-сы баҫҡыста торған. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан Республикаһы идарасылары командаһының маҡсатлы эшләүе һөҙөмтәһендә төбәк үҙенең позицияларын ярайһы уҡ яҡшырта һәм өс йыл эсендә йәшәү сифаты буйынса иң яҡшы унау иҫәбенә инә алды.
Әммә “Однажды в Башкирии” журналистары ентекле өйрәнеүҙе һәм республикабыҙҙың үҫешен күрмәй – был уларҙың төп маҡсатына тап килмәй бит.
“Уфимский визионер” телеграм-каналы ла тик ятманы. "Медиалогия" 2024 йыл өсөн губернаторҙарҙың медиарейтингын тәҡдим итте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәре араһында беренсе һәм Рәсәйҙең бөтә төбәктәре башлыҡтары араһында етенсе булды. Башҡортостан Башлығы вазифаһына һайлау кампанияһы, һис шикһеҙ, бында ҙур роль уйнаны.
Быға ҡарамаҫтан, алдан билдәләүебеҙсә, Радий Хәбировтың медиаәүҙемлегенең иң юғары нөктәһе һайлауҙар ваҡытына түгел, ә йылдың һуңғы кварталына тура килде, был республикала әһәмиәтле саралар үткәреүгә бәйле.
Медиарейтингта Р. Хәбировтың юғары позицияларын тәү сиратта Башҡортостан Башлығының республикала йәшәүселәр, бизнес һәм башҡа социаль төркөм вәкилдәре менән әүҙем аралашыуы дәлилләй.
Йыл башынан алып ул Өфө хосписында һәм Яҙыусылар союзы йортонда булды, эш сәфәре менән Баҡалы районына барҙы, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йылы буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе.