Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Ғинуар 2025, 09:30

Башҡортостан прокуратураһы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы

Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең Генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин ҡатнашты.

Башҡортостан прокуратураһы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы уҙҙыБашҡортостан прокуратураһы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы
Башҡортостан прокуратураһы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы

Төбәк етәксеһе үҙ сығышында Башҡортостан прокуратураһының дәүләт власы органдары менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен билдәләне.

– Прокуратура органдары дәүләттең ышаныслы терәге булып тора, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итә, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлай. Бурысығыҙға тоғролоғоғоҙ, яуаплылығығыҙ өсөн рәхмәт.

Былтыр прокуратура органдары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән башҡарма производстволар буйынса бурыслы булғандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү буйынса дәүләт ҡуйған бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итте. МХО башланғандан алып прокурорлыҡ реакцияһы акттарын ҡарау һөҙөмтәләре буйынса 39 хәрбиҙең хоҡуҡтары тергеҙелде. Һәм был эш дауам итә.

Прокурорҙарҙың координация роле ярҙамында намыҫһыҙ ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар яғынан, айырыуса Урал аръяғы райондарында, ҡағиҙә боҙоуҙар туҡтатылды.

Һеҙ бәлиғ булмағандарҙың, етемдәрҙең, инвалид балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауға ҙур иғтибар бүләһегеҙ. Прокуратура органдарының әүҙем ярҙамы менән 756 баланың алимент алыу хоҡуғы тергеҙелде. Инвалид балаларҙы реабилитациялауҙы техник саралар менән тәьмин итеү өсөн 720 миллион һумдан ашыу өҫтәмә лимиттар килтерелде.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарының коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эшмәкәрлеген координациялау прокурорҙар эшенең мөһим йүнәлеше булып ҡала. Был йүнәлештә власть органдары һәм прокуратураның тығыҙ хеҙмәттәшлеге һиҙелерлек һөҙөмтәләр килтерә.

Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа беҙгә йәмәғәтселек фекере менән манипуляциялау, шул иҫәптән махсус хәрби операция үткәреү, тарихи хәҡиҡәтте аңлы рәүештә боҙоп күрһәтеү ынтылыштарына ныҡлы ҡаршы торорға кәрәк. Сепаратизм һәм экстремизмдың һәр бер сағылышына киҫкен яуап бирергә, уларҙы закондың бөтә ҡатылығы буйынса туҡтатырға кәрәк.

Антығыҙға һәм бурысығыҙға тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, яуаплы хеҙмәттә уңыштар теләйем! – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.

***

Республика прокуратураһы эшмәкәрлеге йомғаҡтары тураһында Башҡортостан прокуроры вазифаһын башҡарыусы Евгений Бендовский һөйләне. Ул федераль ҡануниәтте боҙоуға, эш хаҡы буйынса бурысты бөтөрөүгә, халыҡты дарыуҙар менән тәьмин итеүгә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы оҙатыуға, коррупцияға ҡаршы эш итеүгә һәм башҡа йүнәлештәргә ентекле туҡталды.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас