Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Ғинуар 2025, 10:00

Республиканың Юғары суды ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙы

Хәҙер уларға 200 мең һумлыҡ административ штраф түләргә тура киләсәк. 

Республиканың Юғары суды ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙыРеспубликаның Юғары суды ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙы
Республиканың Юғары суды ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙы

Башҡортостандың Юғары суды 27 ғинуарҙа Өфөнөң Совет районы судының “Ирекле медиалар” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһына ҡарата ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы. Был хаҡта “Башинформ” агентлығына Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте етәксеһе Наталья Агрова хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың ноябрендә Өфөнөң Совет районы суды “Ирекле медиалар” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһына (“Пруфы.рф”тың нәшер итеүсеһе) Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 13.15-се статьяһында ҡаралған хоҡуҡ боҙоу “дөрөҫ хәбәр исеме аҫтында дөрөҫ булмаған ижтимағи әһәмиәтле мәғлүмәт таратҡан өсөн, шул иҫәптән йәмәғәт тәртибен йәки йәмәғәт хәүефһеҙлеген боҙоу хәүефе тыуҙыра алған” өсөн 200 мең һум административ штраф һалды.

Бынан тыш, бынан алда Совет район суды дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәтте таратҡан өсөн “Пруфы.рф интернет-баҫмаһы” селтәр баҫмаһының баш мөхәрриренә 60 мең һум штраф һалғайны. Башҡортостандың Юғары судында беренсе инстанциялағы суд ҡарарына ялыу буйынса ултырыш 3 февралгә көндөҙгө сәғәт 3-кә күсерелде.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас