2025 йылдың 29 ғинуарында видеоконференция режимында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев рәйеслегендә округ кәңәшмәһе үтте. Унда 2024 йылда Волга буйы федераль округында дәүләт йәштәр сәйәсәтен һәм йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре һәм ағымдағы йылға пландар ҡаралды.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, республика буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов, төбәк власть структуралары етәкселәре ҡатнашты.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округының йәмәғәт проекттары Башҡортостанда 70 меңгә яҡын кешене йәлеп итте һәм был округта иң яҡшы күрһәткес. Бынан тыш, төбәк Волга буйында “Ватан Геройҙары” проекты номинацияларының береһендә беренсе урын яуланы.
Ултырышта Волга буйы федераль округында йәштәр менән эшләү өлкәһендәге бурыстар исемлеге тикшерелде. Мөһим йүнәлештәр иҫәбендә – патриотик тәрбиә һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр булдырыу.
“Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы йылында аң-белем таратыу эшмәкәрлеге йәштәр сәйәсәте өлкәһе өсөн системалы булырға тейеш. Шулай уҡ МХО-ның демобилизацияланған ағзаларын йәштәр менән эшләүгә әүҙем йәлеп итергә кәрәк”, - тине Олег Машковцев.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар эшләүсе йәштәр өсөн яңы йәмәғәт проектын ғәмәлгә индереү һәм Һамар өлкәһендә Беренселәр хәрәкәтенең “iВолга” йәштәр форумына округ статусын кире ҡайтыу менән бәйле үҙенсәлекле 2025 йылға эш пландарын тикшерҙе.
“Беҙ әлеге ваҡытта ҙур ҡалаларға ҡарағанда йәштәр өсөн мөмкинлектәр аҙыраҡ булған муниципаль берәмектәрҙә йәштәр сараларын (тәү сиратта округ йәмәғәт проекттарын) популярлаштырыуға айырыуса иғтибар бирергә тейешбеҙ”, - тип һүҙен йомғаҡланы тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары Олег Машковцев.
Фото: "Башинформ".