Башҡортостандың Юғары суды 3 февралдә дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәтте таратҡан өсөн Өфөнөң Совет районы судының “Пруфы.рф интернет-баҫмаһы” селтәр баҫмаһының баш мөхәрриренә ҡарата ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы. Был хаҡта “Башинформ” агентлығына Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте етәксеһе Наталья Агрова хәбәр итте.
“Ҡарар үҙгәрешһеҙ ҡалды, ялыу – ҡәнәғәтләндереүһеҙ”, – тип хәбәр итте инстанция вәкиле.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың декабрендә суд ҡарары менән М.Р. Кәримова РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 13.15-се статьяһы (9-сы өлөшө) буйынса хоҡуҡ боҙоу “дөрөҫ хәбәр исеме аҫтында дөрөҫ булмаған ижтимағи әһәмиәтле мәғлүмәт таратҡан өсөн, шул иҫәптән йәмәғәт тәртибен йәки йәмәғәт хәүефһеҙлеген боҙоу хәүефе тыуҙыра алған” өсөн ғәйепле тип танылды. Уға 60 мең һум күләмендә штраф тәғәйенләнгән. Суд ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.
Фото һәм сығанаҡ: "Башинформ".