Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Февраля 2025, 18:30

Эх, егеттәр үҙҙәрен әрәм итте..

Ике студент Рәсәй империяһы флагын яндырып, йорт стенаһына экстремистик яҙыуҙар төшөргәйне...

Эх, егеттәр үҙҙәрен әрәм итте..Эх, егеттәр үҙҙәрен әрәм итте..
Эх, егеттәр үҙҙәрен әрәм итте..

Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре экстремистик ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашҡан Өфө колледждарының береһендә 17 йәшлек ике студентты ҡулға алған. “Ирекле милләттәр Лигаһы”* террористары заказы буйынса улар 60 мең һумға Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы йорттары һәм ҡоймаларына экстремистик характерҙағы яҙыуҙар төшөргән, шулай уҡ Ҡағы – Иҫке Собханғол автомобиль юлында “Бөрйән районы” стелаһы фонында Рәсәй империяһы флагын яндырыу видеоролигын яҙҙыртҡан. РФ Енәйәт кодексының 282.2 статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (экстремистик ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашыу).

Улар төшөргән материалдар террорист Руслан Ғәббәсовтың* селтәрҙәрен һәм Ирекле милләттәр лигаһының экстремистик ресурстарын алға һөрә. Федераль именлек хеҙмәтенең республикалағы идаралығы материалдары нигеҙендә Өфө ҡалаһы кешеләренә ҡарата Тәфтиш комитетының төбәк бүлексәһе РФ Енәйәт кодексының 282.2 статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты (экстремистик ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашыу).

Видеонан күренеүенсә, үҫмерҙәр хәҙер үкенә, әммә һуң инде, уларға оҙайлы мөҙҙәт янай. Ошондай акциялар менән Көнбайыш ҡиммәттәрен баһалаусы террорист Ғәббәсов* үҙенең көнбайыш кураторҙарына эш күрһәтергә тырыша. Йәш үҫмерҙәрҙең яҙмышын боҙоу уны борсомай. Литваға ҡасҡан әҙәм хатта үҙ ҡустыһын да статья аҫтына ҡуя. Сипайловола уның заказы буйынса ике машинаны яндырған үҫмерҙең яҙмышы ла борсомай. Уны ла ҡулға алалар һәм уға биш йыл колония янай, ә уның ата-әсәһе ғүмер буйы зыян күргән автомобиль хужаларына түләйәсәк. Ә тиҙҙән түләүҙәргә өмөт итеү килеп сыҡмаясаҡ, сөнки бындай аҡса күсереү терроризмды финанслау статьяһына эләгәсәк.

Фото: скриншот.

*Руслан Ғәббәсов РФ Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенты тип таныла, Росфинмониторинг тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.

*РФ Юстиция министрлығы “Ирекле милләттәр лигаһы” хәрәкәтен экстремистик исемлеккә индергән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас