Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Февраль 2025, 18:00

Уҙғандар менән йәшәмәйек

Оппозиция каналдарының намыҫ ҡына түгел, ҡайһы берҙә күреү һәләте менән дә проблемалары тыуа... 

Уҙғандар менән йәшәмәйекУҙғандар менән йәшәмәйек
Уҙғандар менән йәшәмәйек

Башҡортостанда башҡарылған барлыҡ яҡшы башланғыстарҙан яманлыҡ табыусы телеграм-каналдар быйыл эштәрен бер аҙ һүлпәнәйтһә лә, туҡтарға уйламай. Был аҙнала улар нимә яҙҙы һәм уларҙы нисек фашланылар? Түбәндәге яҙмала.

Һәр саҡтағыса, был эштә “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы тырыша. “Однажды в Башкирии” каналы ошо көндәрҙә йәнә “Спутник ФМ” радиоканалының иҫерек Иглин Ҡыш бабайы тураһындағы хатаһын иҫенә төшөрҙө. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, Ҡыш бабай беҙҙең республиканан түгел булып сыҡты һәм журналистар хаталаныуын таныны.

Эйе, хата ебәрелде, журналистар уны төҙәтте. Бөтә адекват кешеләр шулай итә. Ә бына “Пруфы”ның фейк постарын таныуҙары һәм улар өсөн ғәфү үтенеүҙәрен күргәнегеҙ бармы? Иҫкә төшмәй.

Иң ҡыҙығы, радионы дөрөҫ булмаған мәғлүмәттә ғәйепләп, “Пруфы” тағын бер фейк баҫтырҙы. Имеш “Спутник ФМ” БЮТ телеканалы структураһына инә. Ә был улай түгел. Маҡсаттары аңлашыла: республиканың төп киң мәғлүмәт сараһы – Башҡортостан юлдаш телеканалын ғәйепләү.

Уҙған аҙнала “Пруфы” лифттарҙы ремонтлау темаһына туҡталып китергә булды, әммә килеп сыҡманы. Баҫма журналистары, Башҡортостан властары 2025 йылға яраҡлылыҡ срогы сыҡҡан бөтә лифттарҙы алмаштырырға вәғәҙә итте, тип яҙа. Әммә лифттарҙы ЕАЭС техрегламентына ярашлы хәлгә килтереү өсөн тағы биш йыл бирелеүе хаҡында һуңғы яңылыҡтарҙы үткәреп ебәргәндәрҙер, күрәһең.

Тәүҙә Таможня союзының техник регламентында 25 йыл эшләгән бөтә лифттарҙы 2025 йылдың 15 февраленә тиклем алмаштырырға йәки ремонтларға кәрәклеге ҡаралғайны. Хәҙер был ваҡыт 2030 йылдың 15 февраленә тиклем оҙайтылды.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2025 йылда 620 лифтты алмаштырыу күҙаллана, быйыл файҙаланыу ваҡыты сыҡҡан лифттар буйынса эш тамамланасаҡ. Киләһе йылда лифттарҙы ремонтлау һәм алмаштырыу буйынса эш планға ярашлы алып барыласаҡ.

Әйткәндәй, компетентһыҙ авторҙар бер текста ике урында алданы. Икенсеһе – имеш, Өфөлә ҡыҙҙар менән лифт ҡолап төшкән. Әммә ул төшмәгән. Ҡотҡарыусылар был мәғлүмәтте кире ҡағып, лифттың электр энергияһының ҡапыл һикереүе һөҙөмтәһендә бер нисә секундҡа туҡтап ҡалыуы, ФАЗ-дың контроль релеһы эшләп китеүе тураһында хәбәр итте. Электрон ҡорамалдарға төҙәтмәләр индергәндән һуң, лифт беренсе ҡатҡа үҙаллы төшкән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, баҫма рәсми рәүештә фейкомет тип танылды. Суд, баҫманы РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 13.15-се статьяһы (9-сы өлөшө) буйынса хоҡуҡ боҙоу “дөрөҫ хәбәр исеме аҫтында дөрөҫ булмаған ижтимағи әһәмиәтле мәғлүмәт таратҡан өсөн, шул иҫәптән йәмәғәт тәртибен йәки йәмәғәт хәүефһеҙлеген боҙоу хәүефе тыуҙырырға мөмкин булған” өсөн ғәйепле тип таныны.

Шул уҡ “Пруфы” республика Башлығы ҡатнашлығындағы видеояҙма баҫтырҙы, ул һаңғырауҙар спортының ҡышҡы Спартакиадаһында ҡатнашыусыларға ҡул хәрәкәте телендә сәләмләү яҙҙырған ине. Ошо мәлдә башлыҡтың ҡулдары плашка менән ябылыуы пост авторҙарын асыуландырған.

Күрәһең, баҫма үҙенең фирма алымдарының береһен – “контекстан йолҡоп алыу”ҙы ҡулланылышҡа индерҙе. Ролик тулы түгел бит. “Пруфы” башлыҡтың тәүге фразаһын ғына ҡалдырып, видеоны ҡырҡҡан. Чаттарҙа һәм статустарҙа видеоның тулы варианты баҫылған.

Хәлгә "Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте" дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе Ольга Шевнина аңлатма бирҙе:

“Беренсе һүҙбәйләнештең мәғәнәһе аңлашыла, титрҙар ни бары “рәхим итегеҙ” тигән һүҙҙе генә япты. Ул мөһим түгел. Һаңғырау кеше өсөн барыһы ла аңлашыла! Өҫтәүенә, бөтәһе лә уҡый белгән титрҙар түбәнерәк бара”.

“Пруфы”ларҙың намыҫ менән генә түгел, күреү һәләте менән дә проблемалары бар. Редакцияның ролик аҫтына һалынған текст титрҙарын ҡарай алмауын тағы нисек аңлатырға?

7 февралдә Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа 91 йәш тулған булыр ине. Ул етәкселек иткән осорҙан алыҫлаша барған һайын, Рәхимовтың шәхесен һәм президент булараҡ ҡаҙаныштарын мифҡа әйләндереүҙәр ҙә әүҙемләшә бара. Был турала ҡыҙыҡлы яҙма менән “Ханзаман” һәм “Уфимский визионер” телеграм-каналдары яҙҙы.  

Үткәндәрҙе шулай мифтарға сорнау – ҡотолғоһоҙ, был йәмғиәт һәм айырым кешеләрҙең үҙ мәнфәғәтенә, идеологик һәм мәҙәни талаптарға ярашлы тыуған ихтыяжы.  

М. Рәхимовтың Башҡортостан менән етәкселек иткән осорон мифлаштырыу төбәктең берҙәйлеге формалашыуы, властың нығыныуы һәм ҡатмарлы 1990 - 2000 йылдарҙа Башҡортостанды Рәсәй Федерацияһының уңышлы, үҙаллы субъекты итеп күрһәтергә теләүгә бәйле. Рәсәйҙең күпселек төбәктәре 1990 йылдарҙа көрсөк кисергән саҡта Башҡортостан социаль тотороҡлоҡто һаҡлап ҡала һәм көслө үҙгәрештәрҙән ситтәрәк тороуына баҫым яһала. Быны Рәхимов шәхесе менән бәйләп, уны аҡыллы һәм көслө лидер итеп кәүҙәләндерәләр. ШУНЫҺЫ ҠЫҘЫҠ: М. Рәхимов бит үҙе был мифтарҙы тыуҙырыуҙа ныҡ ҡатнашманы.

“Ил ағаһы” һәм “Башҡортостандың алтын дәүере” тураһындағы яҙмалар яңыраҡ РФ Ҡораллы көстәрен дискредитациялауҙа ғәйепле тип табылған, Башҡортостандың элекке президентының туғаны Рәүфә Рәхимованың йәки уға мөнәсәбәтле киң мәғлүмәт сараларында баҫыла.

Әммә уларға был нимә өсөн кәрәк һуң? Был авторҙар Мортаза Рәхимов бөйөк шәхес булғас, халыҡ уның барлыҡ туғандары ла шундай уҡ эскерһеҙ, эшсән һәм Ватанын һөйгән кешеләр икән, тигән фекергә килер, тип көтә. Ә Рәүфә Рәхимова үҙен Мортаза Рәхимовтың эшен дауам итеүсе булараҡ күрһәтергә тырыша.

Мортаза Рәхимов шәхесен күтәреү – ул тарихи хәтер һәм үткәндәрҙе аңлатыу өсөн көрәштең бер өлөшө. Һис шикһеҙ, Рәүфә һәм Рәхимовтың улы Урал үҙҙәре тәҡдим иткән версияның йәмәғәт аңында өҫтөнлөк итеүе яҡлы. Сөнки был уларға төбәктең киләсәгенә йоғонто яһарға, Башҡортостан тарихында урындарын һаҡларға ярҙам итә.

Рәүфә Рәхимованың киң мәғлүмәт саралары 2000 йылдар башындағы Башҡортостан тураһындағы хәтирәләрҙе файҙаланып, бөгөнгө көн проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдарына ҡапма-ҡаршы ҡуйырға, Урал Рәхимовтың хәлдәре тураһындағы һорауҙарҙан алыҫлаштырырға, Башҡортостандың бөгөнгө етәксеһе Радий Хәбировты яманларға тырыша.

Әйткәндәй, Радий Хәбиров 2003 - 2008 йылдарҙа Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе була һәм уның, хакимиәт командаһының һәм Хөкүмәттең 2000 йылдарҙа Башҡортостандың үҫешенә йоғонтоһон инҡар итеү тарихи яҡтан дөрөҫлөккә тап килмәй.

Уҙған аҙнаның тағы бер мөһим темаһы – Башҡортостанда Рәсәй империяһы флагын яндырған һәм йорттар фасадында экстремистик яҙыуҙар ҡалдырған ике студентты ҡулға алдылар.

ФСБ хеҙмәткәрҙәре экстремистик ойошма эшмәкәрлегенә ҡатнашлығы булған 17 йәшлек ике егетте - Өфө колледжы студенттарын ҡулға алған. Йәштәр "Азат милләттәр лигаһы" террорсылары заказы буйынса 60 мең һум аҡса өсөн Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы өйҙәр фасадына һәм кәртәләргә экстремистик характерҙағы һүҙҙәр яҙған, Ҡағы - Иҫке Собханғол автоюлы буйындағы Бөрйән районы стелаһы фонында Рәсәй империяһы флагын яндырыуҙарын күрһәтеп, видео төшөргән. РФ Енәйәт кодексының 282.3 статьяһының 2-се өлөшө буйынса (экстремистик ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашыу) енәйәт эше асылған.

Студенттар төшөргән материалдарҙы террорсылар Руслан Ғәббәсов* һәм "Азат милләттәр лигаһы"ның экстремистик сығанаҡтары тарата. Именлек хеҙмәттәре материалдарынан күренеүенсә, йәштәр был эштәре өсөн хәҙер бик үкенә, әммә һуң инде - оҙайлы ваҡытҡа ябыуҙары бар.

Бындай флаг яндырыу һәм кәртәләрҙе буяу кеүек акциялар ярҙамында Ғәббәсов* Көнбайыштағы кураторҙарына эш күрһәтергә тырыша. Ә бындағы йәш егеттәрҙең яҙмышы өсөн ул борсолмай. Үҙенең ағаһын да енәйәткә этәрҙе, уның заказы буйынса Сипайловола ике машинаны яндырған үҫмерҙәр яҙмышына ла битараф. Ул егеттәрҙе лә ҡулға алғандар һәм биш йылға колонияға ебәргәндәр, ә ата-әсәләре зыян күргән автомобиль хужаларына ғүмер буйы бурысын түләргә тейеш. Ә тиҙҙән халыҡтан да бындай осраҡта аҡса йыйып булмаясаҡ: күсерелгән аҡса терроризмды финанслауға тиңләнәсәк.

*Ғәббәсов - сит ил агенты тип танылды, Рәсәй финанс мониторингы тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас