Бөгөн илебеҙҙә Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Мөхәмәтфәтих улы Ғәлиәкбәров донъялағы үҙгәреп торған геосәйәси хәлдәр шарттарында тышҡы сәйәсәт ведомствоһы хеҙмәткәрҙәренең эше тураһында һөйләне. Шулай уҡ уларҙың эшмәкәрлегенә ҡағылған көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.
Вәкиллек хеҙмәткәрҙәре нимә менән шөғөлләнә?
“Ватан дипломатияһы беҙҙең өсөн мөһим был датаны Рәсәй дәүләте мәнфәғәттәре өсөн көрәштең алғы һыҙығында ҡаршылай һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлаған яңыртылған тышҡы сәйәсәт концепцияһына ярашлы ҡуйылған киң бурыстар комплексын эҙмә-эҙлекле хәл итә. Өҫтөнлөклө йүнәлештәр – махсус хәрби операция барышын сифатлы сәйәси-мәғлүмәти оҙатыу, яҡын сит илдәрҙә ныҡлы позицияларҙы тәьмин итеү һәм донъя илдәре һәм берекмәләре менән төрлө планлы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү”, – тине ул.
Дошманлыҡ сәйәсәте һәм русофобия күренештәре шарттарында Рәсәйҙең тышҡы сәйәси хеҙмәткәрҙәре юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәтә, ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй, халыҡ-ара эштәрҙә дөрөҫлөк идеалдарын, ғәҙеллекте танытыу һәм, донъяның алдынғы державаларының береһе булараҡ, Тыуған ил мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн барыһын да эшләй.
Рәсәйҙә вәкиллектәр булдырыу тәжрибәһе бынан 30 йыл самаһы элек башланған. Был республикалар һәм өлкәләр сит дәүләттәр менән бәйләнешкә инһен, тышҡы баҙарҙарға сыҡһын һәм ошо йүнәлештә хаталарға юл ҡуйылмаһын тигән маҡсаттан эшләнгән, шуға күрә шул ваҡыттан көндән алып улар республика Хөкүмәте, муниципаль берәмектәр, Эске эштәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте, таможня органдары һәм башҡа федераль структуралар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Эшмәкәрлектең тағы бер йүнәлеше – консуллыҡ хеҙмәте күрһәтеү. Тимәк, дәүләт органдары заявкаһы буйынса төрлө документтар, визалар, паспорттар әҙерләү, республика халҡына консуллыҡ ярҙамы биреү.
Шулай ҙа иң мөһим бурыс – Башҡортостанға сит дәүләттәр менән сауҙа-иҡтисади, ғилми, мәҙәни һәм башҡа төр бәйләнештәр булдырыуҙа ярҙам итеү. Вәкиллек Рәсәй сит ил эштәре министрлығының ҡушыуы буйынса эшләгән үҙаллы федераль структура булып тора. Рәсәйҙең сит илдәрҙәге илселектәре, генераль консуллыҡтары менән туранан-тура эшләйҙәр һәм улар аша республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен күҙ уңында тоталар.
Өфөлә ниндәй вәкиллектәр бар?
Әлеге ваҡытта Өфөлә Тажикстан Республикаһының генераль консуллығы, Беларусь Республикаһы илселеге бүлексәһе эшләй. 2022 йылда ҡалала Үзбәкстан илселеге ҡарамағындағы Үзбәкстан Мәшғүллек министрлығының Тышҡы хеҙмәт миграцияһы буйынса агентлығы вәкиллеге асылған. Почетлы консулдар институты ла әүҙем киңәйә – бөгөн Өфөлә Болгарияның, Ҡаҙағстандың, Үзбәкстандың, Төркиәнең почетлы консулдары эшләй.
БЕЛЕШМӘ
Граждандар сит ил дәүләттәренә бөтөнләй законһыҙ юл менән барып, ғәҙәттән тыш хәлгә тарыһа, уларҙың туғандарына нимә эшләргә?
Аҡса эшләйем тип сит илгә законһыҙ юл менән сығып киткән кешеләр иртәме-һуңмы, барыбер тотола. Уларҙы миграция хеҙмәттәре асыҡлай, аҙаҡ миграция изоляторҙарына урынлаштырып, һәм илдән ҡыуыу мәсьәләһе хәл ителә. Ә иң ҡурҡынысы – эләккән кеше ҡапыл ғына туғандары менән бәйләнеште юғалта, улар хәүефләнә башлай. Ошо саҡта яҡындары вәкиллеккә мөрәжәғәт итә ала. Улар мәсьәләне аныҡ илдәге дипломатик вәкиллек йәки ундағы Генераль консуллыҡ аша хәл итә. Уның ысынлап ҡулға алынғанмы-юҡмы икәнлеген асыҡлау мөмкинлеге бар, ниндәй закон боҙғанын һәм уға ниндәй яза янауын белешә алалар.
Шуны аныҡ аңлағыҙ: вәкиллек илдең Консуллыҡ уставында яҙылған вәкәләттәргә ярашлы ғына ярҙам күрһәтә ала. Әгәр һеҙ сит илдә закон боҙаһығыҙ икән, был саҡта эште сит илдең миграция, хоҡуҡ һаҡлау йә тәфтиш органдары ҡараясаҡ. Консуллыҡ хеҙмәткәрҙәре ни бары Рәсәй кешеһенә ҡарата алып барылған процессуаль нормаларҙың дөрөҫ үтәлеүе, урындағы ҡануниәткә һәм халыҡ-ара хоҡуҡ принциптарына тап килеү-килмәүен күҙәтә. Тимәк, улар эшмәкәрлеккә йоғонто яһай алмай. Эш судҡа барып етһә, гражданды тейешле лицензияһы булған адвокаттар ғына яҡлай. Мәғлүмәт йәһәтенән, һәр бер илселек йәки Генераль консуллыҡта русса һөйләшкән кешеләр менән эшләргә әҙер булған адвокаттар исемлеге бар. Вәкиллек был исемлекте бәләгә тарыусының туғандарына бирә.
Сит илдә тәртип боҙған граждандарҙы нимә көтә?
Миграция тәртибен боҙғандарҙы илдән ҡыуалар һәм уларҙы башҡаса индермәйәсәктәр. Ҡағиҙә булараҡ, биш йылға тиклем. Депортацияланғансы, улар миграция изоляторҙарында ултыра.
Сит илдә ауыр хәлгә тарыһаң, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Тәү сиратта Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының хәл-көрсөк үҙәге департаменты менән бәйләнешкә инегеҙ: телефоны: 495 6954545, рәсми сайты: https://dskc.mid.ru/
Өфөлә Рәсәй Сит ил эштәр министрлығының вәкиллеге эшләй. Ул ошо адрес буйынса урынлашҡан: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18, 413-сө кабинет. Телефоны: +7-347-272-49-74, сайты: https://ufa.mid.ru/ru/
Нәсих Хәлисов фотоһы.