Һуңғы йылдарҙа Рәсәй менән Беларусь айырыуса ныҡ яҡынлашты. Халыҡ-ара аренала ике илдең мөнәсәбәттәре күҙгә күренеп нығына һәм көсәйә. Был эшмәкәрлектә дипломаттарҙың да өлөшө ҙур. Рәсәйҙә Беларусь Илселегенең 12 генераль консуллығы һәм бүлексәләре бар. Улар араһында 2000 йылдан алып Өфөлә Совет урамындағы, 18-се йортта урынлашҡаны айырым урын биләй. Бүлексәнең яуаплылыҡ зонаһына Рәсәйҙең алты төбәге инә: Башҡортостандан тыш, улар Ырымбур, Һамар, Әстрхан өлкәләре, Удмурт һәм Ҡалмығстан республикалары.
Дүрт йыл дауамында бүлексә етәксеһе – кәңәшсе булып эшләгән Артур Карпович бүлексәнең эшмәкәрлеге тураһында ентекләберәк хәбәр итте. Әйткәндәй, былтырғы йыл аҙағында ул, ошо эшмәкәрлеген тамамлап, Беларусь монополияға ҡаршы көйләү һәм сауҙа министры итеп тәғәйенләнде.
Илселек бүлексәһенә беркетелгән биләмәләрҙә 12 миллионға яҡын кеше йәки ил халҡының һигеҙ проценты йәшәй. Был төбәктәр Рәсәй территорияһының өс процентын биләй. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһының майҙаны, шулай уҡ бында йәшәгән халыҡ иҫәбе буйынса иң ҙуры булып тора.
Һуңғы дүрт йылда Өфөләге Илселек бүлексәһе ҡатнашлығында Беларусь Премьер-министры, башҡа юғары вазифалы кешеләр етәкселегендә делегацияның беркетелгән төбәктәргә ете сәфәре ойошторолған. Ә Беларусь Республикаһына Рәсәй төбәктәре етәкселәре һәм урынбаҫарҙары етәкселегендә делегациялар 24 тапҡыр барған. Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге Илсеһенең Рәсәй төбәктәренә 14 визиты ойошторолған, берлектәге эш төркөмдәренең 32 ултырышы уҙғарылған. Башҡортостан Республикаһы һуңғы дүрт йылда үрҙә әйтелгән күрһәткестәр буйынса Рәсәйҙә алдынғыларҙың береһе булды.
Һис шикһеҙ, 2021 йылдың декабрендә Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге делегацияның Беларусь Республикаһына сәфәре иң мөһимдәрҙең береһе булды. Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко, Премьер-министр, эре предприятиелар етәкселәре һәм милекселәре менән осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә өҫтәмә этәргес бирҙе.
Һандарҙа ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшелгән?
Отчет осоронда Башҡортостандың Белоруссия менән Рәсәйҙең дөйөм тауар әйләнеше күләменә индергән өлөшө 5,5 проценттан 8,7 процентҡа тиклем, шул иҫәптән Беларусь Республикаһына ебәрелгән тауарҙар өлөшө (8,1-ҙән 15,6 процентҡа тиклем) һәм белорус экспортының үҙгәрешһеҙ өлөшө (2,3 һәм 2,2 процент) иҫәбенә артты.
Төбәктәр менән тауар әйләнешенең дөйөм күләме 2020 йылдан 2,6 тапҡырға йәки 2,58 миллиард долларға күбәйгән. 2024 йылда ла үҫеш дауам иткән, туғыҙ айлыҡ эш йомғаҡтары буйынса – 100,7 процент.
Белорус экспортының дөйөм күләменә өлөштөң үҙгәреү динамикаһы төбәкте Белоруссия тауарҙары менән туранан-тура тәьмин итеүгә бәйле. Башҡортостанға “МАЗ” автомобилдәре, “Амкодор” техникаһы, ”Беларусь“ тракторҙары һәм башҡалар, ҡағиҙә булараҡ, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә урынлашҡан Белоруссия етештереүселәре вәкиллектәренән һәм дилерҙарынан килтерелә.
Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа транспорт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаларында, ауыл һәм урман хужалығында, сәнәғәт секторында белорус техникаһы күберәк һатып алынған.
Иҡтисади мәсьәләләрҙән тыш, Илселек бүлексәһе консуллыҡ мәсьәләләре менән дә шөғөлләнә, Беларусь Республикаһы граждандарына ярҙам күрһәтә.
– 2023 йылдың аҙағына беҙҙә 519 кеше иҫәптә тора ине. Паспорт, ҡайтарыуға таныҡлыҡ тултырабыҙ, белешмәләр бирәбеҙ, башҡа төрлө ярҙам күрһәтәбеҙ. Ғәҙәттә, граждандарҙың мөрәжәғәттәре стандарт характерҙа түгел. Күпме кеше, шул тиклем яҙмыш. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса һәр ваҡыт беҙгә ярҙам итергә тырышҡан Рәсәй коллегаларына рәхмәт белдерәбеҙ, – тине Артур Карпович.
Эштәренең тағы бер йүнәлеше – белорустарҙың йәмәғәт берекмәләре менән хеҙмәттәшлек итеү. Ошондай туғыҙ ойошма төрлө төбәктәрҙә, шул иҫәптән өсәү Башҡортостанда теркәлгән. 2021 йылда барыһы менән дә Хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған. Милли байрамдар, тантаналы саралар, Беларусь делегациялары менән осрашыуҙар үткәреүгә берләшмәләрҙе йәлеп итергә тырышалар. Мөмкин тиклем уларҙың китапханаларының китап фондын тулыландырыуға, милли белорус костюмдарын яңыртыуға, йәштәргә патриотик тәрбиә биреүгә ярҙам күрһәтелә.
Балтика ауылында этник белорустарҙың тупланып йәшәү урынына айырым иғтибар бирелә. 2024 йылдың сентябрендә урындағы халыҡ, Белоруссия илсеһе, республика Хөкүмәте һәм район етәкселеге ҡатнашлығында Мәңгелек ут янындағы майҙанда Беларусь биләмәһен немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә 80 йыл тулыу уңайынан иҫтәлекле билдә ҡуйылды.
Шуныһы мөһим, ”Белавиа“ авиакомпанияһын йәлеп итеп, 2021 йылдың майында Минск һәм Өфө араһында тура авиабәйләнеш булдырылды. Унан да бигерәк, самолеттар аҙнаһына ике тапҡыр оса башланы. Был – хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн әйтеп бөткөһөҙ һәйбәт мөмкинлек.
Бүлексәнең быйылға пландары бик ҙур. Улар араһында:
- 2025 йылдың мартында Беларусь Республикаһы Президенты менән осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр уҙғарыу өсөн Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге делегацияның Беларусь Республикаһына сәфәрен ойоштороу;
- Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар уҙғарыу;
- 2025 йылдың июнендә Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумында ҡатнашыу;
- Өфөлә Беларусь Республикаһының Генераль консуллығын асыу. Беларусь Сит ил эштәре министрлығы Илселектең был тәҡдимен хупланы. Әлеге ваҡытта килешеү процесы башланған. Бүлексә нигеҙендә Беларусь Республикаһының Өфөләге Генераль консуллығын булдырыу планлаштырыла.
Беҙҙең республикалар һәм халыҡтар араһында булдырылған эшлекле һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙең иҡтисади ҡеүәте тағы ла ҙурыраҡ, һәм ул мотлаҡ тормошҡа ашырыласаҡ тигән ышаныс белдерелә илселек.
Һүрәттә: Артур Карпович.