Был яҙманы Болгарияның Өфөләге почетлы консуллығына арнағы килә. Почетлы консул Ярослав Шредер Өфөлә тыуған. Уның яҙмышында Болгария менән Рәсәй тығыҙ бәйләнгән. Бер нисә йыл элек меценат Ярослав Юрьевичтың хәстәрлектәре артты: 2021 йылдан алып Өфөлә Болгария Республикаһының почетлы консулы офисы асылды.
Бөгөн баш ҡалабыҙҙа ул уңышлы эшләп килә. Уның бурысы – Болгария менән Рәсәй араһында мәҙәни, иҡтисади һәм дипломатик бәйләнештәрҙе нығытыу. Консуллыҡ эшмәкәрлеге консуллыҡ функцияларын үтәүҙән алып социаль әһәмиәтле сараларҙы тормошҡа ашырыуға тиклем төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.
Дипломатик һәм консуллыҡ эшмәкәрлеге
Болгарияның Өфөләге почетлы консуллығы, үҙ эшмәкәрлегенә ярашлы, төбәктә йәшәгән Болгария граждандарына булышлыҡ итә, шулай уҡ консул документтары алыуҙа һәм рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, консуллыҡ ике ил бизнес-берләшмәләре араһында бәйләнештәрҙе яйға һалыуҙа, иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙә мөһим звено булып тора.
“Башҡортостан – Болгария” дуҫлыҡ йәмғиәтенең күп йыллыҡ эше
Консуллыҡ эшмәкәрлегендә мәҙәни һәм гуманитар хеҙмәттәшлеккә айырыуса иғтибар бирелә. Консуллыҡ ҡарамағында эшләп килгән “Башҡортостан – Болгария” төбәк йәмәғәт ойошмаһы күп йылдар инде болгар мәҙәниәте, тарихы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн тартыу көсөнә эйә үҙәк булып тора. Ойошма болгар мираҫын популярлаштырыуға йүнәлтелгән бик күп саралар, шул иҫәптән Башҡортостанда йәшәгән этник болгарҙар вәкилдәре менән фестивалдәр, күргәҙмәләр һәм осрашыуҙар үткәрә.
Йәкшәмбе мәктәбе һәм йәштәр менән эшләү
Үҫеп килгән быуын менән эшләү консуллыҡ эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлеше булып тора. Уның ҡарамағындағы йәкшәмбе мәктәбендә балалар болгар телен өйрәнә, Болгария тарихы һәм мәҙәниәте менән таныша. Был шөғөлдәр тыуған яҡ менән бәйләнеште һаҡлап ҡалырға ғына түгел, ғөрөф-ғәҙәтттәргә һәм ҡиммәттәргә ихтирам тәрбиәләргә лә ярҙам итә.
Социаль әһәмиәтле проекттарҙа ҡатнашыу
Консуллыҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән социаль әһәмиәтле проекттарҙы ла тормошҡа ашыра. Консуллыҡтың С.Т.Аксаков исемендәге фонд менән берлектәге эше Болгария биләмәһендә Рәсәй граждандарының ҡәберлектәрен һаҡлау буйынса хәрәкәттә ҡатнаша.
Был башланғыстар илдәр араһында гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Киләсәккә ышаныс
Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, Болгарияның Өфөләге Почетлы консуллығы Рәсәй һәм Болгария халыҡтары араһындағы бәйләнештәр тергеҙеләсәк кенә түгел, нығынасаҡ та, тип ышана.
Консуллыҡтың, “Башҡортостан – Болгария” дуҫлыҡ йәмғиәтенең күп йыллыҡ эшмәкәрлеге һәм урындағы властарҙың әүҙем ярҙамы арҡаһында Өфө Рәсәйҙә болгар мәҙәниәтенең мөһим үҙәгенә әүерелде. Болгарияның Өфөләге почетлы консуллығының эшмәкәрлеге – мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙең халыҡ дипломатияһы үҫешенең ныҡлы нигеҙенә әүерелеүенә сағыу миҫал.
Алда халыҡтарыбыҙ араһында дуҫлыҡты үҫтереү өсөн яңы проекттар, яңы осрашыуҙар һәм яңы мөмкинлектәр булыуына ышаныс ҙур.
Һүрәттә: Ярослав Шредер.