Быйыл дөйөм милли мәнфәғәттәре һәр саҡ шәхсиләренән юғарыраҡ ҡуйған, ә илһөйәрлек һәм интернационализм уның өсөн бик күпте аңлатҡан беренсе совет илсеһенең тыуыуына 135 йыл тула. Уның шәхси сифаттары, аҡылы, төрлө телдәрҙе үҙләштереү һәләте, белемгә ынтылышы, ныҡышмалылығы, тәбиғи тәрән зиһене, күп яҡлы тормош тәжрибәһе дипломатика күгендә Кәрим Хәкимовтың йондоҙон ҡабындырҙы. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә күп кенә кешеләргә ул “Ҡыҙыл паша” булараҡ хәтерҙә ҡалған; уға китаптар, спектаклдәр һәм фильмдар бағышлана, уның тормошо һәм ғәжәйеп яҙмышы хаҡында һөйләйҙәр.
Башҡорт еренең данлыҡлы улы “Ҡыҙыл паша”ның биографияһы тураһында режиссер Михаил Елкиндың яңы мауыҡтырғыс “Кәрим Хәкимов. Миссияны үтәп була” (2022 йылғы) документаль фильмы ла һөйләй. Илебеҙҙең Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Йемен менән үҙ-ара мөнәсәбәттәренә нигеҙ һалған К. Хәкимов тураһында уның тормош тарихын музыка менән сағыштырып, күп һөйләргә мөмкин. Әгәр көй яҙылғандан һуң тиҫтәләрсә йыл үткәс тә башҡарылһа, тыңлаусылар өсөн ул яҡын һәм заманса булып ҡалһа, тимәк, был шәп музыка. Әммә ул классикаға әүерелерме-юҡмы икәнлеге быуаттар үткәс кенә билдәле буласаҡ. Сағыштырыуҙы дауам итеп, хәҙер, Кәрим Хәкимов – ватан дипломатияһы классигы, тип тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ.
“Ҡыҙыл паша”ның эшмәкәрлеге менән тәүге танышыуым 1969 йылда уҡ булды, ул саҡта мин Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында уҡый инем. Был хәл СССР Фәндәр академияһының Африка институтында булды. Яҡын Көнсығыш һәм Африка илдәре менән ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләренә иғтибарҙы йүнәлтеп, Абдрахман Фәсләх улы Солтановтың уларҙа йәшәгән халыҡтарҙың ғәрәп илдәре, диндәре, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ. Асыҡланыуынса, уға Йеменда “Ҡыҙыл паша” менән эшләү бәхете тейгән. Шул ваҡытта мин геройыбыҙҙың Сталин репрессиялары ҡорбаны булғанын белдем.
К. Хәкимов менән виртуаль танышыуыбыҙҙың яңы бите – Д. Хәлиуллин менән осрашыуым , мин Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенең Джиддалағы Генераль консуллығы башлығы вазифаһында уның урынына ҡалдым. Уның һөйләгәндәренән “Ҡыҙыл паша”ның эшмәкәрлеге яңы яҡтан асылды – уның Сәғүд Ғәрәбстанына нигеҙ һалған һәм уның беренсе короле булған Әбделәзиз ибн Сәғүд менән үҙ-ара хөрмәтле һәм ихлас мөнәсәбәте хаҡында белеп ҡалдым. 20-се йылдарҙа беҙ нефть продукттарын Сәғүд Ғәрәбстанына оҙата инек, ә генконсул К. Хәкимовҡа королдең ватылған персональ “Роллс-ройс”машинаһы моторын йүнәтеү оят булмай.
Ысынында мин сәғүд кешеләренең дипломатыбыҙҙы онотмауына күп тапҡыр инандым. Улар шулай уҡ РСФСР-ҙан, һуңынан СССР-ҙан мосолман ғибәҙәт ҡылыусыларын хәтерләй.
Минең өсөн К. Хәкимовтың дипломат, ислам йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен үҙенә һеңдергән шәрҡиәтсе булараҡ шәхесен аңлау, шулай уҡ “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә алынған Ҡөрьән дине ғилеме, көнсығыш телдәре (ғәрәп, фарсы, төрөк), төрлө халыҡтарҙың мосолман мәҙәниәте тураһындағы төшөнсәне асыусы икенсе мәл – “Цивилизациялар диалогы: Рәсәй һәм мосолмандар донъяһы” китабы өҫтөндә мауыҡтырғыс эш булды.
Китаптың үҙенә килгәндә, унда хәҙерге донъяла үҙ-ара эш итеү процестарының ҡатмарлыҡтары тураһында бәйән ителә. Шул уҡ ваҡытта, Советтар Союзының һәм Рәсәйҙең тарихи-дипломатик тәжрибәһенә таянып, ни өсөн Рәсәй Көнбайыш һәм мосолман Көнсығышы араһында үҙенсәлекле күпер булып сығыш яһай ала, тигән һорауға яуап бирергә тырыштым.
Донъя тарихи үлсәмдәр буйынса бығаса булмаған күсеү осорон кисерә. Көс факторына яңынан таянырға, үҙ проблемаларын башҡалар иҫәбенә хәл итергә ынтыла. Яҡын Көнсығышта хәл тотороҡһоҙ ҡала килә. Мәскәүҙең көрсөк проблемаларын хәл итеү буйынса тырышлыҡтарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы Ғәрәп Көнсығыш илдәре менән хеҙмәттәшлек офоғон киңәйтеү мәнфәғәтендә эшләй.
Күренеүенсә, беҙҙең тирәләй күп нәмә үҙгәрә, шул иҫәптән хәҙерге донъя тәртибе тураһындағы төшөнсәләр ҙә, тышҡы сәйәси эшмәкәрлектең өҫтөнлөктәренә һәм йүнәлештәренә яңылыҡтар индерелә. Бөгөн Рәсәй хәүеф менән генә осрашмай, үҙе өсөн яңы мөмкинлектәр ҙә аса.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса 2022 йылдың ғинуарында Сит ил эштәре министрлығы, донъялағы үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, Рәсәй Федерацияһының тышҡы сәйәсәтенең яңы концепцияһын әҙерләгән. Был доклад стратегик планлаштырыуға ҡағыла. Рәсәйҙең тышҡы сәйәси концепцияһы ҡайтанан ҡарала, тышҡы сәйәси доктрина үҙгәрә. Быға яңы сәйәси ысынбарлыҡ сәбәпсе булды – Европа һәм Көнбайыш партнерҙары хәҙер эшлекле диалог алып барырға теләмәй. Шул уҡ ваҡытта донъя державаларының күбеһе Рәсәй менән дуҫлыҡта һәм хеҙмәттәшлектә ҡыҙыҡһына. Бындай шарттарҙа Рәсәй Азияға һәм Яҡын Көнсығышҡа ҙур иғтибар бүлә, Яҡын һәм Урта Көнсығыштың мосолман илдәре менән мөнәсәбәттәребеҙгә нигеҙ һалған легендар дипломат Кәрим Хәкимовтың иҫтәлегенә ҙур ихтирам менән ҡарай.
Энварбик ФАЗЕЛЬЯНОВ,
Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсе, Рәсәй Фәндәр академияһы Европа институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара иҡтисад һәм сервис институты баш кәңәшсеһе, иҡтисад фәндәре кандидаты.