Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Февраль , 23:00

Путин менән Трамп сәғәт ярым телефондан һөйләште

Улар нимәләр тураһында килеште? Был һөйләшеүҙән иң мөһимдәре:

Путин менән Трамп сәғәт ярым телефондан һөйләште
Путин менән Трамп сәғәт ярым телефондан һөйләште

АҠШ Президенты Дональд Трамп әйтеүенсә, ул Владимир Путин менән һөйләшеүҙәр үткәргән. Дмитрий Песков әйтеүенсә, һөйләшеү сәғәт ярым дауам итте.

Америка Ҡушма Штаттары Президенты Рәсәй Президенты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килешеүе хаҡында әйтте. Был һөйләшеүҙән иң мөһимдәре:

- Путин һәм Трамп Украинала конфликтты бөтөрөү кәрәклеге менән ризалашты.

- Путин менән Трамп Яҡын Көнсығышта хәлдәрҙе көйләү һәм Рәсәй менән Американың ике яҡлы мөнәсәбәттәрен яйға һалыуҙы үҫтереүҙе тикшерҙе.

- Путин Трампты Мәскәүгә саҡырҙы.

- Путин менән Трамп телефон аша һөйләшкәндә шәхси осрашыу ойоштороу тураһында килеште.

- Путин Трамп менән, Украинала оҙайлы ваҡытҡа көйләүгә һөйләшеүҙәр юлы менән өлгәшеп була, тип килеште.

- Трамп Путин менән "емешле һөйләшеү" уҙғарыуын белдерҙе.

- Путин һәм Трамп Рәсәй Федерацияһы һәм АҠШ граждандары менән алмашыуҙы тикшерҙе, Вашингтон өлгәшелгән килешеүҙәрҙең үтәлешен гарантияланы.

- Путин Трамптың бергә эшләргә ваҡыт етте тигән тезисын хупланы.

Путин Рәсәйҙә, шул иҫәптән Украина темаһы буйынса Американың вазифалы кешеләрен ҡабул итергә әҙер булыуы хаҡында белдерҙе.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: