Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Февраль 2025, 18:00

Дөрөҫлөктө күргеләре килмәй

Әллә юрамал күрмәмешкә һалышалар, әллә ысынлап һуҡырҙар... 

Дөрөҫлөктө күргеләре килмәйДөрөҫлөктө күргеләре килмәй
Дөрөҫлөктө күргеләре килмәй

Был аҙнала республиканың мәғлүмәт майҙансығында ниндәй яңылыҡтар көнүҙәгендә булды? Улар күп, әлбиттә, һәм намыҫлы баҫмалар һәр береһен лайыҡлы яҡтыртты. Ә бына оппозиция баҫмалары һәр ваҡыттағыса тырнаҡ аҫтынан бысраҡ эҙләне. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре.

Мәҫәлән, “Однажды в Башкирии” телеграм-каналына Башҡортостандың Волга буйы федераль округында теркәлгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һаны буйынса беренсе урын алыуы оҡшаманы. Уларҙың “эксперт” фекеренсә, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың күп булыуы – властың үҙ функцияларын үтәмәүенең күрһәткесе. Ысынбарлыҡта был нимә аңлата һуң?

Башҡортостан Республикаһында коммерцияға ҡарамаған ойошмалар секторы әүҙем эшләй. Алтынсы йыл рәттән республика Башлығы гранттары фонды йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн граждандарҙың башланғыстарын хуплай. Дәүләт ярҙамы һәм Башлыҡтың иғтибары арҡаһында конкурстарҙы финанслау йыл һайын үҫә бара.

Республиканың идара итеү командаһы Йәмәғәт палатаһы ҡарамағында Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү ресурс үҙәген ойошторҙо, был Башҡортостан Республикаһының Президент гранттары фонды конкурсы лидерҙары иҫәбенә даими инеүенә булышлыҡ итте. Финанслауҙы һәм ярҙам күләмен арттырыу күберәк кешене йәлеп итергә, яңы проекттарҙы ғәмәлгә индерергә һәм хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә.

“Йәмәғәт палатаһы халыҡ һәм муниципалитет вәкилдәре менән күсмә һөйләшеүҙәр уҙғарып, власть һәм граждандар араһында бәйләнештәрҙе нығытыуын дауам итә. Был саралар халыҡҡа тыуған ҡалаһында йәки ауылында тормошто яҡшыртыу буйынса үҙҙәренең проблемаларын һәм тәҡдимдәрен туранан-тура еткерергә, беҙ хуплаған аныҡ гражданлыҡ инициативаһы менән сығыш яһарға мөмкинлек биреүсе мөһим йолаға әүерелде. Бөтә төбәктәр ҙә Башҡортостан кеүек үҫешкән гражданлыҡ йәмғиәте һәм ирекмәнлек институттары системаһы менән маҡтана алмай”, - тип билдәләне Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов.

Социаль селтәрҙәрҙә Рәсәй банкының тулыһынса һанлы һумдарға күсергә күҙаллауы хаҡында мәғлүмәт әүҙем таратыла. Был хәбәрҙәрҙе кем таратҡаны ла билдәле. Баҫмала рәсәйҙәргә ошо реформаға ҡаршы петицияларға ҡул ҡуйырға тәҡдим итеүҙәре хаҡында мәҡәлә баҫылған. Әйҙәгеҙ, хәлде асыҡлайыҡ. Был турала “Фактчекинг по-башкирски” каналы яҙҙы.

Фейк-яңылыҡ авторҙары халыҡты “һанлы тоҙаҡ” менән ҡурҡыта. Йәнәһе лә, улар ҡулаҡса һәм ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшә алмай. Ләкин уларға ышанырға ашыҡмағыҙ. Уларҙа килтерелгән бөтә мәғлүмәт һәм закондар контекстан өҙөп алынған.

Быны Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк идарасыһы урынбаҫары Лилиә Яҡупова раҫланы:

“Ысынында иһә һанлы һум ҡулаҡса һәм ҡулаҡсаһыҙ аҡсаға өҫтәп барлыҡҡа килә. Улар бөтәһе лә тиң хоҡуҡлы. Аҡсаның ниндәй формаһы менән файҙаланырға – һәр кем үҙ ҡарамағына хәл итергә тейеш”.

Уның һүҙҙәренсә, һанлы һумдан баш тартыу өсөн ғаризалар яҙырға кәрәкмәй. Электрон ватан валютаһына мотлаҡ күсереү булмаясаҡ. Һанлы һум тураһында дөрөҫ мәғлүмәтте Рәсәй Банкы сайтында табырға мөмкин.

Шул уҡ "Однажды в Башкирии" телеграм-каналы “Салют” балалар комплексында күп кешенең ағыуланыуы тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ комплекстың карантинға ябылылыуы, тик унда Каринэ Хәбированы индереүҙәре, ә балаларҙың ата-әсәһен индермәүҙәре тураһында яҙҙы.

Нимә булды һуң? Реабилитация комплексы, ысынлап та, карантинға ябылған. Тик ағыуланыу сәбәпле түгел, ә этимологияһы билдәһеҙ булған киҫкен респиратор вирус инфекцияһының таралыуына бәйле. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ошондай һығымтаға йоғошло сирҙәр дауаханаһы табиптары килгән. Ата-әсәһе һау-сәләмәт балаларҙы өйҙәренә алып ҡайтҡан, сирлеләр дауаханаға оҙатылған. 

Үҙәктә күҙәтеү органдары ла булған. Шул иҫәптән Роспотребнадзор ҙа. Бина тикшерелгән, хеҙмәткәрҙәр анализ тапшырған: оҙаҡламай һөҙөмтәләр билдәле буласаҡ.

Каринэ Хәбированың визитына килгәндә, ул бинаның икенсе ҡабырғаһында урынлашҡан "Йондоҙ" белем биреү үҙәгендә булды. Был үҙәккә карантин ҡағылмай. Уның килеүе – планға ярашлы эш сәфәре, канал авторҙары әйтергә тырышҡан "йәшерен рейд" түгел. Үҙәк эше буйынса ведомство-ара кәңәшмә үткәрелде.

"Салют" реабилитация комплексы 17 февралдә, дезинфекция һәм иҫкәртеү тамамланғас, эшләй башлай.

Оппозиция баҫмаларында Башҡортостан үҙ ерҙәрен сауҙалашмай ғына федераль үҙәккә бирә тигән провокация таралды. Ул "республика ерһеҙ ҡала" тигән фекер аҫтында бирелгән.  Бындай ҡарар республиканың ер суверенитетын юҡҡа сығарыуға килтерәсәк, әгәр башҡорт халҡы ерҙән бөтөнләй мәхрүм ҡалһа, был уның юҡҡа сығыуына килтерәсәк, тип иҫәпләй авторҙар.

Был мәғлүмәт – ялған. Әйҙәгеҙ, тикшерәйек. Закондар сығарыу эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең автоматлаштырылған системаһы сайтында “Рәсәй Федерацияһының Ер кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында” 7-257-се закон проекты архивҡа урынлаштырылған. Бының инициаторы булып Вологда өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы сығыш яһай. Закон проекты 2017 йылдың 2 октябрендә теркәлгән һәм Рәсәй Дәүләт Думаһы тарафынан 2018 йылдың 8 ноябрендә кире ҡағылған. Унда ер участкаһын ҡуртымға алыу килешеүен төҙөү тураһында әйтелә һәм ер биләмәләрен контролдә тотоуҙы федераль үҙәккә тапшырыу тураһында һүҙ ҙә юҡ.

Былар ЦИПСО менән хеҙмәттәшлек итеүсе экстремистик телеграм-каналдарҙан республикалағы хәлде тотороҡһоҙландырыу маҡсатында эшләнә. Ошо уҡ телеграм-каналдарҙа элегерәк башҡорт милләтле граждандарҙың ер менән файҙаланыуға хоҡуғын аңлы рәүештә ҡыҫыу тураһында тезистар бар ине. Канал авторҙары шулай уҡ, йәнәһе лә, тиҫтәләгән мең башҡорт йылдар буйы ерҙе үҙ милке итеп ала алмай, ә эре бизнесҡа һәм төҙөүселәргә ул сауҙалашыуһыҙ эләгә, тип әкиәттәр яҙа.

Уҙған аҙналарҙа Белорет районында сыҡҡан “педофилдар” ғауғаһы әле һаман тынмай. Бында ла “Пруфы” журналистары һәм ЦИПСО-ның милли-сепаратистик телеграм-каналдары тырыша. Улар, йәнәһе лә, эшҡыуарҙар, чиновниктар һәм хатта Үҙән приюты хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығы булған исемлекте баҫтыра.

Ә иң ҡыҙығы, был ялғанды әллә ҡасан уҡ асыҡланылар. Ләкин журналистар тынысланмай һәм бысраҡ соҡоуын дауам итә. Маҡсат аңлашыла – дөйөм законһыҙлыҡ тойғоһон тыуҙырыу һәм властарға ышанысты юҡҡа сығарыу.

Социаль селтәрҙәрҙә шулай уҡ  Көрәш һарайы тураһында мәғлүмәт таратыла. “Асыҡ сәйәсәт” тг-каналы яҙыуынса, унда бөтә секциялар ҙа эшләмәй, бассейн һәм саунанан башлап, башҡа төрлө етешһеҙлектәр бар.

“Фактчекинг по-башкирски” каналы журналистары Көрәш һарайы директоры Эдуард Әбдәләлов менән бәйләнешкә ингән һәм хәлдәрҙең ысынбарлыҡта нисек булыуын күргән. 

Объектты төҙөгәндә унда сауна ҡаралмаған. Йылытыу өсөн инфраҡыҙыл кабиналар бар. Көрәш һарайында спортсылар өсөн һауыҡтырыу процедуралары бассейны ла эшләп килә. Уға ябай кешеләрҙең ҡыҫылышы юҡ. Биш юллыҡ икенсе бассейнды февралдә асыу планлаштырыла. Әле унда көйләү эштәре алып барыла.

Фитнес-зал, Көрәш һарайы рестораны кеүек үк, ысынлап та әле эшләмәй. Әлеге ваҡытта объектты төҙөлөш заказсыһынан БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына тапшырыу процедураһы бара. Шуға тиклем ресторанды һәм фитнес залын ҡуртымға бирергә ярамай.

Спортбар бик яҡшы эшләй. Унда хеҙмәткәрҙәр ҙә, спортсылар ҙа, ата-әсәләр ҙә туҡлана.

Тг-каналдарҙа ризаһыҙлыҡтары Көрәш һарайында шөғөлләнгән көрәш төрҙәре һанына ла ҡағыла. Ата-әсәләр балаларын грэпплинг, ирекле көрәш, дзюдо һәм самбоға бирә ала. Был - күнекмәләр өсөн тәҡдим ителгән вәғәҙә ителгән көрәш төрҙәренең яртыһынан күберәге. Әле унда билбау һәм грек-рим көрәше буйынса йыйылма күнекмәләр бара. Йәғни ете төрҙөң алтыһы бар.

Көрәш һарайы - республика өсөн ярайһы уҡ яңы объект. Бөтә секцияларҙы этаплап асыу документтар менән бәйле ҡатмарлыҡтарға һәм килеүселәргә сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеү теләгенә бәйле.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас