Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Александр Прядко тәҡдим иткән төбәктә хоҡуҡ тәртибе торошо һәм республика буйынса Эске эштәр министрлығының 2024 йылдағы эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәләре тураһында отчет көн тәртибенең төп мәсьәләләренең береһе булды.
Ул, республикала енәйәтселек кимәле Волга буйы федераль округы субъекттары араһында һәм тотош Рәсәй буйынса иң түбәндәрҙең береһе булып ҡала, тип билдәләне. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса дөйөм енәйәтселек әүҙемлеге 1,7 процентҡа кәмегән. Үлтереүҙәр һаны – 34 процентҡа, һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү осраҡтары – 14 процентҡа, талау – 16 процентҡа, урлашыу – 19 процентҡа, бөтә милек формаларын урлауҙар 13 процентҡа кәмегән. Урам, рецидив, көнкүреш енәйәтселеге, шул иҫәптән иҫерек хәлдә, кәмегән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре 20 меңдән ашыу енәйәт эшен, шул иҫәптән биш мең ауыр һәм айырыуса ауыр, шулай уҡ үткән йылдарҙағы 900 енәйәтте асҡан.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәт технологияларын ҡулланып енәйәттәргә ҡаршы тороуға ҙур иғтибар бүлә. Былтыр ғына Башҡортостанда йәшәүсе 17 мең самаһы кеше кибермутлашыусыларға дөйөм алғанда дүрт миллиард һум күсергән. Эске эштәр органдары финанс ойошмалары һәм кәрәҙле элемтә операторҙары менән үҙ-ара эш итеүҙе нығыта. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы структураһында кибер енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса идаралыҡ булдырылған. Иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бүленә – көн һайын республика халҡы, дәүләт һәм мәғариф учреждениелары, предприятиелары һәм ойошмалары коллективтары менән осрашыуҙар үткәрелә. Банкоматтар урынлашҡан урындарҙа дежурҙа торған полиция хеҙмәткәрҙәре халыҡты уйламаған аҙымдан 112 тапҡыр ҡотҡарған.
Александр Прядко хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса иҫкәртеү сараларының мөһим ролен билдәләне, шулай уҡ төбәк етәкселегенә шәхси составты яҡлағаны һәм эске эштәр органдарының матди-техник базаһын нығытҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
***
Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында шулай уҡ Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Михаил Закомалдин сығыш яһаны, ул 2024 йылда төбәктә кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын күҙәтеү тураһында һөйләне.
Фото: glavarb.ru/ru.