Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Февраль 2025, 09:50

Үзбәктәр менән дуҫлыҡ нығый

Хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә мөһим. 

Үзбәктәр менән дуҫлыҡ нығыйҮзбәктәр менән дуҫлыҡ нығый
Үзбәктәр менән дуҫлыҡ нығый

Башҡортостан сит илдәр менән иҡтисади бәйләнештәрен нығытыуын дауам итә. Айырыуса БДБ илдәре менән хеҙмәттәшлек арта. Был аңлашыла ла, беҙҙең уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар күп, уртаҡ тел табыуы ла еңел. Күптән түгел генә Башҡортостан делегацияһы Беларусь менән хеҙмәттәшлекте нығытып, уларҙа эш сәфәре менән булып ҡайтҡайны, был аҙнала Башҡортостанға Үзбәкстан илссеһе килде һәм һүҙ шулай уҡ хеҙмәттәшлек тураһында барҙы.

Был хеҙмәттәшлек кем өсөн файҙалы? Беҙҙе ниндәй уртаҡ проекттар көтә?

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ботиржон Асадов менән осрашты. Яҡтар үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәләрен һәм Радий Хәбировтың былтыр Үзбәкстанға сәфәре йомғаҡтары буйынса билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе. Башҡортостан менән Үзбәкстандың хеҙмәттәшлеге киң йүнәлештәр буйынса хәрәкәтсән үҫешә. Иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештәр нығына, был, эксперттар фекеренсә, киләсәккә ҙур мөмкинлектәр аса.

Башҡортостан һәм Үзбәкстан сәнәғәт өлкәһендә, сауҙала компетенциялар менән алмашыу, берлектәге производстволарҙы үҫтереү менән ҡыҙыҡһына, төрлө гуманитар йүнәлештәр буйынса үҙ-ара эш итә. Һуңғы йылдарҙа үҙ-ара тауар әйләнеше аҡрынлап үҫте: 2018 йылда 68,4 миллион долларҙан – 2024 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса 2023 йылдың ошо уҡ осорона 183 миллионға (+19,8 процентҡа) тиклем. Башҡортостандың дөйөм тауар әйләнеше күләмендә Үзбәкстан 4,3 процент өлөш менән 7-се урынды биләй.

“Беҙҙең тышҡы сауҙа әйләнеше тотороҡло үҫешә. 2024 йылда импортты 68 процентҡа арттырҙыҡ. Был һәйбәт күрһәткес. Ләкин иң мөһиме, беҙ тәрәнерәк кооперация яғына күстек. Килешеүҙәребеҙҙең барыһын да юл картаһына һалдыҡ һәм уның нисек үтәлеүен контролдә тотабыҙ”, - тине Радий Хәбиров Үзбәкстан илсеһе менән осрашыу барышында.

Уҙған йыл да бик уңышлы булды. Башҡортостанға Үзбәкстандан бер нисә делегация килде, ә республикабыҙ делегацияһы Ташкентта “Иннопром. Үҙәк Азия” халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты. Быйыл да унда ҡатнашасаҡ. Республика Башлығы һүҙҙәренсә, бындай хеҙмәттәшлек – яҡшы күрһәткес.

Уртаҡ проекттар күп

Башҡортостан һәм Үзбәкстан ғәмәлгә ашырған төп проекттарҙың ҡайһы берҙәрен генә атап үтәйек.

Мәҫәлән, тиҙҙән Үзбәкстандың “Технопарк” компанияһы Өфөлә шоурум аса, унда лифт, эскалатор, һыуытыу һәм климат ҡорамалдарының киң спектрын тәҡдим итә. Фирғәнә өлкәһендә берлектәге технопарк булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Ә Ташкент өлкәһендәге “Чирчик” технопаркы территорияһында Өфө предприятиеһы яғыулыҡ присадкалары производствоһын урынлаштырырға планлаштыра.

Башҡортостанда Урал һәм Волга буйы төбәктәре өсөн транспорт-логистик хаб асыу буйынса эш дауам итә. Үзбәк инвесторы Өфө эргәһендә күмәртәләп аҙыҡ-түлек баҙары төҙөргә ниәтләй.

“SHAH-POLAN M” холдинг компанияһы республикала заманса цемент заводы төҙөргә теләй, ә Үзбәкстандың “ГазРесурс” компанияһы Башҡортостанда төбәк ярҙамында газ тултырыу компрессор станциялары селтәрен төҙөүҙе дауам итә. Биш автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы файҙаланыуға тапшырылған да инде. Предприятиела автотранспорт өсөн газ баллондары етештереү буйынса завод төҙөү планлаштырыла. 2025 йылдың майында Өфөлә Наманган өлкәһенең сауҙа йорто асыласаҡ, унда туҡыу продукцияһының киң ассортименты тәҡдим ителәсәк.

“Үҙ-ара сауҙаны үҫтереүҙән тыш, беҙҙе сәнәғәт кооперацияһы ҡыҙыҡһындыра. Үзбәкстан биләмәһендә берлектәге технопарк асыу, Башҡортостанда цемент заводын төҙөү, йомшаҡ төрөү материалдары, газ баллондары етештереү хаҡында һөйләшеүҙәрҙе дауам итәбеҙ. Эштә – бер юлы бер нисә берлектәге проект, улар беҙҙең хеҙмәттәшлекте яңы кимәлгә сығарасаҡ”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Башҡортостан менән Үзбәкстандың үҙ-ара эшмәкәрлеге 2023 йылда ҡул ҡуйылған 2024-2026 йылдарға иҫәпләнгән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек “юл картаһы”на ярашлы үҫешә. Планлаштырылған 89 сараның 25-е үтәлгән, 64-е тормошҡа ашырыла.

Бынан тыш гуманитар бәйләнештәр ҙә нығый. Башҡортостан менән Үзбәкстан һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, туризм, мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерә. Бөгөн Башҡортостанда дуҫ илдән 700-гә яҡын студент уҡый. Ботиржон Асадов һүҙҙәренсә, Үзбәкстан студенттары Башҡортостанда булдырылған шарттар өсөн рәхмәт белдерә.

Юғары уҡыу йорттарыбыҙ ғилми, белем биреү, мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында 23 килешеүгә ҡул ҡуйған. Үзбәкстандың ҡайһы бер мәктәптәрендә (Наманганда һәм Чустела) Өфө дәүләт нефть техник университетының бренд кластары асылды.

Яҡтар туризм өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙе үҫтерә. 2024 йылдан Башҡортостанда “Башҡортостан-үзбәк оҙон ғүмерлеге. Туризм” социаль проекты тормошҡа ашырыла, унда оло быуын граждандары өсөн Сәмәрҡәнд ҡалаһына туристик сәфәрҙәр ҡаралған. Былтыр Башҡортостандан 150 кеше Үзбәкстанға барҙы ла инде. Эшлекле һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә яйға һалынған авиабәйләнеш тәьҫир итә. Мәҫәлән, Өфөнән Ташкентҡа, Сәмәрҡәндкә, Наманганға осорға мөмкин.

Бөтә тармаҡтар буйынса ла бәйләнеш бар

Беҙҙең баҫманың эксперты, Өфө фән һәм технологиялар университетының финанстар һәм һалым көйләүе кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре кандидаты Гүзәлиә Ғәлимова фекере буйынса телеһә ниндәй хеҙмәттәшлек тә, айырыуса илдәр араһында булған һәр ваҡыт ыңғай баһалана. Айырыуса, ул ике яҡ өсөн дә файҙалы булған саҡта.

– Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек беҙгә генә түгел, улар өсөн дә файҙалы. Башҡортостан өсөн ыңғай яҡтар бихисап – үҙебеҙгә кәрәкле тауар һатып алабыҙ. Был тәү сиратта туҡыма, аҙыҡ-түлек. Шулай уҡ металл импорты 44 процент тәшкил итә. Бының менән бер рәттән экспортты киңәйтәбеҙ. Беҙ уларға минераль ашламалар, химия сәнәғәте, ағас һатабыҙ, – ти ул.

Шулай уҡ Гүзәлиә Абҡадир ҡыҙы әйтеүенсә, хеҙмәттәшлектә инвестициялар булыуы мөһим.

– Беҙҙең республикала үзбәк капиталы һәм инвестициялары булған 24 предприятие эшләй. Ресурстар сикләнгән шарттарҙа, сит илдәрҙән финанс ресурстарын йәлеп итеү – көнүҙәк мәсьәлә. Инвестиция программаһы ныҡлы үҫешә, беҙҙә цемент заводы төҙөләсәк, транспорт-логистика хабы булдырыла. Фирғәнә өлкәһендә уртаҡ технопарк буласаҡ, – ти ул. – Иҡтисадҡа хеҙмәт миграцияһы ла йоғонто яһай. Үзбәкстандан беҙгә эшләргә күптәр килә, улар был мәсьәләлә төп партнер булып тора. Был тенденция бөтә илгә хас. Статистиканы алһаҡ, Башҡортостанға ситтән килеп эшләгәндәрҙең 73 проценты был ил кешеләре. Нисек кенә булмаһын, эшсе ҡулдарға дефицит бар һәм был проблема улар аша хәл ителә.

Эксперт әйтеүенсә, иҡтисадтан тыш гуманитар тармаҡта ла уртаҡ, ҡыҙыҡлы проекттар күп.

– Мәғариф системаһында һәм фәндә яҡшы проекттар бар. Вуздар араһында алмашыныу эшләй. Мәҫәлән, беҙҙең юғары уҡыу йорттарында 694 Үзбәкстан студенты белем ала, ә Үзбәкстанда Евразия ғилми белем биреү үҙәге вәкиллеге төҙөләсәк тип планлаштырыла, – ти ул.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас