Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Февраль 2025, 17:40

Байрам йәмен ебәрә алманылар

Был аҙнала тағы ниндәй фейктар фашланды?

Байрам йәмен ебәрә алманыларБайрам йәмен ебәрә алманылар
Байрам йәмен ебәрә алманылар

Илебеҙ бөгөн ҙур байрам – Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй. Бөтә Рәсәй халҡы ир-егеттәрҙе, хәрбиҙәрҙе һәм тыуған илебеҙ һағында торғандарҙы ҡотлаған саҡта ЦИПСО йоҡламай һәм теләһә нимә тарата. Telegram-каналдарҙа икенсе “Башҡортостан” полкы яугирҙәре уларҙы милли һыҙат буйынса ҡыҫырыҡлай, һәм хәлде тикшереүҙе һорайҙар тигән видео тарала.

Дөрөҫөн әйткәндә, был - арзан фейк. Шулай булһа ла, “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы быны дөрөҫләргә булды. Беренсенән, Башҡортостандың мотоуҡсылар полкы берәү генә. Икенсе полк юҡ. Икенсенән, Башҡортостандың ысын полкында күптән инде "мүк" тибындағы форманы тыйғандар. 

Өсөнсөнән, видеояҙмаға төшөрөлгән ҡоралдар төрлө. Беҙҙең полкта ундай түгел. Һәр подразделениела бер ҡорал төрө ҡулланыла (шулай булғанда припастар менән тәьмин итеү еңелерәк). 

Кемдәр кемде милли билдәһе буйынса ҡыҫырыҡлай һуң? Барлыҡ кешеләр ҙә видеояҙмала акцентһыҙ һөйләшә.

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы – РФ Ҡораллы Көстәренең күп милләтле бүлексәләренең береһе, унда Рәсәй халыҡтары вәкилдәре хеҙмәт итә. Былтыр полктың ике офицерына үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде: улар - рус Андрей Мигунов һәм башҡорт Илдар Суфияров.

Шулай итеп, видео ЦИПСО-ның милләт-ара ыҙғыш тыуҙырыу һәм дезинформациялау маҡсатында төшөрөлгән асыҡтан-асыҡ ялғаны булып тора. Бындай видеолар йәмғиәт фекере менән манипуляциялау өсөн төшөрөлә, шуға күрә уларҙы һәр ваҡыт тикшерергә һәм провокацияға бирелмәҫкә кәрәк.

Был аҙнала тағы ниндәй фейктар фашланды?

“Пруфы”ның телеграм-каналында төбәк иҡтисады буйынса “эксперт” Дилара Гундорованың посы килеп сыҡты. Ул дәүләт бурысы (бюджеттан 30%) арҡаһында Башҡортостан бөлгөнлөккә төшәсәк тип белдерҙе.

Әйҙәгеҙ, ысынбарлыҡтағы һандарға күҙ һалайыҡ. 2025 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостандың дәүләт бурысы 67,3 миллиард һум тәшкил итә. Шуның менән бергә республика дәүләт бурысының дөйөм күләменең 52,5 проценты – бюджет кредиттары, 25,2 проценты – ҡиммәтле ҡағыҙҙар, 11,3 проценты – дәүләт гарантиялары һәм 11 проценты – кредит ойошмалары кредиттары.

Рәсәй Финанс министрлығы 2024 йыл йомғаҡтары буйынса ил субъекттарының бурыс тотороҡлолоғон баһалау һөҙөмтәләре буйынса республика бурыс тотороҡлолоғо юғары кимәлдә булған төбәктәр төркөмөнә инә, был бер ниндәй ҙә бөлгөнлөк тураһында һөйләй алмай.

Шуға ярашлы, Гундорованың фекере – “Пруфы” баҫтырған сираттағы ялған мәғлүмәт.

– Дәүләттең заем аҡсаһын, шул иҫәптән бюджет кредиттарын файҙаланыуы ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, автомобиль юлдары, күперҙәр, коммуналь инфраструктура төҙөү һәм реконструкциялау. Был үҙ сиратында иҡтисад үҫешендә, халыҡтың етеш тормошонда ыңғай сағылыш таба, һөҙөмтәлә бюджетҡа һалым керемдәренең артыуына ла килтерә, - тип һөйләне иҡтисад фәндәре кандидаты Эльвира Мәмлиева.

Мәмлиева әйтеүенсә, практика иҡтисади яҡтан үҫешкән илдәрҙең илдең эске тулайым продукты күләмендә дәүләт бурысы булыуы, әммә шул уҡ ваҡытта һөҙөмтәле үҫешеүе мөмкин икәнлеген күрһәтте.

Шуны билдәләп үтәйек: Федераль үҙәк 2025 йылда бюджет кредиттары буйынса Башҡортостандың 8,6 миллиард һумлыҡ бурысын иҫәптән сығара ала. Бындай мөмкинлек Рәсәй Хөкүмәтенең 2025 йылдың 1 февралендәге ҡарары менән нығытылған. Төбәктәрҙең Федераль үҙәк алдындағы бурыстың өстән ике өлөшөн ғәфү итәсәктәр. Кредиттарҙың бер өлөшөн иҫәптән сығарыуҙың мотлаҡ шарты - төбәктәр экономияланған аҡсаны торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа һәм инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтергә тейеш.

Ошо көндәрҙә ҡайһы бер пабликтарҙа Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғариф учреждениеларына фенолдан һаҡлау буйынса сараларҙы ҡатыландырыу тураһында хаттар ебәреүе тураһында мәғлүмәт баҫылып сыҡты.

Был – ялған. Ведомство белем биреү учреждениеларына бер ниндәй ҙә хат ебәрмәгән, һәм күрһәтелгән номер менән документ теркәлмәгән.

Аңын юғалтҡан бер бала Стәрлетамаҡта медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Ләкин осраҡ фенол менән ағыуланыуға бәйле түгел.

Уяу булығыҙ һәм мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтарҙан тикшерегеҙ.

“Однажды в Башкирии” Волга буйы университеттары рейтингы тураһында мөһим фекерен белдерҙе. ӨФҺТУ-ның алдынғы вуздар иҫәбенә инмәүе уларҙы асыуына тейгән. Юғары уҡыу йорто ҡушылыу һөҙөмтәлелеген иҫбатламаны, тип иҫәпләй улар.

Паблик яҙған рейтингтың үҙенең методикаһы бар, тик ҡайһы бер журналистар уны аңламай.

Исемлеккә, махсус спецификаһы булған белем биреү учреждениеларынан тыш, Рәсәйҙең бөтә вуздары индерелгән. Һуңынан 2023 йылда йәки 2024 йылда Мәскәүҙең “Университеттың өс миссияһы” халыҡ-ара рейтингына йәки Рәсәйҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары “RAEX-100” рейтингына ингән вуздар локаль рейтингтарҙа ҡатнашыусылар иҫәбенән сығарылды.

Тап шуға ла исемлектә Өфө фән һәм технологиялар университеты юҡ. Ул тап топ-100 юғары уҡыу йорто исемлегенә инә.

Бынан тыш, “Однажды в Башкирии” каналы рейтингта БДМУ, ӨДНТУ-ның республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарының булмауы хаҡында һорау бирмәүе ғәжәп. Яуап ябай: иң мөһиме – теләһә нимә һөйләү.

21 февралдә Рәсәйҙә Туған телдәр көнө билдәләнде. ”Пруфы” иһә сит ил агенттары һәм экстремистар истерияһына ҡушылыуҙан аҡыллыраҡ бер нимә лә уйлап тапмаған. Тегеләре, Рәсәй сәйәси тотҡондарға русса яҙылмаған хаттар ебәреүҙе йәки алыуҙы тыя, тип белдерҙе. Һүҙ Баймаҡ эше буйынса ҡулға алынғандар хаҡында бара. Ләкин был мәғлүмәт ни бары “Иҙел Реалия”* сит ил агенты-киң мәғлүмәт сараһының ялған мәғлүмәте.

“Фактчекинг по-башкирски” каналы инде бер нисә тапҡыр, “Пруфы” быны йәшерергә тырышһа ла, экстремистар менән хеҙмәттәшлек итә тип билдәләне. Был юлы ла – факттар күҙ алдында, уларҙың уртаҡ мәғлүмәт сәйәсәте күренә. Улар Көнбайыш һәм Украина махсус хеҙмәттәре менән туранан-тура аффилирланған Рәсәйгә ҡаршы ресурстарҙың берҙәм селтәренә инә. Быға аптырарға кәрәкмәй, сөнки үҙ ваҡытында сит ил агенты һәм экстремист Руслан Ғәббәсов** “Пруфы” ла эшләне һәм “Иҙел Реалия” ла колумнист булды.

*“Иҙел Реалия” - сит ил агенты-киң мәғлүмәт сараһы. 

**Руслан Ғәббәсов - РФ Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенты тип танылған, Росфинмониторинг тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас