Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Февраль 2025, 13:15

200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған водителде тотҡандар

Ул ҡиммәтле сит автмобилендә йөрөгән булған

200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған водителде тотҡандар200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған водителде тотҡандар
200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған водителде тотҡандар

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Дәүләт автоинспекцияһының юл патруле хеҙмәтенең махсус батальоны хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған һәм штраф түләмәгәндәрҙе ирҙе ҡулға алды.

Өфөнөң Чекалин урамында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары юл хәүефһеҙлеге нормаларын даими боҙған административ штраф түләмәүсене туҡтатҡан. “Lexus” рулендәге 49 йәшлек ир, республиканың Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм суммаһы 200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағына эйә һәм штарфтары 331 мең һум күләмендә йыйылған!

Урынға килгән Федераль суд приставтары тейешле документтарҙы рәсмиләштереп, административ штрафты мәжбүри түләттереү өсөн уның автомобилен штраф туҡталҡаһына ҡуя.

Штрафтар тураһында Дәүләт автоинспекцияһының рәсми сайтында, шулай уҡ порталда белергә мөмкин http://www.gosuslugi.ru.

Фото:  @bash_gibdd.

200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған водителде тотҡандар
200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған водителде тотҡандар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас