Эш нисек ойошторолған?
Башҡортостан ХөкүмәтеАппаратында граждандар һәм ойошмалар мөрәжәғәттәре менән эш “Рәсәй Федерацияһы граждандары мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһындағы” Федераль законы, “Башҡортостан Республикаһында граждандар мөрәжәғәте тураһында” Башҡортостан Республикаһы законы, Башҡортостан Хөкүмәте Регламенты һәм Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында эште башҡарыу Инструкцияһына ярашлы алып барыла.
Кешеләр мөрәжәғәттәрен курьер, махсус хәрби курьер, почта һәм факсимиль элемтә аша ебәрә, шулай уҡ электрон почта, шул иҫәптән “МЭДО” ведомство-ара электрон документ әйләнеше системаһы һәм “Башҡортостан Республикаһы власть органдарының электрон ҡабул итеүе” web-сервис аша килә.
Граждандар өсөн уларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү тураһындағы кәрәкле бар мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәтенең Интернеттағы рәсми порталында баҫылған (http:/www.pravitelstvorb.ru). Унда Хөкүмәттең вәкәләтле кешеләренең граждандарҙы ҡабул итеү графигы, Хөкүмәт Регламенты, килгән мөрәжәғәттәр анализы, контакт реквизиттары һәм Хөкүмәткә Интернет-мөрәжәғәт формаһы менән танышырға була.
Мөрәжәғәттәрҙең төп темалары
2024 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенә 10856 мөрәжәғәт килгән. Уларҙа авторҙар 12065 һорау биргән. Иң күбе Башҡортостан граждандары түбәндәге һорауҙарҙы бирә:
- торлаҡ фонды һәм коммуналь хужалыҡ (1956);
- дауалау һәм медицина ярҙамы күрһәтеү, дауалау сифаты, дарыуҙар менән тәьмин итеү, медицина учреждениеларын ябыу һәм ремонтлау, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү, медицина учреждениелары һәм хеҙмәткәрҙәр эше, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы (1202 мөрәжәғәт);
- ер участкаларын бүлеү, дәүләт ер күҙәтеүе (1051);
- юлдар төҙөү, ремонтлау һәм файҙаланыу,тимер юлы, авиа һәм һыу транспорты объекттарын төҙөү һәм төҙөкләндереү(539);
- мобилизация, хәрби хеҙмәт, мобилизацияланғандарға түләүҙәр, хәрбиҙәрҙе, хәрбихеҙмәттән ҡайтҡандарҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын социаль яҡлау (257).
Мөрәжәғәттәр ҡайҙан килгән?
Килгән мөрәжәғәттәрҙең структураһын өйрәнеү күрһәтеүенсә, 10856 мөрәжәғәттең төп өлөшө ҡалаларҙа йәшәгән кешеләрҙән килә: Өфө – 3852, Стәрлетамаҡ – 609, Октябрьский – 241, Нефтекама – 238, Күмертау – 228, Салауат – 195. Шулай уҡ Өфө районы – 483, Иглин районы – 262, Ишембай районы – 239, Белорет районы – 227, Туймазы районы – 203, Мәләүез районы – 181, Бәләбәй районы – 133, Стәрлетамаҡ районы – 127, Учалы районы – 109, Ҡырмыҫҡалы районы – 107 һәм Благовещен районынан – 85 мөрәжәғәт алынған.