Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Март 2025, 18:00

Изге төшөнсәләр менән уйнайҙар

Һәр төрлө мәғлүмәткә ышаныр алдынан, тәүҙә уны тикшерегеҙ! 

Изге төшөнсәләр менән уйнайҙарИзге төшөнсәләр менән уйнайҙар
Изге төшөнсәләр менән уйнайҙар

Уҙып барған аҙнала оппозиция баҫмалары теләһә ниндәй ваҡ-төйәк мәсьәләнән дә ҙур сәйәсәт эшләп маташты. Был башлыса махсус хәрби операция һәм яугирҙәр темаһына ҡағылды. Көнкүреш темаларҙы ла ситтә ҡалдырманылар, әлбиттә.

“Башкирская община” телеграм-каналы күрәләтә алдаҡ мәғлүмәт менән пост баҫтырҙы. Автор, йәнәһе, Стәрлетамаҡта “Русская община” йәмғиәте яҡлы кеше ҡулға алынған тип яҙа. Уның һүҙҙәренсә, был өйөндә ҡорал тотҡан 51 йәшлек табип-травматолог.

Эйе, ысынлап та ҡулға алыныусы булған, һәм был кешенең енәйәти үткәне бар. Ләкин бына уның “Русская община” менән бәйләнеше тураһындағы һүҙҙәре һаташыу менән бер. Уларҙа бындай исемле, тыуған йыллы һәм һөнәре булған кеше юҡ.

Был милләт-ара ыҙғышҡа йүнәлтелгән асыҡтан-асыҡ провокация. Һаҡ булығыҙ, тикшерелмәгән сығанаҡтарға ышанмағыҙ! – тип яҙҙы “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы.

Ошо көндәрҙә “Правда Башкирии” һәм “Пульс Уфы” телеграм-каналдарында Ишембай районында яңы сүп-сар полигоны төҙөлә тигән мәғлүмәт килеп сыҡты. Был хәбәр – алдаҡ. Автор яҙыуынса, был полигон имеш, Торатау итәгенең янында асыласаҡ.

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов та үҙенең сәхифәһендә был мәғлүмәтте кире ҡаҡты. Ниндәйҙер икенсе урында, өҫтәүенә Торатауҙа, яңы полигон төҙөү тураһында һүҙ юҡ. Ғәмәлдәгеһен киңәйтеү генә көтөлә.

Яңы майҙансыҡты сафҡа индереү 2014 йылда Ишембай районы хакимиәте һәм “Эко-сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында төҙөлгән концессия килешеүен ғәмәлгә ашырыуҙың дауамы булып тора.

Бында административ корпус һалынған да инде, ауырлыҡ контроле, сүп-сар эшкәртеү заводы барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ иҫке сүплекте рекультивациялау күҙаллана.

Объекттың проект документацияһы буйынса һорау алыу формаһында йәмәғәт тикшереүҙәре үткәрелде. Шулай уҡ ул Рәсәй Баш дәүләт экспертизаһы төҙөлөшө буйынса килешеү үткән.

Бөгөн “Эко-Сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте полигонына эләккән ҡалдыҡтар республика ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең территориаль схемаһына ярашлы ташыла.

Был эштә райондың тирә-яҡ мөхитенә кире йоғонто яһамаған ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙең заманса технологиялары ҡулланыла.

Шулай булғас, таратырҙан һәм теләһә ниндәй яҙмаларға ышанырҙан алда мәғлүмәт сығанағын тикшерегеҙ.

Ә бер көндө “Пруфы” баҫмаһы журналистары Дилара Гундорова һүҙҙәренә таянып, тап Баймаҡта етемдәр социалт түләмдәр алмай тигән хәбәр таратты.

Был мәғлүмәт – фейк. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы райондың түләүгә ғаризаһына ярашлы опека бүлеген финансланы, бер ниндәй тотҡарлыҡ булманы, тип хәбәр иттеләр Баймаҡ районының опека бүлегендә.

Район хакимиәте шулай уҡ, “Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында”ғы БР Законына ярашлы, пособиелар опекунға ай һайын тулы күләмдә киләһе айҙың 15-енә тиклем түләнә, тип өҫтәне.

Район, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, опекундарҙың һәм попечителдәрҙең хоҡуҡтарын үтәй.

WhatsApp мессенджеры чаттарында Башҡортостандың Приютово һәм Боженное ауылдарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ике хәрби ҡасҡан тигән аудиояҙма таратылды. Ҡатын әйтеүенсә, улар полиция хеҙмәткәрен шаһитлыҡҡа алған һәм уның ҡоралын тартып алған.

– Мин һеҙҙе иҫкәртәм. Был рәсми рәүештә бер ҡайҙа ла әйтелмәй, әммә минең иргә эшендә әйткәндәр. Иремдең “Юлдаш”та һаҡсы булып эшләүен барығыҙ ҙа белә. Уларҙы иҫкәрттеләр, – тиелә аудиохәбәрҙең йөкмәткеһендә.

Был мәғлүмәт ялған булып тора.

WhatsApp-та һәм башҡа мессенджерҙарҙа йыш ҡына ошоноң ише дөрөҫлөккә тура килмәгән хәбәрҙәр һәм ғәйбәт тарала. Тикшерелмәгән мәғлүмәткә ышанмаҫҡа кәрәк тип сараттағы тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Был хәбәр бер ниндәй рәсми сығанаҡтар менән дә дәлилләнмәй.

“Ирекле Иҙел – Урал” украин террор ойошмаһының телеграм-каналында махсус хәрби операция яугире, йәнәһе, һуғышҡа мәжбүри оҙатыу тураһында шиғырҙы уҡыған видео баҫылған. Әммә был тик манипуляция.

Ысынында иһә видео – ялған. Уның өҫтөнә башҡа тауыш һалынған.

Ошо видеояҙманың төп нөсхәһе “Башҡорт батальоны” телеграм-каналына 2023 йылдың мартында уҡ һалынған. Видеола Доставалов исемендәге Башҡортостан батальоны яугире “Томан” позывнойлы егет яҡындарына шиғыр уҡый.

Һәр ваҡыт мәғлүмәттәрҙе тикшерергә һәм провокацияларға бирешмәҫкә кәрәк. “Фактчекинг по-башкирски” һәм “Башҡорт батальоны”н уҡығыҙ.

“Уфимский визионер” телеграм-каналы яҙыуынса, күптәр, махсус хәрби операция башланыуҙың өсөнсө йыллығында МХО маҡсаттарына өлгәшеү темаһына, йәмғиәттең торошона, уның трансформацияһына һәм Рәсәй иҡтисадының бирешмәүсәнлегенә рефлекция яһаны.

Европа союзынан сираттағы санкциялар пакеты һәм Бөйөк Британиянан Австралияға тиклем башҡа илдәрҙән бер нисә сикләүҙәр Рәсәй өсөн традицион "бүләк"кә әүерелде. Һуңғы йылдарҙа санкциялар индерелеүенә күнеккәнбеҙ, шуға күрә быға бик иҫ китмәне.

2025 йылдың 24 февралендә, пакеттар пакетына һалынған, Европа союзының сираттағы 16-сы санкциялар пакеты түгел, ә АҠШ-тан санкциялар булмауы ысын ваҡиғаға әйләнде. Вашингтон, үткән хакимиәт сәйәсәтенә һәм үҙенең союздаштарының инерцияһына ҡарамаҫтан, конфликтты хәл итеүгә ҡарашын күрһәтеүен дауам итә. МХО-ның өсөнсө йыллығына санкцияларҙан ситләшеү – сәйәси сигнал, ул һөйләшеүҙәр өсөн мөмкинлектәр тәҙрәһе хаҡында һөйләй.

Хәйер, тынысланырға ла ярамай. Вашингтонда теләһе ҡайһы ваҡытта кире уйлай ала. Һәм башҡа сигналдар ебәрә ала. Көс ҡарашынан. Ләкин әгәр яңы хакимиәт Мәскәүҙе яҡшыраҡ аңлай һәм унда ысынлап та үҙҙәре өсөн уңайлы шарттарҙа пассивтарҙан ҡотолорға теләһәләр, быны эшләүҙең кәрәге юҡ.

Санкциялар дипломатияһы тарихы өсөн был бик мөһим ваҡиға. Бизнес өсөн дә мөһим сигнал.

Шулай уҡ “Уфимский визионер” 1 марттан Рәсәйҙә ғәмәлгә ингән яңы закондар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе. Бына улар:

- Бәлиғ булмағандарға энергетиктар һатыу тыйылды;

- “Дәүләт хеҙмәттәре” аша кредиттар алыуға үҙ аллы тыйыу мөмкинлеге;

- Кредиттарҙың рекламаһында тулы хаҡ һәм хәүефтәр тураһында иҫкәртеү булырға тейеш;

- Эштән киткәндә файҙаланылмаған ял көндәре (отгулдар) хаҡы түләнә;

- Йылылыҡ өсөн түләүҙәге үҙгәрештәр: кварталлап түләгән төбәктәр тигеҙ түләүҙәргә күсә алмай, ә схема ғәмәлдә булған ерҙә һайлау властар ҡулында ҡала;

- Хәҙер әсәлек капиталын эскроу-иҫәптәр буйынса шәхси йорт төҙөү өсөн файҙаланырға мөмкин.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас