Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров яңы кадр тәғәйенләүе һәм яңы дәүләт органдары булдырыуы тураһында хәбәр итте. Шулай итеп бөгөндән Башҡортостанда Фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты барлыҡҡа килде.
– Иҡтисад үҫешен фән ҡаҙаныштары менән тәрәнерәк берләштереүгә бәйләүебеҙ хаҡында бер нисә тапҡыр әйттек. Бының өсөн беҙгә үҙ аллы орган кәрәк, ул тап ошо үҫеш өсөн яуап бирәсәк. Эш күләме бик ҙур. 15 мартта юғары уҡыу йорттарыбыҙҙың “Өҫтөнлөк 2030”-ға өс заявкаһын яҡлау була, был ғилми тикшеренеүҙәрҙе үҫтереүгә этәргес бирә, федераль финанслау ҙа һәйбәт. Беҙҙә кампустың икенсе сираты төҙөлә, Евразия ғилми-етештереү үҙәге әүҙем эшләй. Ул фән ҡаҙаныштарын йыйыу һәм уларҙы етештереүгә, бизнесҡа индереү үҙәге булып тора, – тине Радий Фәрит улы.
Дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһына кандидатура һайланған, ләкин Радий Хәбиров был турала һуңғараҡ хәбәр итергә вәғәҙәләне.
Тағы бер яңылыҡ – йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты министрлыҡҡа әйләнә.
– Йәштәр менән эшләү – беҙҙең өсөн төп бурыс. Беҙ ҡасан да булһа вазифаларыбыҙҙан китәсәкбеҙ һәм йәштәр киләсәк. Улар дәүләткә ҡарата аңлы, асыҡ позиция менән килергә тейеш. Шуға күрә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетын Йәштәр сәйәсәте министрлығы итеп үҙгәртергә ҡарар иттек, – тине Радий Хәбиров.
Яңы министрлыҡты быға тиклем Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын биләгән Вито Сабиров етәкләй.
Радий Хәбиров кәңәшмәлә яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров менән таныштырҙы. Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, ул “тыйнаҡ, ләкин ныҡышмал кеше”.
– Азат Асҡаров министрҙың беренсе урынбаҫары ла булды, уның сит илдәрҙә лә эш тәжрибәһе бар – Үзбәкстанда сауҙа вәкиле булып эшләне. Барыһы ла килеп сығыр, тип уйлайым. Мөһим тармаҡты үҫтерерһегеҙ тип ышанабыҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың элекке сауҙа министры Алексей Гусев йәмәғәтселек башланғысында Башҡортостан Башлығының бизнес менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса советнигы итеп тәғәйенләнде.
Фото: "Башинформ".