Федераль именлек хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, Бөрө ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары 2024 йылда төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе урынбаҫарынан аҡса алған һәм артабан уларҙы Бөрө ҡала биләмәһе хакимиәте башлығына Революция Көрәшселәре исемендәге паркта Үҙәк аллеяны төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәрҙең акттарына (смета документацияһы) ҡул ҡуйыуҙа сағылған законһыҙ ғәмәлдәр өсөн тапшырған. Бынан тыш, муниципаль берәмек етәксеһе башҡа муниципаль контракттарҙы тормошҡа ашырыуҙа был төҙөлөш предприятиеһына дөйөм ҡурсалау күрһәтә.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығынан тапшырылған оператив-эҙләү эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре нигеҙендә Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһе башлығына ҡарата РФ Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса – “Ришүәт алыу”, Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһе башлығы урынбаҫарына ҡарата РФ Енәйәт кодексының 291.1-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса – “Ришүәт алыуҙа аралашсылыҡ” енәйәт эше ҡуҙғатылған, муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҡулға алынған.
Енәйәт эшмәкәрлегенең бөтә шарттарын рәсмиләштереүгә һәм законһыҙ эшмәкәрлектең башҡа мөмкин булған осраҡтарын асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү эштәре алып барыла.
Фото: скриншот.