“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы кешеләрҙе һәм киң мәғлүмәт сараларын иҫкәртергә булды: социаль селтәрҙә теләһә нәмә яҙыу, дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте үҙеңә күсереү төрмәгә ултырыу менән янай. Интернетта нимә эшләргә ярай һәм ярамай? Социаль селтәрҙәге комментарийығыҙҙан бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ тип уйлаһағыҙ, был етди эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Иң мөһиме: ялған мәғлүмәт таратыу – шаяртыу түгел. Айырыуса, һүҙ мөһим йәмәғәт ваҡиғалары тураһында барһа. Репост эшләү ҙә яуаплылыҡҡа килтерә. Бының өсөн Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы кодекстың 13.15 статьяһының 9-сы бүлеге буйынса яуаплылыҡҡа тарттыра алалар. Ә инде бындай репост йәмәғәт тәртибенә хәүеф менән янаһа, йәки насар эҙемтәгә килтерһә, был инде Енәйәт кодексының 207.2-се статьяһы. Был осраҡта штраф ҡына түгел, ә биш йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү менән дә янай.
Быға миҫалдар тулып ята. Мәҫәлән, 3 мартта “Мэш Бэтэш” телеграм-каналы үҙенең федераль партнерының яҙмаһына репост яһаны. Поста видеояҙма ҡуйылған, унда имеш, Өфө заводы биләмәһенә төшкән украин дроны ҡалдыҡтары төшөрөлгән. Сенсациямы? Әлбиттә! Ләкин, һуңғараҡ барлыҡ рәсми сығанаҡтар был мәғлүмәтте инҡар итте һәм заводта бер ниндәй ҙә БПЛА эҙе табылманы тине. Әйткәндәй, видеояҙмала ла, сағыу ялтырыуҙан башҡа бер нимә лә күренмәй. “Мэш Бэтэш”-тың федераль коллегалары тиҙ генә үҙҙәренең яҙмаһын төҙәтеп ҡуйҙы, ләкин төбәк баҫма журналистары ғәйепле булып ҡалыуы бар ине.
Барыбыҙ ҙа хәтерләй, янғын көнөндә ЦИПСО боттары һәм уларҙың телеграм-каналдары әүҙем рәүештә Украина дрондары һөжүме тураһында мәғлүмәт таратып, халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырып маташты. Ҡайһы бер баҫмалар был провокацияға бирелде. Эйе, трафикты арттырыу өсөн “ҡыҙыу” мәғлүмәт таратыу шәп, тик яуаплылыҡ тураһында ла онотмаҫҡа ине.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, интернетта нимә баҫтырыуығыҙ һәм нимә таратыуығыҙға иғтибарлы булығыҙ. Мәғлүмәтте һәм уның сығанағын тикшерегеҙ.
Уҙған аҙнала социаль селтәрҙәрҙә Өфөлә Транспорт урамы, 44-се йортта шартлау булды тигән мәғлүмәт таралды. Улар белдереүенсә, газ таралыуы ихтимал булған. Ә махсус техника ваҡиғанан һуң сәғәт ярым үткәс кенә килгән.
Ләкин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының телеграм-каналы был имеш-мимеште инҡар итте. Янғын алтынсы ҡаттағы тамбурҙа мөлкәт янып китеүе арҡаһында сыҡҡан. Ҡотҡарыусылар шунда уҡ килгән һәм кешеләрҙе ҡотҡара башлаған. Уларҙың тиҙ эшмәкәрлеге арҡаһында 10 кеше төтөнлө урындан сығарыла һәм ғүмерҙәре ҡотҡарыла.
Сираттағы тапҡыр мәғлүмәтте уҡыр алдынан иғтибарлы булығыҙ тип иҫкәртәбеҙ. Ышаныслы сығанаҡтарға ғына таянығыҙ.
Әүҙем рәүештә тариф сәйәсәтен тәнҡитләүсе йәмәғәтсе-таксист Альберт Рәхмәтуллин сираттағы тапҡыр сығыш яһаны – был юлы капиталь ремонтҡа хаҡтар артыуға бәйле яңғырауыҡлы һүҙҙәр менән. Уның фекеренсә, капиталь ремонтҡа хаҡтың 60 процентҡа артыуы “бурыс тоҙағы ҡоралына” әйләнәсәк. Тик популистик лозунгтарҙы тыңлар алдынан һандарға иғтибар итәйек.
2022 йылдан алып төҙөлөш материалдарына хаҡтар әллә нисәмә тапҡырға артты: бетонға – 69 процентҡа, плиткаға – 68 процентҡа. Башҡа материалдар ҙа ныҡлы ҡиммәтләнде. Шуға күрә капиталь ремонт өсөн иғәнәне арттырыу – кәрәк булған сара. Әлеге тарифтарҙы һаҡлап ҡалдырыу программаның емерелеүенә килтерер ине – төҙөүселәр ремонт яһауҙан баш тартыр ине һәм коммуникациялар көндән-көн иҫкерер ине. Капиталь ремонт – был аҡсаны ҡайҙалыр күсереү түгел, ә үҙеңдең мөлкәтеңә инвестициялар.
Ҡыҙыҡ, ни өсөн иптәш Рәхмәтуллин капиталь ремонтҡа ялыуҙар һанының 60 процентҡа кәмегәнен һиҙмәй икән. Йәки халыҡтың 90 проценты ҡалдырмай иғәнә түләй? Бәлки уның бурысы проблеманы тикшереү түгел, ә сираттағы ғауға өсөн сәбәп кенә табыуҙыр?
Подольское ауылы тирәләй тауыш әле һаман юҡ-юҡта осрап ҡуя. Ошо көндәрҙә йәмәғәтсе Буранбай Асҡаров “Аспекттар” эфирында был ауыл халҡы ер аҫты руднигы төҙөү арҡаһында ауылдарын ташлап китә башланы тине. Был мәғлүмәтте экстремистик телеграм-каналдар тотоп алды һәм “кешеләр үҙ ерен ташларға мәжбүр, властар бер нәмә лә эшләмәй, ә республика һәм район өсөн бер нимә лә эшләнмәй” тип ҡуйыртып артабан таратты. Ләкин бер кем дә кешеләрҙең ҡайҙа күсенеүен күрергә теләмәй.
Ысынбарлыҡ ниндәй? Кешеләр ауылдан “ҡасмай”, ә күпкә уңайлыраҡ урынға – Подолськ ауылының яңы биҫтәһенә күсә. Был турала алдан күп тапҡырҙар әйтелгән ине.
Хәбәр ителеүенсә, ауыл кешеләренең өс юлы бар ине: яңы төҙөлгән Подольск-2 ауылына күсеү, Аҡъярға яңы биҫтәге күсергә йәки баҙар хаҡы буйынса йорттарын һатырға һәм үҙаллы яңы торлаҡ алырға.
Бынан тыш ауыл халҡының милке иҫәбен алыу ваҡытында 377 торлаҡ объектының 131-е теркәлмәгән икәнлеге асыҡланды. Ә “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тырышлығы менән 116 торлаҡ теркәлгән, ни бары 15 объект теркәлмәй ҡалған. Компания үҙ иҫәбенә финанс ауырлығы булған кешеләргә юридик хеҙмәттәр өсөн түләй.
Яңы ҡасабаға килгәндә, унда дүрт күп фатирлы йорт, 132 шәхси йорт һәм 74 блоклы инфраструктуралы йорт һалынасаҡ. Бында административ бина, МФЦ, мәктәп, балалар баҡсаһы, ФОК һәм стадион, ауыл табип амбулаторияһы, скверҙар, парктар, бульварҙар, балалар уйын майҙансыҡтары һәм а инженер инфраструктураһы буласаҡ.