Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Март 2025, 18:20

"Ул саҡта беҙ ғәмәлдә нулдән башланыҡ"

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 30 йыллығына арналған төбәк парламентаризмы буйынса ғилми-ғәмәли конференция үтте.

"Ул саҡта беҙ ғәмәлдә нулдән башланыҡ""Ул саҡта беҙ ғәмәлдә нулдән башланыҡ"
"Ул саҡта беҙ ғәмәлдә нулдән башланыҡ"

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда ошо көндәрҙә билдәләнгән республика парламентының 30 йыллығына арналған “Рәсәйҙә төбәк парламентаризмы: тарихи тәжрибә, хәҙерге практикаһы, үҫеш йүнәлеше һәм киләсәге” ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Конференция спикеры Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев булды.

Конференция башланыр алдынан ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы тарафынан парламент юбилейына әҙерләнгән экспозицияларҙы ҡараны. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар фойелағы Башҡортостандан Рәсәй Федерацияһы геройҙарына – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған күргәҙмә менән танышты.

Сара алдынан Парламент спикеры Константин Толкачев конференцияның республика парламентаризмының 30 йыллыҡ юлын ғилми форум булараҡ күҙалланыуы хаҡында журналистарға һөйләне.

– Башҡортостан парламентының беренсе составы һайланғандан алып уҙған 30 йылда республика һәм тотош ил өсөн мөһим, тормошобоҙҙо үҙгәрткән бик күп ваҡиғалар булды. Ул саҡта беҙ ғәмәлдә нулдән башланыҡ һәм дәүләтселегебеҙҙең нисек үҫешәсәген, Конституцияға һалынған хоҡуҡи нормаларҙы, беҙ ҡабул иткән тәүге закондарҙы нисек йөкмәтке менән тултырыу мөмкинлеген белмәй инек. Хәҙер иһә беҙгә үткән юлды аңлау һәм артабан дәүләтселегебеҙҙе үҫтереүҙең оптималь форматтарын билдәләү мөһим, – тине Константин Толкачев.  

Константин Толкачев билдәләүенсә, хоҡуҡтарҙы, азатлыҡты һәм законлы мәнфәғәттәрҙе киңәйтеү тренды Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм комплекста дәүләт механизмын тәшкил иткән башҡа органдар эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө булырға тейеш.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән конференцияла ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев сәләмләү хаты менән мөрәжәғәт итте.

Йыйылыусыларҙы шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Алексей Касьянов, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Борис Эбзеев, Рәсәй Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институты директоры Александр Савенков, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, Алтай Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесенең беренсе урынбаҫары Татьяна Гигель сәләмләне. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Конституция советы Рәйесе Хәйҙәр Вәлиев сығыш яһаны.

Конференция темаһын тикшереүҙә Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостан Республикаһы Конституция Советы, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзалары, юристар, ғалимдар, студенттар, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Рәмилә МУСИНА һәм gsrb.ru фотолары.

"Ул саҡта беҙ ғәмәлдә нулдән башланыҡ"
"Ул саҡта беҙ ғәмәлдә нулдән башланыҡ"
"Ул саҡта беҙ ғәмәлдә нулдән башланыҡ"
"Ул саҡта беҙ ғәмәлдә нулдән башланыҡ"
"Ул саҡта беҙ ғәмәлдә нулдән башланыҡ"
"Ул саҡта беҙ ғәмәлдә нулдән башланыҡ"
"Ул саҡта беҙ ғәмәлдә нулдән башланыҡ"
"Ул саҡта беҙ ғәмәлдә нулдән башланыҡ"
"Ул саҡта беҙ ғәмәлдә нулдән башланыҡ"
"Ул саҡта беҙ ғәмәлдә нулдән башланыҡ"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас