Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 30 йыллығына арналған парламент тематикаһы буйынса иң яҡшы материалдарға республика конкурсында еңеүсе журналистарға наградалар тапшырҙы.
Быйыл конкурсҡа 200-гә яҡын журналист эше килгән. Еңеүселәрҙе ҡотлап, парламент спикеры, ошо йылдар дауамында киң мәғлүмәт саралары беҙҙең янда булды – ҡатмарлы юридик терминологияны ябай һәм аңлайышлы телгә тәржемә итеп, республика халҡына яңы закондар тураһында мәғлүмәтте халыҡҡа еткерергә ярҙам итте, тип билдәләне.
Конкурс комиссияһы ҡарары менән “Баҫма киң мәғлүмәт саралары” номинацияһында журналистар Лилиә Әбйәлилова (“Кумертауское время”), Марият Артюхова (“Единая Россия – Башкортостан”), Ольга Киселева (“Восход”), Рәмилә Мусина (“Башҡортостан”), Владимир Леонтьев (“Республика Башкортостан”), Фәнис Гәрәев (“Ҡыҙыл таң”), Рәмил Иҙиәтуллин (“Яңауыл таңдары”) бүләкләнде.
Иң яҡшы парламент тележурналистары тип Светлана Лосева (РБК), Ғәлимйән Ибәтуллин (“Рәсәй" телеканалы) һәм Гөлсимә Иштанова (Башҡортостан юлдаш телевидениеһы), радиоэфирҙа сыҡҡан тапшырыуҙар араһында Юлия Аношкинаның (“Спутник ФМ”) һәм Дмитрий Жбановтың (“Бизнес ФМ”) эштәре юғары баһаланды.
“Селтәр баҫмалары” номинацияһында Юлиә Мәҡсүтова (“Интерфакс”), Галина Бахшиева (“Башинформ”), Владимир Шакиев (“Ижтимағи электрон гәзит”) еңеү яуланы.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Ольга Горюнова һәм Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы – “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы филиалының радиотапшырыуҙар хеҙмәте начальнигы урынбаҫары Ғәзиз Лоҡманов парламенттың юғары наградаһы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән наградланды.
Бүләкләү тантанаһынан һуң парламент Рәйесе Константин Толкачев менән рәсми булмаған аралашыу булды. Константин Борисович һәр ваҡыттағыса журналистарҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе һәм төбәк парламентаризмының роле һәм үҫеш перспективалары тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Иртәгә, 21 мартта, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 30 йыллығына арналған пленар ултырыш үтә.
Фото: gsrb.ru, Башинформ.