Бөгөн Өфөлә урынлашҡан 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында журналистар ҡатнашлығында “Хоҡуҡи десант” сараһы үтте. Уны Башҡортостандың Йәмәғәт күҙәтеү советы ағзалары граждандарҙы мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса йәмәғәт контроле һәм уларға булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторҙо.
Хоҡуҡ төҙәтеү биләмәһендә яза үткән кешеләр менән төрлө министрлыҡ, ведомство һәм учреждениелар вәкилдәре осрашты һәм шәхси ҡабул итеү үткәрҙе.
Тәүҙә сарала ҡатнашыусылар өсөн учреждение буйлап экскурсия үткәрелде. Уны Йәмәғәт күҙәтеү советы рәйесе Олег Галин колония хеҙмәткәрҙәре менән берлектә алып барҙы. Асыҡланыуынса, 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы ҡаты режимлы объект, бында башлыса рецидивистар, йәғни бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән кешеләр ултыра. Ауыр статьялар буйынса яза алғандар байтаҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан колония йәшәү шарттары буйынса ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бөтә ерҙә лә тәртип һәм таҙалыҡ. Тәүҙә беҙҙе 3-сө отрядҡа индерҙеләр. Бында үҙҙәрен һәйбәт тотҡан, сығырға әҙерләнгән, холҡо төҙәлгән кешеләр тотола һәм уларҙың шарттары ла һәйбәтерәк. Әлбиттә, һәр отрядҡа инеү йоҙаҡлы, ләкин уларҙың һәр береһендә асыҡ һауа аҫтында локаль участкалары бар. Бында бер яҡта спорт менән шөғөлләнергә була, икенсе яғында тәмәке тартырға урын бар. Ә йәй көнө... хатта бәләкәй генә фонтан да эшләп тора. Беренсе ҡатта ял бүлмәһе урынлашҡан. Бында шуныһы ғәжәпләндерҙе, телевизор, теннис өҫтәле, китапхананан тыш тере мөйөштәре лә булдырылған. Бер яҡта тутыйғоштар ҡысҡыра, икенсе мөйөштә балыҡтар менән аквариум ҡуйылған. Хөкөм ителгәндәрҙең хатта бесәйҙәре лә бар. Беҙҙе оҙатып йөрөгән колония начальнигы урынбаҫары Руслан Ибатуллин әйтеүенсә, тере йән эйәләре менән аралашыу уларға ыңғай тәьҫир итә.
Икенсе ҡатта – йәшәгән урындары. Бүлмәлә карауат, ултырғыс һәм тумбочка. Башҡа бер артыҡ әйбер ҙә юҡ. Күҙгә ташланғаны – бөтә ерҙә таҙалыҡ. Ремонт та һәйбәт. Күрше бүлмәлә сәй эсеү урыны. Бында һыуытҡыстар һәм тумбочкалар тора, унда хөкөм ителгәндәрҙең аҙыҡ-түлеге урынлашҡан.
Журналистарҙа “кешеләр килгән осорҙа ғына ошондай һәйбәт шарттар булдырылған һәм иң төҙөк отряд күрһәтелә” тигән шик барлыҡҡа килгәс, беҙгә икенсе теләгән бер отрядҡа инергә тәҡдим иттеләр. Бында шарттар шул уҡ тиерлек булып сыҡты, тик карауаттарҙың ике ҡатлы булыуы ғына айырыла. Шулай уҡ ял итеү, китап уҡыу, телевизор ҡарау урындары бар.
Әйткәндәй, бында биләмәлә үҙҙәренең магазины ла бар икән. Һәр отряд ваҡыт буйынса унда бара һәм кәрәк-яраҡ һатып ала. Витринанан күренеүенсә, тәм-томдан башҡа унда йәшелсә, емеш-еләк, колбасаға тиклем бар. Хаҡтар иректәгенән айырылмай, уларҙың кимәле контролдә тотола.
Бынан һуң ашхана биләмәһен ҡараныҡ. Ингән урында ҡул йыуыу урындары, шунда уҡ электр ҡул киптергестәр ҡуйылған. Инеү менән экранда бөгөнгә меню таблоһы һәм һәр кемгә тейешле норма яҙылған. Аңлатыуҙарынса, бында ете төрлө категория туҡланыу ойошторолған. Ябайы ла бар, сирлеләр, инвалидатар өсөн айырымы ла ҡаралған. Ашханала хөкөм ителгәндәр үҙҙәре эшләй. Бының өсөн уларҙы тәүҙә уҡытып алалар. Аҙаҡ эшләр өсөн бөтә талаптар буйынса һайлау үтәләр, эшселәрҙең санитар китаптары бар. Шуныһы ғәжәпләндерҙе, ашхана янында бәләкәй генә кафе эшләй. Баҡһаң, үҙҙәрен һәйбәт тотҡан граждандар бында махсус меню буйынса байрам үткәрә ала икән. Мәҫәлән, тыуған көндәрен билдәләйҙәр, иптәштәрен ҡунаҡҡа саҡырылар. Әйткәндәй, менюлағы хаҡтар ҡала кафеларыныҡынан күпкә түбәнерәк.
Хөкөм ителгән кешеләрҙең аҡсаһы ҡайҙан бар һуң? Ә бында уларға эшләү һәм хеҙмәт хаҡы алыу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Экскурсия барышында хөкөм ителгәндәрҙең үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен күрһәттеләр. Бында тегелгән махсус кейемдән башлап, ҙур етештереүҙәрҙә кәрәк булған ҡорамалдарға тиклем барыһы ла бар. Мәҫәлән, һыу аҫтында ятҡан газ торбалары өҫкө ҡалҡмаһын өсөн уларҙы тота торған ҡорамалдар ҙур һорау менән файҙалана. Уны газ етештереүсе предприятиелар ала. Был әйберҙе эшләү өсөн уларҙың үҙ цехтары бар. Бынан тыш баш ҡала урамдарын биҙәгән ҡоймалар, люктар, эскәмйәләр ҙә бында эшләнә. Төҙөкләндереү элементтары бихисап – эскәмйәләр, беседкалар, мангалдар, сүп-сар контейнерҙары... Был тауарҙарҙы учреждениеның сайтына инеп һатып алырға була. Ә инде һатыу күберәк булған һайын уларҙы эшләгән кешеләрҙең хеҙмәт хаҡы ла ҙурыраҡ. Был аҡса менән улар башҡарыу ҡағыҙы буйынса бурыстарын ҡаплай, бер өлөшө кейем һәм ашау өсөн тотола. Эш хаҡының 75 проценты ҡулдарында ҡала. Шул аҡсаға улар магазиндан кәрәк-яраҡ һатып ала ла.
Экскурсиянан һуң ҙур залда граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Колонияла яза үткәндәр социаль тәьминәт, эшкә урынлашыу (яза алғанда ла, унан һуң да), пробация мәсьәләләре, эш хаҡы, пенсия билдәләү, ауыр хеҙмәт шарттары өсөн компенсация һәм льготалар алыу, инвалидлыҡ алыу һәм уның квалификациялары, медицина тәьминәте, срогы сыҡҡан паспорттарҙы алмаштырыу, Рәсәй гражданы паспортын һәм башҡа документтар алыу, гражданлыҡ алыу, торлаҡ менән тәьмин итеү, ветеран пособиеларын алыу, приговорҙы яңынан ҡарау, УДО буйынса азат ителеү, дини мәсьәләләр һәм башҡа һорауҙар буйынса консультатив-хоҡуҡи ярҙамы ала алды. Был сара хөкөм ителгән граждандарҙы социалләштереү, азат ителгәндән һуң йәмғиәттә адаптация үткәреү, уларҙың ағымдағы хоҡуҡи һәм социаль проблемаларын хәл итеү өсөн үткәрелә.
Бер нисә кеше суд приставтары вәкиленә мөрәжәғәт итте. Өфө ҡалаһының Октябрь районы суд приставы хеҙмәте начальнигы урынбаҫары Наилә Ишҡолова әйтеүенсә ул бындай сарала тәүге тапҡыр ҡатнаша.
– Бер кеше башҡарыу ҡағыҙы документтары юғалған тип мөрәжәғәт итте, икенсеһе үҙ теләге менән бурысын ҡапламаҡсы, ләкин ни эшләптер башҡарыу ҡағыҙы һаман килеп етмәгән. Әлбиттә, мин бөтәһенең дә һорауын яҙып алдым һәм уны хәл итәсәкбеҙ. Тормошта яңылышҡан кешеләр булһа ла, күптәр үҙ хаталарын аңлаған, уларға ярҙам итке килә, – тине ул.
Марат исемле ир һалым мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иткән, эшләй башлаһа нисә проценты ҡайҙа тотоласағы борсой уны.
– Һорауыма шунда уҡ аныҡ һәм аңлайышлы итеп яуап бирҙеләр. Бында ҡайҙан дөрөҫ мәғлүмәт алырға белмәйһең, ә ошондай саралар ярҙам итә. Үҙемә килгәндә, инде туғыҙ йыл ултырам һәм төҙәлдем тип иҫәпләйем. Бәләкәй улым бар, уның хаҡына сығырға, дөрөҫ тормош башларға һәм улымды аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Ғаиләм миңә ярҙам итә, ҡатыным килеп йөрөй. Барыһы ла яҡшы булыр тип уйлайым, – тине ул.
Был сараны ойоштороусы Йәмәғәт күҙәтеү советы рәйесе Олег Галин әйтеүенсә, элегерәк ошондай “Хоҡуҡи десанттар” йыш ҡына булып торған, ләкин ковид ваҡытында туҡтатылған. Һәм быйылдан улар яңынан тергеҙергә ҡарар иткән. Ошо уҡ көндә ошондай уҡ осрашыу баш ҡаланың 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында ла булды. Бында ла ошоноң ише һорауҙар менән мөрәжәғәт иткәндәр. Артабан бындай саралар дауам итәсәк.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.