Бөтә яңылыҡтар
10

Бөтә йөкләмәләр ҙә уңышлы үтәлә

Быйыл Хөкүмәттән депутаттар корпусы менән берлектә шундай уҡ һөҙөмтәлелек һәм команда эше көтәбеҙ.

Бөтә йөкләмәләр ҙә уңышлы үтәлә
Бөтә йөкләмәләр ҙә уңышлы үтәлә

27 мартта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2024 йылға эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет тәҡдим ителде. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров депутаттарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың комментарийы:

"Республика вакуумда үҫешмәй. Беҙ осраған саҡырыуҙар күп осраҡта тышҡы факторҙар менән бәйле. Ошо шарттарҙа республика идара итеү командаһының бурысы -проблемаларҙы бөтөрөү, ресурстарҙы ҡайтанан бүлеү һәм үҫеш өсөн резервтар табыу. Отчет күрһәтеүенсә, 2024 йылда республика Хөкүмәте был бурысты уңышлы үтәгән. Эштең төп йүнәлештәренең береһе  – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү. Үҫкән социаль йөкләмәләр ҙур бюджет сығымдарын талап итә. Бөтә йөкләмәләр ҙә уңышлы үтәлә, тип ҡәнәғәтлек менән билдәләйем. Хөкүмәт хатта ҡатмарлы осорҙа ла бында һәм хәҙер килеп тыуған көнүҙәк мәсьәләләргә бөтә сығанаҡтарҙы ла ташлай алмай. Киләсәктә үҫеш өсөн нигеҙ бөгөн булдырыла. Был мәсьәлә лә хәл ителә. Дәүләт ярҙамы системаһын нескә көйләү иҡтисадты үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса үҫеште тәьмин итә. Сәнәғәт етештереүе уртаса Рәсәйҙекенән юғарыраҡ темптар менән үҫә. Ауыл хужалығы ла яҡты күрһәткестәргә өлгәшкән – былтыр йәй климат аномалияларына ҡарамаҫтан. Тышҡы сауҙа әйләнеше арта. Бюджет сикләнгән шарттарҙа был үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән динамика түгел, ә белемле идара итеү стратегияһы һәм тактикаһы һөҙөмтәһе. Быйыл Хөкүмәттән депутаттар корпусы менән берлектә шундай уҡ һөҙөмтәлелек һәм команда эше көтәбеҙ”.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: