Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге делегация Абхазия Республикаһының һайланған президенты Бадра Гунбаның вазифаға тәғәйенләнеү церемонияһында ҡатнашты. Унда барлығы 650 кеше булды, улар араһында Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко, Рәсәй Дәүләт Думаһы делегацияһы, Рәсәй төбәктәре һәм сит ил вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостандың Министрҙар кабинеты етәксеһе билдәләүенсә, ике республиканы сауҙа-иҡтисад, мәҙәниәт һәм гуманитар өлкәлә күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек бәйләй. Рәсәй-Абхазия мөнәсәбәттәренең ике яҡлы хеҙмәттәшлеге федераль кимәлдә нығына.
- Башҡортостан менән Абхазия хеҙмәттәшлегенең тарихы унар йылдар менән иҫәпләнә. Дөйөм алғанда, башҡорттар менән абхаздар һәр ваҡыт дуҫ булды һәм бер-береһенә ярҙам итеште, тип әйтергә мөмкин. Әле күп йүнәлешле юл картаһы әҙерләйбеҙ, һәм беҙ уны, яңы тәҡдимдәр һәм идеялар тыуһа, тулыландыра барасаҡбыҙ, - тип белдерҙе Андрей Назаров.
Ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү йүнәлештәренең береһе – туризм. Бөгөн “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проектын Абхазия йүнәлешендә киңәйтеү перспективаһы бар. Был оло йәштәге Рәсәй граждандарына йылына бер тапҡыр бушлай туристик сәйәхәткә барыу мөмкинлеген бирә. 2023 йылда ошо проектҡа ярашлы Башҡортостан пенсионерҙары Абхазияла булып, тик ыңғай тәьҫораттар менән ҡайтҡан. Шулай уҡ бында Башҡортостан балалары өсөн санаторий төҙөү проекты тормошҡа ашырылыу өҫтөндә.
“Өфө” халыҡ-ара аэропортынан Сухуми ҡалаһына тура рейс ойоштороу буйынса эштәр дауам итә. Ул 2025 йылдың йәйендә асылыр тип көтөлә.
Башҡортостан менән Абхазия араһындағы мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тә яйға һалынған. Ике республика халыҡтары араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ иткән берлектәге ҙур мәҙәни- белем биреүсе саралар үткәрелгән.
Андрей Назаров Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән вазифаға ингән дәүләт башлығы Бадра Гунбаға халыҡ мәнфәғәтендәге, Башҡортостан менән Абхазия араһындағы дуҫлыҡты нығытыуҙағы, берлектәге проекттарҙы үҫтереүҙәге хеҙмәтендә уңыштар теләне.
Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/26459/