Республикала йәшәгән ике кеше рөхсәт ителмәгән матдәләр менән сауҙа иткәне өсөн суд яуаплылығына тарттырыласаҡ.
Февраль башында Орск ҡалаһының транспорт полицияһы хеҙмәткәрҙәре “Никель – Куторжино” тимер юлы станцияһында 1994 һәм 2005 йылғы ике ирҙе ҡулға алған. Улар тимер юлы эргәһендә рөхсәт ителмәгән матдәләрҙе серле урындарҙа йәшереп тоторға уйлаған.
Уларҙың береһе оператив хеҙмәткәрҙәрҙе күргәс, ҡасырға теләгән, ә икенсеһе матдә һалынған бер нисә ҡапсыҡты ергә ташлаған. Хоҡуҡ һаҡсылары егеттәрҙең кеҫәләренән ошондай 143 ҡапсыҡ тапҡан. Ҡулға алыныусыларҙың аңлатыуынса, ҡапсыҡтарҙа синтетик наркотик булған.
Ике егеттең дә быға тиклем закон менән проблемаһы булмаған, рәсми рәүештә эшкә урынлашмаған егеттәр былтыр мессенджер аша аҡса эшләү тәҡдимен алған һәм уларға Рәсәй биләмәһендә наркотиктар таратыу тәҡдимен әйткәндәр. Серле урынға һалынған һәр матдә өсөн 500-шәр һум түләргә тәҡдим иткәндәр.
Һөҙөмтәлә улар, кураторҙың заданиеһы буйынса, наркотиктар һалынған ҡапсыҡтарҙы алып, Өфөнән Орскиға юлланған. Тик улар “задание”ны үтәп өлгөрмәгән, транспорт полицияһы хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған. Наркотиктар менән булышмағыҙ, ике егет хәленә ҡалмағыҙ.
Наркоманлыҡ – ул “аҡ” үлем юлы. Ул – донъялағы иң ҡурҡыныс һәм хәүеф-хәтәр янаған сирҙәрҙең береһе. Ул үҙенең “дуҫтар”ын упҡынға илтә, киләсәген томалай, ауыл яҙмыш юлдарына этәрә, ғүмерен бөтөрә. “Кәйеф күтәрәм” тип был алама ауырыуға юлыға күрмәгеҙ, яҡындарығыҙҙы унан һаҡлағыҙ, эргә-тирәләгеләргә уның хәүефе тураһында аңлатығыҙ, был һаҙлыҡҡа бата күрмәгеҙ.
Фото: “Башинформ”.