

Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашлығында Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһенең конференцияһы булды. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе, “Рәсәй юристар ассоциацияһы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше Павел Крашенинников, шулай уҡ Совет, Попечителлек советы, башҡарма комитет, ассоциацияның урындағы бүлексәләр делегаттары ҡатнашты.
Конференцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Павел Крашенинников ассоциацияның Башҡортостан бүлексәһенең граждандар хоҡуҡтарын һәм закон башланғыстарын яҡлау өлкәһендә башҡа төбәктәр өсөн өлгө булып тороуы тураһында әйтте һәм коллегаларына киләсәктәге эшмәкәрлектә уңыштар теләне. Федераль рейтингта Башҡортостан бүлексәһе, беренсе һәм икенсе урындарҙы яулап, иң яҡшы өсәү араһына ҡарай.
Андрей Назаров Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһенең уңыштарын билдәләне.
-Был – республикалағы иң ҙур юристар селтәре һәм граждандарға хоҡуҡи ярҙам өлкәһендә ҙур урын биләй. Юристар махсус хәрби операция ветерандарына, ғаиләләренә, яҡындарына бушлай күрһәткән ярҙам – ябай булмаған ваҡытта ҙур өлөш. Башҡортостан бүлексәһе закондар ижад итеү эшмәкәрлегендә, норматив акттар экспертизаһында, халыҡҡа хоҡуҡи ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнаша. Юристарыбыҙ эше һөҙөмтәһендә былтыр ун меңдән ашыу граждан бушлай юридик ярҙам алды, - тип белдерҙе Премьер-министр Ассоциация ағзаларына.
Андрей Назаров ике йыл эшмәкәрлеккә ыңғай баһа бирҙе һәм Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе вазифаһына йәнә Ирина Панькинаны һайларға тәҡдим итте. Кандидатура бер тауыштан хупланды. Рәсәй Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/26604/