Аҙна тыныс үтһә лә...

Барыбер бысраҡ табырға маташтылар.

Аҙна тыныс үтһә лә...Аҙна тыныс үтһә лә...
Аҙна тыныс үтһә лә...

Уҙып барған аҙнала эш көндәре аҙ булды. Шул сәбәплеме икән, оппозиция баҫмалары ла ғәҙәттәгенән әҙерәк әүҙемлек күрһәтте. Шулай ҙа мөмкинлек булғанда, бысраҡ ташламай ҡалманы. Бына ҡайһы бер темалар.

WhatsApp мессенджерында, йәнәһе, ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында эсәр һыу сығанаҡтарының холера таяҡсаһы менән биологик зарарланыуы тураһында иҫкәртеү алғандар, тигән хәбәр таралды. Шуға бәйле республика халҡы магазиндарҙан газһыҙ һыу һатып ала башлаған.

Иғтибарлы булығыҙ – был хәбәр ялған. Хәбәр Башҡортостан Республикаһына ҡағылмай. Ашығыс медицина ярҙамы дауаханалары башҡа төбәктәрҙә лә бар. Республиканың һаулыҡ һаҡлау органдарынан йоғошло ауырыуҙар таралыу хәүефе йәки эсәр һыуҙың сифаты насарайыуы тураһында бер ниндәй ҙә рәсми хәбәр килмәгән. Борсолоу һәм күпләп эсәр һыу һатып алыу өсөн сәбәп юҡ.

Иғтибарлы булығыҙ һәм рәсми сығанаҡтарға ғына ышанығыҙ. Был яңылыҡты, һәр саҡтағыса, “Фактчекинг по-башкирски” каналы фашланы.

“Ҡурай өсөн футляр” Телеграм-каналы Октябрь районының 43-сө поликлиникаһында табиптарға яҙылыу мөмкин түгеллеге тураһында мәғлүмәт таратты. Әммә был да ысынбарлыҡҡа тап килмәй.

Белгестәр етешә. Поликлиникала дүрт табип-офтальмолог эшләй. Ә ҡабул итеүгә яҙма бер нисә көнгә алда алып барыла, был дәүләт гарантиялары программаһына тап килә.

Оҙайлы байрам, ял көндәре ҡайһы бер тар белгестәрҙең, шул иҫәптән хирургтарҙың эш көндәрен ҡыҫҡарта. Әммә ашығыс пациенттарҙы алдан яҙылмайынса ла ҡабул итәләр. Хирургка ике аҙна алдан яҙылыу кәрәк.

“Уфимский визионер” телеграм-каналы йәмәғәтселекте борсоған проблемалар тураһында яҙҙы. Рәсәйҙәр өсөн аҙна темаһы булып махсус хәрби операция темаһы — 30 проценты - ҡала. Артабан Рәсәй һәм АҠШ араһындағы халыҡ-ара бәйләнештәр менән бәйле ваҡиғалар бара, 4 процент.

Украина кризисын көйләү буйынса һөйләшеүҙәр процесы деталдәре менән респонденттарҙың өс проценты ҡыҙыҡһына.

Май байрамдары алдынан тыныслыҡ һәм борсолоу кимәле бер аҙ үҙгәрә, бында ыңғай динамика күҙәтелә: 54 процент тыныс булһа, 39 проценты борсола.

Шул уҡ ваҡытта иҡтисадта хәүефле тенденциялар күҙәтелеүен дауам итә – микрофинанс ойошмалары йылдың I кварталында коллекторҙарға рекордлы 22 миллиард һумлыҡ ваҡыты үткән займдарҙы талап итеү хоҡуғын һата.

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына “һуғыш балаларына” 2-шәр мең һум түләйҙәр, тип хәбәр итте РБК-Өфө баҫмаһына республиканың Хеҙмәт министрлығы башлығы Ленара Иванова. Түләүҙәрҙе 9 майға тиклем башҡарырға планлаштыралар.

"Башҡортостан Башлығы указы буйынса" һуғыш балаларына "2 мең һум күләмендә түләү 9 майға тиклем биреләсәк. Бер ниндәй ҙә ғариза яҙырға һәм бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй. Аҡса килде, исемлектәр эшләнеп бөттө, шуға күрә тиҙҙән "һуғыш балаларына" аҡса түләнә башлаясаҡ”, – тигән ул.

Республикала 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандар бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ. Еңеүҙең 80 йыллығына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ғинуар указы менән билдәләнгән түләүҙәрҙе алғандарға (ғинуарҙа фронтовиктарға һәм фронтовиктарҙың тол ҡатындарына, элекке бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондарына, блокадалы Ленинград халҡына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә түләүҙәр раҫланды) был түләм бирелмәйәсәк.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас