Әбйәлилдә ғауға күтәреү кемгә файҙалы?

Был ығы-зығы кемгә файҙалы? Ығы-зығы ваҡытында туҡланғандарға.

Әбйәлилдә ғауға күтәреү кемгә файҙалы?Әбйәлилдә ғауға күтәреү кемгә файҙалы?
Әбйәлилдә ғауға күтәреү кемгә файҙалы?

Тағы ла шул уҡ йөҙҙәр. Тағы ла шул уҡ ысулдар. Тағы ла ялған. Асҡарҙа террорға ҡаршы планлы күнекмәләр башланыу менән, күләгәлә булып торған “Пруфы”, “Аспекттар” һәм башҡа оппозиция баҫмалары килеп сыға сыға. Уларҙың маҡсаты? Йәнәһе “репрессиялар” булыуын күрһәтергә, ҡурҡыу тыуҙырырға һәм власть менән халыҡ араһында ғауға күтәрергә. “Фактчекинг по-башкирски” уларҙы фашлай.

Улар: "Асҡарға көс хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итәләр!”, тип ҡысҡыра, әммә алдайҙар. Улар: "Был депутаттар менән осрашыуға баҫым! тип шыбырлай, әммә алдайҙар. Улар һеҙҙең фейкка ышаныуығыҙҙы һәм урамға асыуланып сығыуығыҙҙы теләй.

Ә хәҡиҡәт ябай: был ғәҙәти күнекмәләр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының йәки янғын һүндереүселәрҙең ябай күнекмәләре кеүек үк.

Бер ниндәй ҙә "язалау операциялары" юҡ – ни бары ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында эш итеүҙе өйрәнеү генә. Бер ниндәй ҙә "ҡамау" юҡ – полицияны һәм Росгвардияны стандарт йәлеп итеү.

Был ығы-зығы кемгә файҙалы? Ығы-зығы ваҡытында туҡланғандарға. Башҡортостанды протест утында күрергә хыялланғандарға. Һеҙҙең хистәрегеҙҙе көнбайыш бағыусыларына һатыусыларға.

Фекерҙәрегеҙ менән манипуляция яһарға рөхсәт итмәгеҙ. Мәғлүмәтте тикшерегеҙ, рәсми майҙансыҡтарҙа һорауҙар бирегеҙ һәм башҡаларҙың уйындарында ҡоралға әйләнмәгеҙ.

Әбйәлил темаһы бының менән генә сикләнмәне. Ғалим Рөстәм Ахунов төбәк иҡтисады диверсификацияһы һәм Әбйәлил районы проблемалары тураһында “Уфимский визионер” телеграм-каналында һөйләне.

Ғалим билдәләүенсә, сәнәғәт производствоһы хеҙмәтләндереү өлкәһен үҫтереүгә, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа этәргес бирә, был халыҡҡа килем килтерә. Йәғни, ғәмәлдә етештереү халыҡтың йәшәү сифатын һәм кимәлен арттыра. Мәҫәлән, сәнәғәт предприятиелары эшләгән ҙур ҡалалар, һис шикһеҙ, сағыштырмаса яҡшыраҡ социаль-иҡтисади күрһәткестәргә эйә, был, ахыр сиктә, халыҡтың юғары килемендә сағыла.

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарының етештереүгә альтернатива булараҡ ауыл хужалығын йәки туризмды үҫтереүгә генә ставка яһарға тырышыуы бындай һөҙөмтәгә килтермәйәсәк.

Аргумент сифатында профессор Ахунов эш хаҡы кимәле буйынса 2024 йылғы мәғлүмәттәрҙе килтерә: ойошма хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы Әбйәлил районында 52673 һум тәшкил итә, был Хәйбулла (79129 һум) һәм Учалы (81713 һум) райондары кимәленән кәмерәк.

Әгәр күрше Магнитогорскиҙа эшләгән Әбйәлил районы халҡының килемен иҫәпкә алмаһаҡ, айырма тағы ла ҙурыраҡ буласаҡ.

Бөгөн сәнәғәт производствоһын үҫтереүгә ҡаршы сығыш яһаусылар, ғәмәлдә, районды үҫтереүгә ҡаршы сығыш яһай, сөнки ҙур инвестициялар һәм инфраструктураға инвестициялар һалмайынса юғары үҫеш кимәленә һәм, тимәк, йәшәү сифатына өлгәшеү мөмкин түгел.

Йәмәғәтсе һәм активист Сергей Шашков йәнә Башҡортостандың капиталь ремонт буйынса төбәк операторының “үҙләштерелмәгән миллиардтары” тураһында белдерҙе һәм тарифтарҙы арттырыуҙы тәнҡитләне. Уның һүҙҙәренсә, фонд ремонтҡа китергә тейешле 2 миллиард һум аҡсаны “йәшергән”, ә 353 миллион һумлыҡ административ сығымдар — ул “чиновниктарҙы йәшәүселәр иҫәбенә аҫрау". “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы Шашков әфәнденең фараздарын кире ҡаҡҡаны булды, әммә, күрәһең, ҡайһы бер кешеләргә барыһын да ике тапҡыр аңлатырға кәрәк.

2 миллиард һумлыҡ дебитор бурысы – бер нисә йыл эсендә капиталь ремонт өсөн түләнмәгән иғәнәләрҙең суммаһы, шул иҫәптән судтарҙа бәхәсле бурыстар һәм йорттарҙың махсус иҫәптәрендәге средстволар. Ағымдағы йыйым – билдәле бер йылда килгән иғәнәләрҙең проценты. Яҙыр алдынан өйрәнер кәрәк шул!

Активист шулай уҡ төбәк операторының административ сығымдарын һалым түләүселәрҙең аҡсаһын туҙҙырыу тип атай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был сығымдарға капиталь ремонтҡа иғәнәләрҙе иҫәпләү һәм иҫәпкә алыу, шулай уҡ түләү документтарын баҫтырыу һәм килтереү буйынса эштәр, был хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы индерелгән. Төбәк операторына бурыстарҙы иҫәпкә алырға, иғәнәләр иҫәпләргә һәм квитанциялар ебәрергә, башҡарылған эштәрҙе контролдә тотоу өсөн техник күҙәтеү хеҙмәткәрҙәрен райондар һәм ҡалалар буйлап командировкаға ебәрергә кәрәк. Әгәр быны эшләмәһәләр, был капиталь ремонт системаһының тарҡалыуына килтерә.

Ҡыҫҡаһы, төбәк операторы ҡануниәт сиктәрендә эшләй, ә Сергей Шашковтың һүҙҙәре – популизм һәм закондар белмәү.

Уҙған аҙнала мессенджерҙарҙа Белоретта булған шартлауҙы һүрәтләгән ролик әүҙем таралды. Унда имеш ир гранатала шартлай. Был – дөрөҫлөккә тап килмәй. Ваҡиғалар Башҡортостанда түгел, ә Мәскәү өлкәһендә булған. 

Мәскәү өлкәһе прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, инцидент май башында була. Дүрт урындағы кеше спиртлы эсемлектәр эсә, һәм бер мәл уларҙың береһе икенсеһенә хәрби граната күрһәтергә була. Ирҙәр подъезға сыға һәм шартлау яңғырай. Һөҙөмтәлә ике ие урында һәләк була. Был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. 

Хөрмәтле уҡыусылар, мәғлүмәтте тикшерегеҙ һәм рәсми сығанаҡтарға ғына ышанығыҙ.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас